29.09.2016 Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Мичуринск муниципаль берәмегендә шәхси хужалыҡтар йыл башынан 2,5 миллион һумлыҡ һөт һатҡан
Шаран районының Мичуринск муниципаль берәмегендә ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу өсөн ваҡ шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ауылдарҙың күбеһе ҡартая төшһә лә, бында шәхси ихаталарҙа аҫралған мал һаны һуңғы йылдарҙа артыҡ кәмемәгән. 25 ауылды берләштергән ҙур биләмәлә халыҡтан һөт йыйыу ҙа яҡшы ойошторолған, был йәһәттән улар районда гелән алдынғылар сафында.
– Шуныһы ҡыуаныслы, шәхси сектор продукция етештереү һәм һатыуҙы тотороҡло рәүештә арттыра бара. Шуға һөт әҙерләүҙә быйыл да һынатмаҫҡа иҫәп, – ти ауыл хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе әлмира ҡасимова. – Йыл башынан халыҡтан 2000 центнерҙан ашыу һөт һатып алынған. Бынан ғына ла ауыл кешеләренең ғаилә бюджетына 2,5 миллион һум аҡса ингән. Шуны әйтке килә, халыҡтан һөт йыйыу кеүек ҙур һәм яуаплы эште Мария Григорьева һәм Олег Данилов кеүек булдыҡлы һәм уңған кешеләргә ышанып тапшырҙыҡ. Улар үҙҙәре лә үҙ хужалыҡтарында һөт малсылығы менән уңышлы шөғөлләнә. Бигерәк тә Яңы Йомаш ауылында йәшәп, эреле-ваҡлы һигеҙ ауылды хеҙмәтләндергән Мария Леонидовнаның күрһәткестәре яҡшы. Сөнки ул ауыл халҡы менән дә, әҙерләүсе ойошма менән дә уртаҡ тел табып эшләй. Комбинат уға йорттары янында һөт ҡабул итеү пунктын йыһазландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Хәйер, Яңы Йомашта был эште яңыса ойоштороуҙары менән үҙегеҙ ҙә барып таныша алаһығыҙ.
Йәш яғынан өлкәнәйә төшһә лә, үҙен эшлекле кеше итеп танытҡан Мария Григорьева Бәләбәй һөт комбинаты менән килешеү нигеҙендә икенсе йыл ғына эшләй икән. “Генераль директорҙың урынбаҫары Александр Головин үҙе беҙҙең ауылға килеп, мине һөт йыйыусы булып эшләргә күндерҙе. һинең ҡулыңдан киләсәк, техник яҡтан ярҙам итербеҙ, тине. һүҙҙәрендә торҙолар. Комбинат иҫәбенә һөт ҡабул итеү пунктын йыһазландырҙылар, бортлы “УАЗ” автомобиле алыу өсөн аҡсалата заем бирҙеләр”, – ти ул.
Журналист һуҡмаҡтары буйлап күпме йөрөп, ауылдағы шундай заманса һөт ҡабул итеү пунктын күргәнем юҡ ине әле. Өй алдындағы элекке гаражды үҙгәртеп ҡороуға Григорьевтар артыҡ ҙур сығым түкмәгән. ҡалғанын комбинат белгестәре үҙ иңенә алған. Улар пунктта ике тонна һыйҙырышлы һөт һыуытҡыс танк ҡороп ултыртҡан. Хәҙер Мария Леонидовнаға эҫе селләлә лә, йыйылған һөт продукцияһы боҙолоп ҡуймаһын, тип һис тә борсолаһы юҡ.
– Яҡын-тирәләге һигеҙ ауылда 120-ләп шәхси хужалыҡты хеҙмәтләндерәм, – ти ул. – Иҫке Сикәйгә иртәнге сәғәт 6-ла уҡ ҡуҙғалам. Биш ауылды әйләнеп сыҡҡас, йыйылған һөттө алып ҡайтып, резервуарға ҡоям һәм шунда уҡ һыуытҡысты эшкә ҡушам. Шунан ҡалған ауылдарға сығып китәм. Технология талап иткәнсә, танкта һөт 4 градусҡа тиклем һыуытыла. Бындай шарттарҙа ҡыҙыу ҡояшлы көндәрҙә лә тыныс күңел менән эшләйһең. Шуға Бәләбәй комбинатына ла тик яҡшы сифатлы һөт оҙатабыҙ.
Үҙенең яуаплы эшендә һөт йыйыусы ҡатын яңы “УАЗ” автомашинаһын кинәнеп файҙалана. Руль артына ла үҙе ултыра. Был транспортҡа эйә булыу өсөн эшкәртеүсе предприятие уға ике йылда бүлеп түләү шарты менән 600 мең һум аҡса биреп торған. Ул ғына ла түгел – комбинаттыҡылар “УАЗ” бортына 1 тонна һыйҙырышлы уңайлы һауытын да урынлаштырып ҡайтарған. Килешеүҙә яҙылғанса, шул транспорт менән ауылдан-ауылға йөрөгәндә бензинға киткән сығымды ла эшкәртеүсе предприятие үҙе ҡаплай икән.
Шундай хәстәрлекте тойған, үҙе лә ҡыҫҡа ғына ваҡытта уңғанлығын күрһәтергә өлгөргән Марияның эш һөҙөмтәләре лә матур. Йылдың ете айында ул 1400 центнер һөт йыйып тапшырған. Айырыуса йәй уртаһында һөт шишмәһе мул булған, июлдә ул әҙерләгән продукцияның күләме 350 центнерға еткән.
Беҙ шулай уҡ унан халыҡҡа күпме һөт аҡсаһы таратыуы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.
– Шуныһы яҡшы, “Бәләбәй һөт комбинаты” йәмғиәте ведомость буйынса һөт тапшырыусылар менән һәр 15 көн һайын иҫәп-хисап яһай, – тип төшөндөрҙө эшлекле ҡатын. – Бына уҙған айҙың икенсе яртыһында йыйылған һөт өсөн халыҡҡа 260 мең һум аҡса тараттым. Ауыл ерендә ниндәй предприятие шул тиклем аҡса түләй? Ҡыҫҡаһы, бөгөн һөт һатыуҙан мул ғына аҡса эшләп алырға мөмкин. Ана, Иҫке Сикәй ауылынан 3 – 4 һыйыр һауған әлфинә Миңдуллина әле көнөнә 30 литр һөт тапшыра. Йәйге муллыҡта күберәк тә ҡойҙо. Айына уның ҡулына 17 мең һум тирәһе аҡса инеп тора. Шаранбаш-Кенәздән Флүзә Ғизетдинова унан аҙға ғына ҡалыша. Яңы Йомаштан Ирина һәм Юрий Наумовтарҙы маҡтап телгә алмай булмай. Улар һәр саҡ һөттө иң күп тапшырыусылар исемлегендә. Үҙем дә хужалығыбыҙҙа өс һыйыр һауам, йәйге осорҙа 30-ар литр ҡойған көндәрем дә күп булды.
әлбиттә, һөйләшкәндә хаҡ сәйәсәтенә лә ҡағылмай үтә алманыҡ. Бәләбәй комбинаты йәйге миҙгелдә шәхси ихаталарҙан 1 литр һөттө 12 һум менән алған. Ауыл кешеләре өсөн тағы бер стимул ҡуйылған, әйтеүҙәренсә, юғары ҡуйылыҡтағы һөт тапшырған өсөн аҡса ла күберәк түләнә.
– Бына комбинаттан август айының тәүге 15 көнөнә ведомость ебәрҙеләр, – ти Мария Леонидовна. – Унда билдәләнгәнсә, мин әҙерләгән һөт продукцияһының 1 литры өсөн һатып алыу хаҡы 13 һум 3 тин килеп сыҡҡан. Тимәк, яҡшы сифатлы ҡуйы һөт йыйып тапшырғанбыҙ. Бынан инде ауыл кешеһе лә, эшкәртеүсе предприятие ла ота. Хәҙер беҙҙең яҡтарҙа халыҡ та шундай тәртипкә күнекте. Шуға миңә ауылдарҙа һөт аҡсаһын таратыуы ла күңелле, ваҡытында иҫәпләшкәс, етештергән продукцияһын һатҡан кешеләр ҙә ҡәнәғәт.
Үҙ эшенә яуаплылыҡ менән ҡарағас, уның үҙенең хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт сыға. Предприятие йыйылған 1 литр һөт өсөн уға бер һум түләй. Июлдә ул 35 тонна продукция әҙерләгәне өсөн ҡулына 35 мең һум аҡса алған. Үҙе әйтмешләй, халыҡ һөт һатыуҙа әүҙемлек күрһәтһә, уның кереме лә шунсаға арта.
– Хәҙер кешеләрҙе артыҡ өгөтләп тораһы юҡ, – ти ул.– Сөнки күп ғаиләләр шул һөт һатыуҙан ингән аҡсаға күҙ терәп йәшәй. Халыҡта ла, миндә лә ҡыҙыҡһыныу булғас, быйыл продукция йыйыуҙа 2000 центнер үрен уҙып китермен, тип торам. әлбиттә, беҙҙең өсөн ял көндәре лә юҡ, ярай иптәшем Сергей миңә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.
Эшлекле ҡатын Мария Григорьеваның күп балалы әсә булыуын да телгә алып үтергә кәрәктер. Улар ғаилә башлығы менән бер ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ололары инде үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға ла өлгөргән. Уртансылары Володя әле Камчаткала ил алдындағы изге бурысын үтәй. Мәктәп йәшендәге Леня менән Вася – өйҙә ата-әсәһенең иң ышаныслы ярҙамсылары.
Хужабикә үҙе былтыр, биш бала әсәһе булараҡ, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡҡан. Ләкин ижтимағи хеҙмәтте яҡын күргән Мария Леонидовна тыныс ҡына өйҙә ята алмаған, өс ай үтеү менән ошо эшенә урынлашҡан.
– Комбинат етәкселәренең, ауылдаштарымдың һүҙен йыҡманым инде, – ти ул. – Нисектер пенсияға сығыу менән икенсе һулышым асылғандай булды. Еңел булмаған әлеге эшемдән дә тик кинәнес табам. һәр көн иртән ҡуйы һөтлө тулы биҙрәләрен күтәреп, мине шәхси ихаталарҙа көтөп алалар. һүҙ ҙә юҡ, был эштә өлгөрлөк һәм тырышлыҡ кәрәк. Әлегә ауыл кешеләренән тик рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетәм.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.
Автор фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО