06.09.2016 Иген тула ҡураға
Ураҡтың тәүге көндәренән үк кемуҙарҙан сәмләнеп эшләгән хужалыҡтарҙан килгән «ҡыҙыл ылау»ҙар заманы, үкенескә күрә, онотолоп бара. Элек тулы ҡеүәтенә эшләгән элеваторҙар ярым буш бөгөн. һуңғы йылдарҙа ашлыҡ тапшырыу күләме бермә-бер кәмегәс, күптәренең кәмәһе ҡомға терәлде.
Эшмәкәрлеген 1953 йылда башлаған Сибай элеваторының хәле яҡшынан түгел ине. Йыл һайын төбәктә ҡабатланған ҡоролоҡ та йоғонто яһамай ҡалмағандыр, шулай уҡ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла предприятие көрсөккә терәлде. 2012 йылда ҡалала үткән «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция форумында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, «боҙ» урынынан ҡуҙғалды. Элеватор бөгөн «СИТНО» агрохолдингы ҡанаты аҫтына алынған.
Былтыр предприятиеның яңы тирмәне сафҡа инде. Ярты миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән ҡоролма тулыһынса заманса йыһазландырылған. «МИЛЛ СЕРВИС» итальян фирмаһында етештерелгән ҡеүәтле ҡорамал тәүлегенә 300 тонна иген эшкәртеүгә көйләнгән. Бында тартылған юғары һәм беренсе сортлы он Рәсәйҙең күп кенә төбәгенә һатыуға оҙатыла. Элек бер сменала һигеҙ кеше эшләһә, хәҙер ике хеҙмәткәр барыһына ла өлгөрә. Яңы тирмәндең пульт аша идара ителеүсе техника менән йыһазландырылыуы эште шулай күпкә еңеләйтә. Тартыуға әҙерләнгән бойҙай ете кимәлдә таҙартыу үтә.
Әлбиттә, республикала иң ҡеүәтле тирмәндең бар көсөнә эшләүе өсөн көньяҡ-көнсығыш райондарҙан ғына килтерелгән игендең етмәүе билдәле, шуға күрә Ҡаҙағстандан, Алтай крайынан, Ырымбур өлкәһенән дә бойҙай һатып алына. Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, игендең төрлө төбәктән килтерелеүенән ҡурҡырға ярамай, сөнки яҡшы он ете төр бойҙайҙы тарттырғандан һуң ғына барлыҡҡа килә. Шулай уҡ он тарттырғандан һуң ҡалған көрпә, кәбәк тә һатыуға сығарыла.
Ураҡ осороноң ғына түгел, йылдың сағыу бер мәлендә Сибай элеваторы алдында көн һайын иген ташыусы ылауҙар сираты күҙәтелә. Беҙ барғанда ла предприятиеның алды тулы машина ине. Роман Ҡансурин һәм Александр Минеев Силәбе өлкәһенең ҡыҙыл районынан бойҙай алып килгән. Илгиз Мәмбәтов иһә Хәйбулла районы Подольск ауылының Власенко крәҫтиән-фермер хужалығының ырҙын табағынан тейәлгән ашлыҡты дәүләт бураларына тапшыра. Иген ташыусы элеваторға тағылмалы «КамАЗ» автомобилендә көнөнә ике рейс ҡаты сортлы бойҙай килтерә. әле хужалыҡ эшселәре үҫтерелгән уңыштың яртыһын ғына йыйып алған. ҡалған игенде лә улар элеваторҙа һаҡлаясаҡтарын белдерҙе.
Сиратҡа теҙелгән һәр машина йөгөнән лаборатория белгестәре проба ала. Улар игендең сифатын тикшергәндән һуң ғына водителдәр йөктө үлсәү контроленә күсерә.
– Элеваторға Урал аръяғының барлыҡ райондары, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур тарафтарынан көнөнә 50-нән алып 90-ға тиклем машина иген тейәп килә. 20 июлдән ужым бойҙайы ҡабул итә башланыҡ. Артабан, уңыш өлгөрөүгә ҡарап, һоло, арпа, бойҙай китте, – ти предприятиеның производство-техник лабораторияһы начальнигы Елена Алексеевна Пинашина. – Лабораторияны, ғәҙәттә, элеваторҙың йөрәге тип атайҙар. Был аңлашыла, сөнки тап беҙҙә ҡабул ителгән игендең сифаты баһалана. Алынған анализдар күрһәтеүенсә, көндәрҙең эҫе тороуы игендең сифатына йоғонто яһамай ҡалмаған. Шулай ҙа уңыш насар түгел. Төп эшмәкәрлегебеҙ иген ҡабул итеү, киптереү, һаҡлау һәм эшкәртеү булғанлыҡтан, мәлдән файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. ҡурала 120 мең тонна иген һыйҙырырлыҡ мөмкинлек бар. Шуға күрә сентябрь буйы ла сеймал ҡабул итәсәкбеҙ.
Бөртөкләп тигәндәй йыйып алынған ашлыҡты юғалтыуға юл ҡуймаҫлыҡ һәм сифатына дәғүә белдермәҫлек итеп һаҡларға ла кәрәк. Сибай элеваторы хеҙмәткәрҙәре алдында тап шундай бурыс тора.
Гөлдәр ҠАДАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО