28.10.2018 Үҫентене нисек тиҙ тамырландырырға?
Бүлмә гөлдәрен үрсеткәндә ҡайһы бер хужабикәләр үҫентене тамырландыра алмай аҙаплана. Япраҡтан үрсегән бегония, миләүшә гөлдәре япраҡтары тамырланһын өсөн күп ваҡыт кәрәк. Һыуға ҡуйһаң, тамыр ебәрмәй серей. Тамырланыу процесы тиҙ барһын өсөн “Корневин”, “Гетероауксин” препараттарын ҡулланырға була. Махсус иретмәне өй шарттарында ла эшләргә мөмкин.
Бал. 1,5 л һыуға бер балғалаҡ бал һалып иҙергә. Үҫентенең ботағын йәки япрағын 12 сәғәт тоторға.
Картуф. Тамыр йәйҙереү өсөн ҙур картуф та һәйбәт. Иң тәүҙә уның күҙҙәрен алырға кәрәк. Һуңынан эсенә һыу ҡойоп, үҫентене урынлаштырырға. Картуфта күп туҡлыҡлы матдә бар.
Алоэ һуты. Үрсетмә ултыртҡан һыуға 6 – 7 тамсы алоэ һуты тамыҙырға була. Был иретмә иммун системаһына яҡшы.
Тал ботаҡтары ултыртылған һыуҙа ла үҫентеләр һәйбәт тамыр ебәрә.
Әсетке. 1 литр һыуға 100 мг әсетке һалып, гөлдәрҙең ҡырҡып алынған ботаҡтарын бер тәүлеккә ултыртырға. Һуңынан таҙа һыуға урынлаштырырға.
Үрҙә һанап үтелгән иретмәләр үҫентене файҙалы матдәләр менән туҡландыра.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО