19.05.2018 Ҡоротҡостар бүлешмәһен уңышты
Баҡсала эште ҡоротҡостарҙан арыныуҙан башларға кәрәк. Ә улар бик күп, ҡайһы саҡта бер ағасҡа бер нисә ҡуңыҙ, ҡарышлауыҡ эйәләшергә мөмкин.
Ағас төбөндә ялтырап торған тамсылар күренһә, уны оҙон морон (жук-долгоносик) тишкеләп киткән тигән һүҙ. Ул бер ҡыуаҡты ла буш ҡалдырмай. Был ҡуңыҙ һалҡынға түҙмәй. 10 градус һыуыҡта ҡатып ҡала. Шунда уҡ йыйып юҡ итергә кәрәк.
Япраҡ төргөс тә (листовертка) бөрөләрҙе тишкеләп юл яра. Йөрөгән ерен үрмәксе ауы менән ҡаплап китә.
Энәлек күбәләген (боярышница), һарыбауырҙы (златогузка) ваҡытында сүпләмәһәң, улар күп зыян килтерәсәк. Был ҡоротҡостар сәскәләрҙең һәр бөрөһөндә оялай. Уларҙы әрем, борос, горчица, көл төнәтмәһен йә ҡайнатылған һыуын һибеп бөтөрөргә була. Үткән миҙгелдә киҫәр (пилильщик) йөҙәткән булһа, ҡыуаҡ араһына рубероид йәйегеҙ – ҡоротҡостар өҫкә сыға алмаҫ һәм быҙылдауыҡ (жужелица) ҡорбанына әйләнер. Йыйып алып юҡ итергә лә мөмкин. Ҡарағатта талпан оялаған бөрөләр мотлаҡ ҡороясаҡ. Бындай ботаҡтарҙы ҡырҡып алып яндырығыҙ. Ҡуңыҙҙарҙы иртәнге һалҡында һелкетеп ҡоялар йә йыйып алып юҡ итәләр, ҡарышлауыҡтарҙы ла йыйып алырға була.
Ҡайһы бер сәскәләрҙең асылмауын, етмәһә, төҫөн үҙгәртеүен күргәнегеҙ барҙыр. Был инде сәскә ҡуңыҙы бөрөгә йомортҡа һалған, хәҙер инде ҡарышлауығы сығып, таждарҙы эстән йәбештереп, өй яһап алған да, «ҡыйыҡ аҫтына» урынлашҡан тигән һүҙ. Ул үҫкәс, ҡурсаҡҡа әйләнә, аҙаҡ бәләкәй ҡуңыҙ булып китә. Был «өйҙө» юҡ итергә кәрәк.
Ә бөрсә (медяница) барлыҡ япраҡтарҙы ла балға батыра. Уларға тәмәке, һуған, һарымһаҡ ҡабыҡтарынан төнәтмә яһап, кис ҡорттар осоуҙан туҡтағас, һибегеҙ. Сейә япрағы ҡарышлауығы иһә ағас бөрөләнгән ваҡытта оялап ҡала. Бындай саҡта бөрө асылмай. Ҡарышлауыҡ сәскәләрҙе асырға тотона. Сәскәлә ул ҡағылған урындарҙа үрмәксе ауы тороп ҡала. Тосло емешле ағастарға коккомикоз ныҡ зыян килтерә. Япраҡта ваҡ ҡына көрән төҫкә ингән тимгелдәр барлыҡҡа килә.
Ағастарҙың сирҙәрен ваҡытында асыҡлап, уларҙы ҡоротҡостарға ҡаршы дарыуҙар менән иртә яҙҙан эшкәртергә кәрәк. Ҡыуаҡтарҙағы ҡарышлауыҡтарҙы юҡ итмәһәгеҙ, улар бик аҙ емеш бирәсәк.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО