RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Туҡымалар – уның әхирәте

27.02.2018 Туҡымалар – уның әхирәте

Туҡымалар – уның әхирәте
11 йәштән күлдәк теккән Рәшиҙә Ҡоҙашева артистарҙы кейендерә

Кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, тигән әйтем һәр ваҡыт үҙен аҡлай. Кешенең холҡон, эшләгән эштәрен белмәҫ элек уның ҡиәфәтенә һәм кейеменә ҡарап фекер тыуа. Ә артист халҡы өсөн ул бик мөһим фактор булып тора. Сәхнә күрке, биҙәге булыр өсөн таланттан тыш, зауыҡ һәм матурлыҡ тойғоһо ла кәрәк. Ә был матурлыҡты кемдәр тыуҙыра? Әлбиттә, тегенселәр. Көндәлек кейемдән сәхнәнеке айырылып торорға тейешлеге – яҙылмаған закон ул. Һәр хәлдә баҙарҙа һатылған күлдәктең сәхнә ҡанундарына тап килеүе икеле.

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары был йәһәттән бәхетле: уларҙың филармония асылған көндән башлапбөгөнгө көнгә тиклем тегеү цехында эшләүсе Рәшиҙә апайҙары бар. Һәр артисты үҙенең биш бармағы кеүек белгән, холҡон өйрәнгән, зауығын белгән был ханымдан тамашасылар ҙа күлдәктәр тектереүгә сиратҡа тора. Тик үҙ эшенә яуаплы ҡараған Рәшиҙә Бәҙри ҡыҙы Ҡоҙашева иң тәүҙә йырсы-бейеүселәрҙе кейендерә. Артабан инде туғандары, әхирәттәре өсөн бүләккә үҙ ҡулдары менән теккән әйберҙәрҙе әҙерләй. Хатта үҙе өсөн тегенергә ваҡыты ла ҡалмай тиерлек.
Рәшиҙә апайҙың әсәһе Мәғзүмә инәй, хәҙер инде мәрхүмә, үҙенең һигеҙ балаһын үҙ ҡулдары менән кейендерер булған. Бәйләмгә, тегенеүгә уның дүрт ҡыҙы ла бала саҡтан өйрәнеп үҫә. Ә үҙ аллы тәүге күлдәген Рәшиҙә апай 11 йәшендә, мәктәптә үткән “Көҙгө бал” байрамына тегә. Әсәһенән, уҡытыусыларынан маҡтау һүҙҙәре ишеткәс, туҡымалар менән дуҫлығы тағы ла нығый. Мәктәпте тамамлағас, ул яңы ғына асылған Баймаҡ һөнәрселек училищеһының тегеүселәр әҙерләү бүлегенә уҡырға бара. Эште белгәс, уҡыу ауыр булмай.Ә уның һәләтен белгәс, диплом алыуға училище етәкселәре үҙҙәрендә эшкә ҡалдыра. Тик оҙаҡ эшләй алмай, тыуып-үҫкән Сибай үҙенә тарта: ҡайтып, ательеға эшкә урынлаша. Ҡалмыҡ бейеүен башҡарған малайға костюм тегеп биргәс, Рәшиҙә апайҙыңданы тарала. Тәүҙә “Гөлдәр” бейеү ансамбленә милли кейемгә заказ ала, аҙаҡ инде ҡала мәҙәниәт һарайына эшкә саҡыралар. Сибай филармонияһы асылғас, өгөтләүҙәргә бирелеп, тегеү оҫтаһы унда эш башлай. 45 йыл буйы туҡымалар һәм энә-еп менән эш иткән ҡатындың ҡулынан нисәмә саҡрым оҙонлоғондағы туҡыма үтте икән? Беҙҙең өсөн үтә лә ҡатмарлы, атҡарып сығыу өсөн аҙналар кәрәк кеүек тойолған сәхнә күлдәген ул ике эш көнөндә “ҡойоп ҡуя”.
Әйткәндәй, Рәшиҙә апай үҙ һөнәрен ысынлап ярата. Сөнки ул Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, ҡаланың барлыҡ мәктәбенә саҡырыу алыуына ҡарамаҫтан, эшен ташламай. Ҡыҙы Эльвира ла әсәһе юлын дауам итә: тегенергә ярата, шул уҡ педагогия училищеһын тамамлаған.
– Эшемде яратһам да, үҙемә ҡарата талапсанмын. Тамамлаған эштәрем менән риза булмаған осраҡтар була. Йәшерәк саҡта тәжрибәһеҙлек арҡаһында туҡымаларҙы боҙған осраҡтар булды, әммә һәр ваҡыт хәлдән сығыу юлдарын таба белдем. Сәхнә костюмдары теккәндә йырсының теләген дә, режиссерҙарҙың тәҡдимен дә күҙ уңында тоторға кәрәк. Ә инде филармония менән “Сулпан” театрын берләштергәс, спектаклдәргә лә костюмдар тегә башланым. Рәссам менән бергә эшләгәс, тиҙ арала эшкә өйрәндем, премьералар алдынан персонаждары күп булһа, 12-шәр сәғәт теген машинаһы артында ултырғаным бар. Тиҙ арала тамамларға кәрәкһә, өйгә алып ҡайтып та теккәнем булды,– тип бәйән итте Рәшиҙә апай, эшенең үҙенсәлектәре тураһында һорағас.– Хеҙмәтеңде күреү ҡыуаныс бит ул. Матур артист матур күлдәктә сығыш яһаһа, тамашасыларға ла күңелле, йырсыға ла.
Аппликациялар, сәйләндәр, сигеүҙәр менән биҙәлгән күлдәктәр­ҙе Сибай филармонияһы артистарында күрһәгеҙ, белеп тороғоҙ: был матурлыҡты Рәшиҙә апай Ҡоҙашева тыуҙырған булыр. Ә күлдәк туҡымаһы уның күҙ нурҙары менән бергә серҙәрен дә, кәйефен дә үҙенә һеңдергән. Ҡул йылыһы ҡотон һаҡлай.

Нургөл ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай