03.02.2017 Ҡыш – орлоҡ һайлау осоро
Ҡыш – буласаҡ үрсетмәләр өсөн сорттар һәм гибридтарҙы һайлап алыу осоро. Әйткәндәй, күп кенә баҡсасы гибрид менән сорттың айырмаһын аңламай. Гибридты орлоҡ ҡабында “F1” тип билдәләйҙәр. Күптәр был һүҙҙе күреү менән орлоҡто ситкә ырғытып ҡуя, сөнки ниндәйҙер тәбиғи булмаған нәмә кеүек ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, “F1” тип билдәләнгән ҡаптар эсендә һатылыусы орлоҡтар һыуыҡҡа бирешмәй, кемдер, төрлө сирҙән һаҡланған, тип уйлай. Эшен башлап ҡына торған баҡсасылар өсөн ошоно белеү етә – сорттарҙың уңышы һуңыраҡ өлгөрә. Сорттан үҫеп сыҡҡан йәшелсәләрҙең орлоҡтарын алып, артабан да ҡулланырға мөмкин. Ә бына гибридтар тиҙерәк өлгөрә, ләкин орлоғон алып, һаҡлап, икенсе йыл ҡулланыу насар уңышҡа килтерә. F1 орлоҡтарын селекционерҙар йылдар дауамында барлыҡҡа килтерә, тикшерә. Әлбиттә, һайлап алынып, сәсеп тикшерелеп, һуңынан һатыуға сығарылған гибридтар уңышты ла яҡшыраҡ бирә, сирҙәргә лә бирешеп бармай. Ҡыҫҡаһы, улар һауа температураһындағы үҙгәрештәргә, ҡоротҡос бөжәктәргә лә ҡаршы тора ала.
Ҡыяр орлоҡтары һалынған ҡапта “Бал ҡорттары ярҙамында һеркәләндерелә” тигән яҙыу булһа, уны теплицала үҫтермәгеҙ. Бал ҡорттары һәм башҡалар унда йыш осоп инә алмай. Теплицалар өсөн “партенокарпический” тигән һүҙ яҙылған орлоҡтар ҡулай. Ләкин ике төргә ҡараған был үҫемлектәрҙе бер-береһенә яҡын урында үҫтереү тыйыла.
Ҡыш буйы үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән йәшелсәләрҙе шул тиклем һағынабыҙ, шуға ла орлоҡтарҙың тиҙ өлгөргәндәрен һайлап алырға тырышабыҙ. Ҡыяр менән дә шул уҡ хәл. Ләкин тиҙ өлгөрөүсе сорттар һәм гибридтарҙың да кәмселектәре бар. Әгәр йәшел ҡыярҙы иртә ашай башларға хыялланһағыҙ, “Вояж” тип аталған гибрид орлоҡто сәсергә кәңәш итәбеҙ. Ул 33 көндә уңыш бирә башлай. Тик уңышы менән ҡыҫҡа ваҡытта ғына ҡыуандыра. Тимәк, тиҙ өлгөрөүсән гибрид һәм сорттарҙан күп уңыш алыу тураһында уйларға ла түгел. Тоҙлау өсөн “Цыган” һәм “Заначка” тип аталғандарын һайлағыҙ. һуң ғына өлгөрә, йәйҙең икенсе яртыһында ғына уңыш бирә. Тап шул ваҡытта төн менән көндәге һауа температураһы араһында айырма ныҡ һиҙелә. Шуға ла ҡыярҙа шәкәр туплана, сифаты яҡшыра. “Маменькин любимчик” тип аталғанының ҡара төҫтәге сәнскеләре бар, ул да тоҙлау өсөн бик ҡулай.
Магазиндан ҡарап тороуға бик күркәм булған, әммә бөтөнләй тиерлек тәме һиҙелмәгән ҡыяр алғанығыҙ бармы? Проблема шунда – хуш еҫле, һутлы ҡыярҙы һаҡлау, бер урындан икенсе урынға килтереү бик ауырға төшә. Шуға ла фермерҙар күпләп үҫтереү, һатыу өсөн ҡорораҡ ҡыяр биргән сорттарҙы һайлай. Ә беҙ “Мурашка”, “Кураж”, “Брейк”, “Щедрик” тигән сорттарҙы һайлап, һутлы ҡыяр ашай алабыҙ. Ялҡауҙар һәм баҡсаһына һирәк кенә инеп сығыусылар өсөн дә махсус сорттар бар. Мәҫәлән, “Лилипут”. Ул бер ваҡытта ла артыҡ ҙураймай, билдәле бер ауырлыҡҡа етә лә, өҙөп алғандарын көтөп, туҡтап ҡала. “Аванс”, “Капучино”, “Хасбулат” гибридтары ла шулай уҡ. Уларҙы тоҙларға ла мөмкин. “Весёлая компания”, “Дружная семейка”, “Весенний каприз” тип аталғандары эҫе ҡояш нурҙарына бирешмәй. Ә бына ҡараңғыраҡ баҡсалар өсөн “Кураж” һәм “Разгуляй” сорттары һәйбәт.
Яратҡан сорттар һәм гибридтарға йыл һайын ике-өс яңыһын өҫтәп торорға кәңәш итәбеҙ. Эш шунда – яңы гибридтар сирҙәргә әллә ни бирешмәй. Бер баҡсала төрлө сорт, гибрид үҫтереү бик шәп. Беренсенән, береһе уңмаһа, икенсеһе уңа. Икенсенән, айҙар буйы йәшелсәләр өлгөрөп тора. Түтәлдәрҙә иртә өлгөрөүселәр ҙә, һуң ғына уңыш бирә башлаусылар ҙа булырға тейеш. Үрсетмә сәсеү ваҡыты айырылмаһа ла, уңыш төрлө айҙарҙа күренә башлаясаҡ, был бик уңайлы.
Февралгә баҡсасылар өсөн ай календары
Сәсеү, ултыртыу һәм күсереп ултыртыу өсөн уңайлы көндәр
Ҡыяр - 1, 5, 12, 14
Йәшел һуған, петрушка, әнис, салат, кинза, сельдерей - 5, 12, 14, 23, 24
Помидор - 27, 28
Баклажан - 12, 14, 23, 28
Татлы борос - 14, 16, 23
Ташҡабаҡ, патиссон, ҡабаҡ, картуф, топинамбур, редис, дайкон - 12, 15, 20, 22
Сәсеү, ултыртыу өсөн тыйылған көндәр - 11, 26
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО