RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы уҡыу йорто яңы ҡаҙаныштар бирһен!

29.08.2016 Яңы уҡыу йорто яңы ҡаҙаныштар бирһен!

Яңы уҡыу йорто  яңы  ҡаҙаныштар бирһен!
Бөрйән районы үҙәгендәге белем усағы 1 сентябрҙә ишеген асасаҡ

Быйылғы йәй үҙенең эҫелеге, бығаса булмаған тәбиғәт күренеше – меңәрләгән саҡрым ерҙе ҡаплап һәм аҙналар буйы торған монары менән барыһын да аптыратты. Ләкин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе төҙөүселәренә был сүп кенә – әле уларҙың ҡыҙыу эш мәле. Бына-бына Белем көнө, яңы уҡыу йылы етеп килә һәм 1 сентябрҙә мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итергә тейеш. Шөкөр, бындай ҡәтғи графикка барыһы ла әҙер буласаҡ, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Ошо көндәрҙә беҙ Бөрйән районындағы сәфәр мәлендә мәктәп төҙөлөшө менән таныштыҡ.

Һуңғы йылдарҙа халҡы йылдам үҫешкән Иҫке Собханғолда белем биреү өлкәһендә проблемалар бер туҡтауһыҙ йыйылып килде. 1978 йылда һалынған ике ҡатлы мәктәптә уҡытыу ике сменала башҡарылды, кабинеттар етмәне. Интернат бинаһы ла иҫке ине.
Тәбиғи, быларҙың барыһы ла кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итте. Шулай итеп, 2014 йылдың декабренән ауылдың Ленин урамында эш башланды: интернат бинаһы һүтеп алынды, мәктәп нигеҙе өсөн соҡор ҡаҙылды, тимер-бетон блоктарҙан нигеҙ һалынды, кирбестән стеналар күтәрелде – шулай итеп, төҙөлөш эштәре 2015 йылда һәм быйыл һигеҙ ай буйы алып барылды.
Прораб Мансур Альберт улы Яппаров оҙатыуында төҙөлөш эштәре менән таныштыҡ.
– Әлеге ваҡытта бар көс 1 сентябргә төҙөлөштөң беренсе этабын – 550 урынлыҡ мәктәпте тапшырыуға йүнәлтелгән. Объектҡа барлығы 250 кеше йәлеп ителгән. “Баймаҡ ПМК-һы” йәмғиәте төп подрядсы булып тора. Унан тыш, башҡа ойошмалар ҙа бар. Ташсылар, иретеп йәбештереүселәр, елләтеү системаларын ҡороу­сылар, балта оҫталары, электриктар, штукатурҙар, мебель йыйыу­сылар – йәмғеһе 11 подрядсы эшләй. Төҙөүселәр күршеләге балалар сәнғәт мәктәбендә, ауылдағы ҡуртымға бирелгән өйҙәрҙә йәшәй. Уларҙы өс мәртәбә ашатыу ойошторолған. Әле объектты тапшырырға йыйынабыҙ, шуға ла оҙонайтылған эш көнө индерелде. Ҡайһы бер подрядсылар төндә лә эшләй. Бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә, санитар нормаларҙы ла тикшерәбеҙ, – тип һүҙен тамамланы ул.
Төҙөлөш башында уҡ блоклы газ ҡаҙанлығы сафҡа индерелгән, шуға күрә лә ҡышҡыһын эш урындары йылытылған. Материалдар төрлө ерҙән килтерелә. Бетон иҙмәһе өсөн ҡом, ҡырсын менән урындағы асфальт-бетон заводы тәьмин итә. Кирбесте “Баймаҡ ПМК-һы”ның Темәстәге заводынан ташыйҙар, шулай уҡ ундағы цех тәҙрә, ишек, таҡта, плинтус кеүек ағас изделиелары әҙерләй. Пластик тәҙрәләр иһә ПМК-ның Баймаҡтағы төп базаһында эшләнгән. Ҡоро иҙмәләр, буяу-елем, фурнитура кеүек кәрәк-яраҡ Магнитогорскиҙан алына.
Мәктәп эсенә инәбеҙ. Барыһы ла эш менән мәшғүл, кемдер таҡта, сым тотоп үтә, иҙәнгә плиталар йәйә, нимәлер үлсәй. Беренсе ҡатта һаҡлау, янғын һүндереү, елләтеү системаларын ҡуялар, иҙән йәйәләр. Икенсеһендә лә эштәр тамамланып килә, ә бына өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттар тулыһынса әҙер. Бина мәғариф өлкәһендәге бар яңы талаптарға, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә ярашлы итеп төҙөлә. Махсус бәҙрәфтәр, ошо көндәрҙә ҡороласаҡ ике лифт кеше ташыуға, берәүһе йөк өсөн тәғәйенләнәсәк. Кабинеттарҙың күбеһендә лаборатория бүлмәләре ҡоролған. Уҡыу-күргәҙмә әсбаптарын алыуға заказ бирелгән.
1 августан төҙөүселәргә ярҙамға уҡытыусылар өмәгә сыҡҡан. Ир-егеттәр көн дауамында парта-ултыр­ғыстарҙы йыйыу, ташып урынлаштырыу менән булыша. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә ике төркөмдә – береһе төшкә, икенсеһе кискә тиклем алмашынып, кабинеттарҙы йыйыштыра.
Хеҙмәт кабинетына верстактар ташыусы информатика уҡытыу­сыһы Рөстәм Вәлиуллин менән әңгәмәләшәбеҙ:
– Беҙҙең кабинеттар өсөнсө ҡатта урынлашасаҡ. Лаборант бүлмәһе өҫтәлде. Төҙөүселәр бер юлы беҙгә кәрәкле сымдарҙы һуҙҙы – уларҙың оҙонлоғо йәмғеһе 15 саҡрымға етә. Эстә лә, тышта ла видеокүҙәтеү буласаҡ.
Барыбыҙҙың да кәйефе шәп, артабан матурлап эшләргә лә эшләргә ҡала. Быға тиклем икешәр сменала уҡып балалар ыҙалана ине. Кадрҙар һәм уҡыусылар көслө беҙҙә: төрлө ярышта ла ҡатнашалар, БДИ-ны ла яҡшы тапшыралар, теләгән уҡыу йорттарына уҡырға ла инәләр.
Урамда ла эш ҡайнай. Мәктәп ауыш ерҙә урынлашҡас, күршеләге эске эштәр бүлеге бинаһы һәм тау яғынан тупраҡ ишелмәһен өсөн бетондан махсус терәк – стена ҡоролған. Әле мәктәп янында юлдарға, тротуарҙарға бордюрҙар урынлаштырыу, асфальт йәйеү кеүек төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
План-график буйынса элекке мәктәпте интернат бинаһы итеп үҙгәртеп ҡороу эше Яңы йылға тиклем башҡарыласаҡ. Әле уның эсендәге бар нәмәне алғандар, ҡыйығын һүткәндәр. Өҫтәмә рәүештә өсөнсө ҡат һалынасаҡ һәм интернат менән мәктәп йылытыл­ған галерея менән тоташасаҡ.
– Былтыр интернатта ятып уҡыр­ға теләгән балалар йөҙгә яҡын булды. Беҙгә беркетелгән зонаға ингән Мәндәғол, Кейекбай ауылдарының дүрт йыллыҡ мәктәптәренән һәм ете филиалдан 10 – 11-се клас­тарға уҡырға киләләр. Райондың башҡа ауылдарынан да балаларҙы ҡабул итәбеҙ, – тине мәктәп директоры Гәрәй Миңлеғәле улы Йомағолов. – Быйыл да балалар һанының шул кимәлгә етеүен күҙаллайбыҙ. 61 бала сәнғәт мәктәбендә йәшәне. Әлбиттә, был ваҡытлыса тороу урынында шарттар әллә ни маҡтанырлыҡ түгел, ләкин уларҙы яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләнек. Интернат төҙөлөп бөтһә, бүлмәләрҙә өсәр кеше йәшәйәсәк, өс бүлмәгә айырым бәҙрәф, йыуыныу урыны, душ ҡуйыласаҡ. Һәр ҡатта ял итеү, дәрескә әҙерләнеү бүлмәләре ҡороласаҡ.
Яңы бина яңы мөмкинлектәр бирә. Иң тәүҙә мәктәпте гимназияға әйләндереү теләге бар. Быға тиклем дә гимназия белеме биреүгә йүнәлтелгән кластар эшләне. Һөҙөмтәләр юҡ түгел – былтыр ил кимәлендә “ТОП 200” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” исемлегенә инеүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Хәҙер инде уңыштар артыр, яңы үрҙәргә үрләрбеҙ, тигән тулы ышаныс бар.
Бына-бына төҙөлөп бөтөргә әҙер торған мәктәп Бөрйән районы өсөн республика властары һәм район хакимиәтенән ҙур бүләк буласаҡ. Балаларға һәм уҡытыусыларға яҡшы шарттарҙа эшләргә һәм белем алырға, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләргә генә ҡала.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары

Яңы уҡыу йорто  яңы  ҡаҙаныштар бирһен!










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай