28.03.2017 Быймаңды йәй әҙерлә
Ейәнсура оҫтаһы Әмирхан Йылҡыбаев тәжрибә уртаҡлаша
Ниһайәт, кешелекте, бар тәбиғәтте йылы йәйгә яҡынайтҡан яҙ миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Селлә һыуыҡтары, ыжғыр бурандары менән ялҡыта төшкән быйылғы ҡыш та тарих булып үткәндәрҙә ҡалды. Ә һыуыҡтарҙан беҙҙең тәнде генә түгел, күңелдәрҙе лә, тун, пальто менән бер рәттән, мамыҡ шәл, бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләй һәм баҫылған быйма йылы килеш һаҡлап ҡалды. Кемдеңдер ҡул һәм күңел йылыһы һеңгән был әйберҙәр айырыуса бер матурлыҡҡа эйә бит ул. Уны аңлай белеү өсөн дә һиҙгерлек һәм нескә тойомлау кәрәк.
Ейәнсура районының Сәғит ауылында йәшәүсе Әмирхан Йылҡыбаев бына инде 20 йылға яҡын ауылдаштарын, райондаштарын үҙе баҫҡан быймалар менән ҡыуандыра. Иң тәүге ҡул эшен ул ейәнсәренә бүләк иткән. Беҙ оҫтаның үҙе менән танышып, бер пар быймаға күпме һарыҡ йөнө, ҡул көсө, ваҡыт кәрәклеге һәм эш барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Тәүҙә Әмирхан ағайҙың ағас эшенә оҫта булыуы тураһында ла яҙып үтергә кәрәктер. Был таланты уға быйма баҫҡанда ла бик килешкән: ҡалып, уҡлау, һырлы уҡлау кеүек кәрәкле ҡорамалдарҙы үҙ ҡулдары менән әҙерләп ҡуйған. Хатта ике түмәргә ырғаҡтар ҡуйылған йөн тетеү ҡорамалын да үҙе эшләгән. Дегәнәкле, бөргәкле йөндө ҡул менән таҙартыу оҙайлы процесс икәнен һәр кем белә. Ә был ҡорамал менән Әмирхан ағай бер кистә ике пар быймалыҡ йөндө таҙарта.
Быйма өсөн һарыҡтың көҙгө йөнөн алалар. Үтә лә оҙон булһа, Әмирхан ағай уны икегә ҡырҡып сыға. Эште башлар өсөн таҙартылған, тетелгән йөндө – ҡуныс өсөн йоҡараҡ, баш яғын ҡалыныраҡ итеп һикегә йәйеп һалалар (махсус линейка ла эшләп алған). Кәрәкле үлсәмдәр полиэтилендан йәки туҡыманан ҡырҡып эшләнә. Шул үлсәмгә тап килтереп, йөндө йыялар. Уны 2 – 3 сәғәт дауамында ҡул менән әүәләп, туҡмағыс менән тызығас, ҙур һәм үтә лә йомшаҡ быйма килеп сыға. Әүәләгән саҡта даими рәүештә бармаҡтар менән баҫып, уның ҡалынлығын тикшереп торорға кәрәк. Әгәр йоҡа булһа, ямау һалған кеүек итеп, тетелгән йөндө өҫтәп тораһың.
Аҙаҡ был йомшаҡ быйманы төрөп, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, сәғәт ярымдай һалып торорға кәрәк. Аҙаҡ уның эсенә ҡалып ҡуйып, махсус йәймә менән 1 – 2 сәғәт дауамында тапайһың. Тапай-тапай быйма тығыҙлана һәм кәрәкле үлсәмгә ултыра. Бик күп ҡул көсө китә, сөнки ни тиклем нығыраҡ тапайһың, ул шул тиклем сифатлыраҡ, тығыҙыраҡ була. Әҙер быймаға ҡалып кейҙереп, кипһен өсөн яғылған мейес башына ҡуялар. Ҡалып ҡойолоп төшә икән, тимәк, быйма әҙер (ҡалыптарҙың уңы-һулы булмауын белдек, бер кейеүҙә үк быйма кәрәкле формаға ултыра).
Заманында Әмирхан ағай айына 20 – 22 пар быйма баҫҡан. Тик ваҡыт үҙенекен итә, олоғайған һайын көсө кәмей бара.
– Хәҙер аҙнаһына 2 – 3 пар баҫа алһам, ҡыуанам. Ҡулға көс төшһә лә, әҙер быймаға ҡараһам, күңел күтәрелә. Электр утынан башҡа бер ниндәй ҙә сығым юҡ. Ә кемдәр һарыҡ тотмай, әҙер быймаларҙы һатып алырға килә. Шуға күрә үҙ хужалығымда 30-ҙан ашыу һарыҡ аҫрайым, – ти оҫта.
40-сы үлсәмле аяҡ кейеменә яҡынса 2,5 килограмм йөн кәрәк. Ейәнсурала балалар быймаһы – 500, ир-аттыҡы – 1800, ҡатын-ҡыҙҙыҡы 1500 һум тора. Тимәк, ҡулы эш белгән уңғандарҙың ата-бабалар кәсебе менән аҙнаһына 3,5 мең һум табыш алырға мөмкинлеге бар. Әмирхан ағай эш өсөн ихатаһындағы бәләкәй йортто файҙалана. Һарыҡ йөнөнөң бысраҡлығын, әсе еҫе булыуын иҫәпкә алғанда, был мәшәҡәтле эшкә тотоноу өсөн иң тәүҙә айырым бина кәрәклеген билдәләп үтмәйенсә булмай.
Әмирхан ағайҙың Ейәнсурала оҫта быймасы булараҡ даны таралған. Башҡарған эше “йүкә телефон” аша рекламалана. Ҡул көсөн йәлләмәй, сифатлы тауары оҙаҡ йылдар аяҡтарҙы йылыта. Ауылдаштары ул баҫҡан быймаларҙың ҡайһы берҙәре ун йыл дауамында матурлығын, йылылығын юғалтмауын билдәләне.
Әйткәндәй, табаны тишелгән быйманы табанлап (иҫке ҡуныстан табан ҡырҡып алып, 2 – 3 ҡат һалып тегәләр), ә ҡунысы туҙғанды ҡырҡып, өйҙә кейерлек башай эшләп алыу мөмкинлеген оноторға ярамай.
Әмирхан ағайҙан бер нисә файҙалы кәңәш.
– Быйма тиҙ туҙмаһын өсөн уны һыуланыуҙан һаҡларға кәрәк. Тыштан өйгә ингәндә һәр ваҡыт ҡарын һеперергә. Яҙын быйма тышынан калуш кейҙерергә.
– Йәй айҙарында көйә төшмәһен өсөн быйма эсенә әрем һалырға. Формаһын юғалтмаһын өсөн эсенә тығыҙлап гәзит тултырырға.
– Ҡара йөн ағына ҡарағанда сифатлыраҡ була. Шуға күрә ҡара быймаға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО