08.06.2018 Виноград иғтибар талап итә
Йыл һайын виноград алып ултыртам. Ниңәлер тамыры ерегеп китә алмай. Сәбәбе нимәлә икән?
Т. Ғәлиева.
Дыуан районы.
Виноград үҫтереп ҡарарға теләгегеҙ булһа, беҙҙең һалҡын климат шарттарына сыҙам «Изабелла», «Платовский», «Юбилейный», «Башкирский ранний», «Башкирский изумруд» сорттарына туҡталығыҙ. Тәлгәштәре бәләкәй генә булһа ла, 32 градус һалҡынға да түҙәләр. Үҫентеләрҙе баҙарҙан алмауығыҙ хәйерле, ышаныслы баҡсасыларҙан ғына алырға кәрәк.
Ҡышҡа әҙерләгәндә , беренсе ҡырауҙар башланғас, температура 0 – 5 градус торғанда берәр аҙна ҡапламай торһаң да була. Кинәт кенә һыуытып ебәреүҙән дә һаҡланығыҙ. Ни өсөн тигәндә, виноградтың һабаҡтары 20 – 23 градус һалҡынға түҙһә лә, тамыры – 5 – 6 градусҡа ҡына сыҙам. Йөҙөм емеше ергә ятып торорға тейеш түгел. Аҫтына таҡта йәки шифер киҫәктәре һалып ҡалдырырға кәрәк йәки шыршы ботаҡтары түшәйһең. Бер яғына һауа инһен өсөн асыҡ ҡалдыраһың. Артыҡ йылытыуҙан дымланып ятып та серей ул. Ҡышҡылыҡҡа виноград ауырымаһын өсөн өс процентлы тимер купоросы һиптерергә онотмағыҙ. Ун литр һыуға 300 грамм купорос алына. Көҙ көнө йәшенә ҡарап артыҡ бөрөләрен ҡырҡып алырға. Виноград йыш һыу һибеүҙе яратмай. Уға йәй буйына ике тапҡыр ғына мул итеп һыу һибәһең. Ул сәскәгә һеркәләнгәндә һыу һибергә ярамай. Көҙгөлөккә тамырҙары өшөмәһен өсөн күп итеп һыу ҡоялар.
Күптәр ултыртҡан виноградыбыҙ үҫеп китә алманы, тип зарлана. Ул әкрен үҫә, беренсе йылында тамырына көс йыя. Тәүге тапҡыр сәскә атҡанда бер генә сәскәһен ҡалдыралар. Ҡалғандарын өҙөп ташлайҙар. Был виноградты көсөн кәметеүҙән һаҡлап ҡала.
Тамыр системаһы асыҡ булғанын һатып алһағыҙ, ер ҡарҙан әрселгәс үк ултыртырға мөмкин. Ул ултыртыласаҡ соҡорҙо 80 cм киңлегендә ҡаҙалар. Вегетация осоро тупраҡ 10 градусҡа тиклем йылынғас башлана. Үҫентене ун сантиметрҙан артыҡ батырырға кәрәкмәй. Соҡорға серетмә, ҡом, ваҡланған ҡыҙыл кирбес, сифатлы ҡара тупраҡ һалалар. Калий, азот, фосфор кеүек ашламалар индереү яҡшы. Был культура ҡояш яратҡанға күрә, уны көньяҡҡа ҡаратып ултыртығыҙ. Беренсе йылында ҡәләм йыуанлығында бер-ике метр оҙонлоғонда үҫтерә алһағыҙ, яҡшы ҡышлаясағына гарантия бар.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО