15.02.2011 Орлоҡ әҙер
Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеү эшенә әҙерлекте бик әүҙем алып бара. Башҡарылған эштәрҙең иң мөһиме – орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү. Шуға ла хәҙер тап ошо тармаҡҡа көс һалына, орлоҡтоң нисек һаҡланыуы тикшерелә, кәрәк була ҡалһа, уны ситтән һатып алыу мөмкинлеге ҡарала.
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көнгә орлоҡтоң 92 проценты сәсеүгә әҙер, уларҙы тулыһынса эшкәртеп ҡуйғандар.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда бөтәһе 1 миллион 200 мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәсергә ниәтләйҙәр. Күп йыллыҡ үләндәр һәм техник культураларҙы иҫәпкә алғанда, республикала сәсеү кампанияһы ике миллион гектар майҙанда башҡарыласаҡ.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО