RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «ҺАЛЫМЫҢДЫ ТҮЛӘ ҺӘМ ТЫНЫС ЙОҠЛА!»

05.02.2011 «ҺАЛЫМЫҢДЫ ТҮЛӘ ҺӘМ ТЫНЫС ЙОҠЛА!»

йәки Ер пайҙары өсөн һалым түләргә лә кәрәк
Быйылғы йылдың башында беҙҙең редакцияға ауылдарҙан: «Ерҙе күргәнебеҙ ҙә юҡ, ә беҙгә уның өсөн ҙур ғына күләмдә һалым түләргә ҡушалар!» – тип аптырап шылтыратыусылар булды.
Һүҙ ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер пайҙары тураһында бара. Ергә хоҡуғын рәсми теркәп, пайҙарҙың тулы хужалары булған граждандарға һалым түләргә кәрәклеге тураһында хаттар килеүе тәбиғи, әлбиттә. Тик шуныһы аңлашылып бөтмәй – ни өсөн кешеләр ерҙәренең ҡайҙа урынлашҡанын да белмәй? Ер пайына хоҡуғы барлығын раҫлаусы документ ҡулдарында, ә ерҙе күргәндәре лә юҡ. ҡулланып, унан файҙа күреү тураһында һүҙ ҙә юҡ инде бындай осраҡта. «Һалымыңды түлә һәм тыныс йоҡла!» тигән социаль рекламаны һәр кем иҫләй­ҙер. Ул оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡала урамдарынан беҙгә «ҡысҡырып» торҙо.
Ауыл хужалығы ерҙәрен шәхси милеккә тапшырыуҙы иғлан иткән «Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында» Федераль закондың көсөнә инеүенә 11 йыл үтте. Ошо 11 йыл эсендә ергә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе көйләүсе белгестәр, хоҡуҡ яҡлаусылар һәм башҡалар бик бай тәжрибә тупланы. Тик бөгөн нимә күрәбеҙ: ерҙәр һаман да теркәлеп бөтмәгән, халыҡ алған ерен нимә эшләтергә белмәй, һалым түләргә нигеҙ тапмай. Ә бәғзе берәүҙәр ер пайы эләкмәгәнгә ҡайғырып бөтә алмай. Пайҙарҙы тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыусылар ҙа, файҙаһын күрә башлағандар ҙа бар.
Әлбиттә, күрмәгән ере өсөн һалым түләүселәрҙең проблемаларын урындар­ҙа хәл итергә кәрәк. Бында ниндәй ҙә булһа дөйөм кәңәш йәки аңлатма биреүе ҡыйын. Буштың атаһы күптән үлгәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Тик ҡайсаҡ был хаҡта онотоп ҡына ебәрәбеҙ.
Нишләптер милек хоҡуғына эйә булыу­ҙың байтаҡ бурыс та алып килеүен бөтәһе лә аңлап һәм ҡабул итеп бөтмәй. Ерҙе эшкәртеү, ер участкаларына ыҙан һалыу һәм уны артабан рәсмиләштереүгә сығымдар, ер һалымын, дәүләт пошлиналарын түләү, өлөшләтә милектә ҡатнашыу­сыларҙың дөйөм йыйылыштарында ҡатнашыу һәм башҡа мәшәҡәттәр бар. Әлбиттә, ер үҙе үк ҙур байлыҡ. Әммә уны файҙаланып, тиҙ генә байып китәсәкмен тип хыялланырға ла ярамай. Ә ерҙе файҙаланмайһың, эшкәртмәйһең икән, тартып аласаҡтар.
Ысынлап та, был ҡурҡытыу кеүек буш һүҙҙәр генә түгел. Тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған ер участкаларын суд ҡарары нигеҙендә тартып алыу тәртибе аныҡлана. Участкаларҙы тейешенсә файҙаланмау критерийҙары РФ хөкүмәте тарафынан раҫлана. Судтың тейешле ҡарары көсөнә ингәндән һуң, бындай участка асыҡ сауҙалашыуҙа (торги) һатылырға тейеш. Сауҙалашыу үтмәһә, участканың дәүләт йәки муниципаль милек ҡарамағына күсеүе ихтимал.
Дәүләт ер пайҙарын бүлгесләп түгел, күмәкләп файҙаланыу яҡлы. Формалашҡан, рациональ эшләүсе ерҙәр­ҙе бүлгесләүгә юл ҡуймау – төп йүнәлеш.
Гәзитебеҙҙә даими рәүештә ер мәсьәләһен күтәргән мәҡәләләр баҫыла. Халҡыбыҙҙың иң ҙур матди байлығы булған ергә битараф ҡалып булмай, әлбиттә. Шуға ла ошо көндәрҙә беҙҙең гәзит редакцияла республиканың төп ер белгестәре менән осрашыу ойошторорға ниәтләй. Был осрашыуҙы гәзит уҡыусылар менән «тура бәйләнеш» формаһында үткәрергә йыйынабыҙ. Ер мәсьәләһе буйынса һорауҙарығыҙҙы бөгөндән хат аша яҙып та ебәрә башлаһағыҙ була. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай