RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уңышлының “Башҡорт йорто”

05.01.2018 Уңышлының “Башҡорт йорто”

Уңышлының “Башҡорт йорто”
Гөлсинә Фазлыева милли кейем магазинына килгән һәр кемдең күңелен күрергә тырыша

Ике ай элек Учалы ҡалаһында “Башҡорт йорто” барлыҡҡа килде. Был үҙенсәлекле сауҙа нөктәһен Азамат улы менән бергә асҡан Гөлсинә Фазлыева һөнәре буйынса география уҡытыусыһы. Байтаҡ йылдар элек, тормош шарттары үҙгәреү сәбәпле, яратҡан мәктәп эшенән айырылып, икенсе эшкә тотонорға тура килә уға. Көн дә илһамланып, ҡанатланып мәктәпкә йөрөүҙәрҙе, уҡыусылар менән мәж килеүҙәрҙе һағынып бер була Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы. Балаларға, ижадҡа һис бер ҡағылышы булмаған эш менән булышҡанда, күңеле һәр саҡ ҡыуаныс, йыуаныс сығанағы талап итә. Нисек күңел ярһыуын баҫырға белмәй, ҡул эштәренә сума, таштарҙан биҙәүестәр яһап ҡарай. Ә бер көндө ҡул эштәре оҫталарын, шул иҫәптән Гөлсинә Фазлыеваны ла Учалыла үткән конференцияға саҡыралар.

– “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. Үткәндәрҙән киләсәккә юл” тип атала ине ул, – магазин хужабикәһе ике йыл элек булған ваҡиғаларҙы кисә генә булғандай хәтерләй. – Ана шунда, аллы-гөллө милли кейем кейгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөрөгәндә, миңә, әйтерһең дә, күктән нурлы юл күрһәттеләр. Милли кейемебеҙҙең гүзәллегенә, камиллығына хайран ҡалып, уның киләсәге булыуына бар йөрәктән ышанып, үҙемә милли кейем тектерҙем. Уны мин шул тиклем яратып, рәхәтләнеп кейәм. Булмышым менән эшҡыуармын, идеяларым хаттин ашҡан. Һәм ниндәйҙер мәлдә барыһы ла бер төйөнгә төйнәлеп, бер бөтөнгә уҡмашты – милли һыҙатлы сауҙа нөктәһе асырға тейешлегемде аңланым. Уның исеме лә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килде. Улдарыма, киленемә, әхирәттәремә, дуҫтарыма ҙур рәхмәт, уларҙың ярҙамы менән магазин асылды.
Иртән эшкә “Башҡорт йорто”на киләм дә, үҙемде ҡабаттан өйөмә ҡайтҡандай тоям. Килгән һәр кемгә лә шул уҡ тойғоларҙы бирергә тырышам. Һатып алыусыларҙы үҙ телем­дә сәләмләйем. Ашыҡмаған­дарын күрһәм, өҫ кейемдәрен сисеп, бар әйберҙе яйлап, ентекләп ҡарауҙарын һорайым. Теләһәләр, ҡайнап ултырған самауыр сәйе менән һыйлайым. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемдең күңелен күрергә тырышам, һәр һатып алыусыма айырым иғтибар бүләм.
“Башҡорт йорто” тылсымлы кибеткә оҡшаған: унда бер-береһен ҡабатламаған ҡул эштәрен дә табырға, төрлө йүнәлешле махсус “мөйөш”тәрҙе лә күрергә мөмкин. Мәҫәлән, “башҡорт мөйөшө”ндә төп өлөштө тирмә алып тора, унда шулай уҡ милли кейем, биҙәүестәр, һауыт-һаба ла бар. Тирмә эсендә йәки тышында милли кейем кейеп, фотоға төшөргә була. Ҙур өҫтәлдә тәбиғи таштар урынлаштырылған. Магазинға килгән ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, уларҙы тотоп ҡарап, күңеленә ятҡанын һайлап, шунда уҡ биҙәүестәр ҙә эшләтеп алып ҡайта. “Мосолман мөйөшө”ндә – дини китаптар, атрибуттар, һаулыҡҡа файҙалы тауарҙар... Төрлө илдән, төбәктәр­ҙән алып килгән сувенирҙарҙы ла Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы “Башҡорт йорто” кәштәләренә ҡуйған. Донъя гиҙергә яратҡан ханым ҡайҙа барһа ла, ситтә оҙаҡ була алмай, һағынып, Учалыбыҙға кире ҡайта һала – тыуған ергә һөйөүе шулай сикһеҙ.
– Һуңғы йылдарҙа Италияла йәшәнем, ғәжәп матур, әкиәт илендә, – тип һөйләй Гөлсинә Фазлыева. – Минең, ябай география уҡытыусыһының, хыялдарын тормошҡа ашыр­ған ил ул. Ул илгә рәхмәтле булһам да, Башҡортостандан да гүзәлерәк ер юҡ, тим. Беҙҙә тәбиғәт тә, һауа шарттары ла ҡырыҫыраҡ, әммә барыбер тыуған ер иң ғәзизе икән. Ситтә йөрөп-йөрөп, шуны бар йөрәгең менән тойоп, аңлайһың, тыуған ереңдең ҡәҙерен белә башлайһың. Киләсәктә башҡорт гүзәлдәрен милли кейемдә күргем килә, исмаһам, берәй милли биҙәүес тағып йөрөһәләр ҙә, ҡыуаныр инем. Һабантуйҙарҙа, башҡа байрамдарҙа милли кейем кейгән балаларҙы күрһәм, шатлыҡтан һөйөнөп бөтә алмайым. Кейемебеҙ иҫ киткес матур, зауыҡлы, күркәм!
Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, рух күтәренкелеген юғалтмай, һәр саҡ алға барырға ынтыл­ған, бөгөнгө тәғәйенләнешен башҡаларға ҡыуаныс өләшеүҙә күргән Гөлсинә Фазлыева үҙ маҡсаттарына ирешә торған кешеләрҙән. Көндәлек эшен дә байрамға әйләндерә белә бит ул. Бәлки, уңыштарының сере лә шундалыр.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай