RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Помидорҙың уңышын нисек арттырырға?

10.06.2018 Помидорҙың уңышын нисек арттырырға?

Помидорҙың уңышын нисек арттырырға?
Башҡа йәшелсә культуралары кеүек, помидор ҙа үҙенә иғтибар талап итә, шунһыҙ юғары уңышҡа өмөтләнәһе түгел. Үҫентене асыҡ тупраҡҡа ултырт­ҡас, яҡшы итеп һыу һибеп, ашламалар менән туҡландырһаң, ул бик көслө итеп тармаҡлана. Тамыры көслө булһа, уңышты ла мул бирә.
Беренсе туҡландырыу ике аҙна үткәс башҡарыла. Һәр квадрат метрға 30 г иҫәбенән ҡатнаш ашлама – нитрофос менән туҡландыралар. Бының өсөн шул ашламаны бер күнәк һыуҙа яҡшылап иретәләр һәм һәр үҫемлекте 1 л иҫәбенән иретмә менән ашлайҙар ҙа, мул итеп һыу һибәләр. Икенсе тапҡыр үҫемлектәрҙе емеше ярала башлағанда, азотлы ( мочевина) һәм калийлы (көл) ашламалар менән туҡландыралар. Өсөнсө тапҡыр минераль ашламалар һибергә кәрәк. Һыйыр тиҙәге иретмәһе һалһағыҙ, тағы ла яҡшы. Бер күнәк һыйыр тиҙәгенә алты күнәк һыу ҡушығыҙ. Ҡош тиҙәген дә һалырға була. Бер өлөш тиҙәккә 10 – 12 өлөш һыу алына. Тамырҙарға үтеп инһен өсөн бер төпкә бер литрҙай ашлама китә.
Помидор ҡыуаҡтарының икенсе, өсөнсө суҡтары сәскә атҡан ваҡытта бор кислотаһының шыйыҡ ҡына иретмәһен бөркөү һеркәләрҙең өлгөрөүенә, емештәрҙең күпләп барлыҡҡа килеүенә ыңғай йоғонто яһай. Томатта шулай яңы үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килә. Был йәшелсәнең уңышын 20 процентҡа арттыра. 10 г бор кислотаһын 10 л һыуҙа иретеп, үҫемлектәр сәскә атҡан осорҙа өҫтәренә 1 – 2 мәртәбә бөркөргә кәрәк. Әлеге маҡсатта магнийҙы ҡулланыу ҙа отошло.
Икенсе кәңәш: еңелсә һелкеү. Помидор үҙ-үҙен һеркәләндереү үҙенсәлегенә эйә. Тәбиғи шарттарҙа уларҙы ел ағымы һәм бөжәктәр һеркәләндерә. Ә теплица эсендә эшләгәндә быны үҙебеҙгә башҡарырға тура килә. Иртән ботаҡтарҙы һелкетәбеҙ.
Ҡайһы бер баҡсасылар помидорҙы былтырғы һабаҡтар күмелгән урынға ултырта. Был ысулды томат сирләмәгән осраҡта ҡулланырға була. Былтырғы һабаҡты файҙаланыу уңышты арттыра. Помидор күп булһын тиһәгеҙ, һабаҡтағы ботаҡтарҙы һындырыр­ға онотмағыҙ. Юғиһә, ул ҡуйы ҡыуаҡҡа әйләнәсәк. Уңыш өлгөргән ваҡытта иртәнсәк япраҡтарын өҙөп торалар. Ҡартайған, һарғайған, ергә тейеп торған япраҡтар юҡ ителә.
Тәжрибәһеҙ баҡсасылар томат өлгөргәндә уларға ашлама индерә башлай. Был дөрөҫ түгел. Дымландырылған тупраҡҡа ике аҙнаға бер тапҡыр ҡоро көл генә һибеп тороғоҙ. Ул ҡоротҡостарҙан да һаҡлай, иммунитетты ла нығыта. Түбәндәге минераль коктейль да файҙалы. 2 л көлдө ҙур мискәгә һалып, өҫтөнә 5 л ҡайнап торған һыу ҡойоп, һыуынғансы ҡаплап торорға. Шуға 10 л һыу, 10 г бор кислотаһы порошогы, 10 мл йод ( бер флакон) өҫтәп, бер тәүлек төнәтергә. Һуңынан 10 мәртәбә шыйыҡлатып һибергә. Сүпрә лә файҙалы. Өс литрлы быяла банкаға 100 г сүпрә, ярты стакан шәкәр һалабыҙ ҙа, өҫтөнә йылымыс һыу һалып, әсетергә ҡуйырға. Ҡабарғас, бер стакан әсеткене 10 литр һыуҙа шыйыҡлап һибергә. Ваҡлап туралған кесерткәнде әсетеп һипһәгеҙ ҙә, бына тигән ашлама буласаҡ. Ашлама индергәнсе һәм унан һуң помидор төптәре яҡшылап һуғарыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай