15.08.2016 Һитәһе лә витамин!
Бөгөнгө йәш ғаиләләр араһында ла умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Улар ата-бабаларҙан ҡалған матур шөғөлдө тағы ла киңәйтеберәк ебәрә, балдан, ҡортсолоҡтан килгән аҙыҡ-түлектең, тауарҙарҙың ассортиментын тағы ла күберәк итеп һата, ҡуллана. Иглин районында йәшәүсе Арсен Зәйнуллин – балсылыҡ менән шөғөлләнеүсе йәштәребеҙҙең береһе. Уның ҡырҡтан ашыу умартаһы бар. Әлбиттә, был тиклем умарта шәхси ихатаға ғына һыйып бөтмәгән, йәш атайҙың умарталары Үктәй ауылындағы матур бер урындағы умарталыҡта тора.
– Барса халыҡ белә: умартасылыҡ менән шөғөлләнеү бик файҙалы, килеме лә етерлек. Ләкин шуныһы: килем алыу өсөн шул бал ҡортоноҡонан да кәм булмаған егәрлелек кәрәк. Уның бит күҙгә күренмәгән, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эше күп. Шуға ла, балдан файҙа килгәнлеген аңлаусылар бихисап булһа ла, был эшкә тотоноусылар араһында дәғүәселек барыбер ҙә артыҡ күп түгел.
Хәҙерге ваҡытта кешеләр тәбиғи аҙыҡҡа ҙур иғтибар бирә. Бал тураһында әйтеп тә торорға түгел инде – был татлы аҙыҡтың тиңе лә юҡ. Арсен, ата-әсәһе – Флүрә һәм Рафаэль Зәйнуллиндар, кәләше Гөлнәзирә менән бергәләп, бал ғына түгел, кәрәҙ балы, һитә (перга) кеүек аҙыҡтар, прополис та һата. Әйткәндәй, һитәнең файҙаһын, халыҡ, ниһайәт, аңлай башланы шикелле, ул бит торғаны бер витаминдар ояһы – ал да һаулығыңды нығыт ҡына. Әлеге балсылар ғаиләһе лә һитәне көн һайын ҡуллана, балаларына ла даими рәүештә бирә. Уны һорап, һатып алыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара, төрлөләндереп, ҡаптарға төрөп һатыу эше лә йәнләнеп китте.
– Һитәне “бал ҡортоноң икмәге” тип тә әйтәләр. Беҙ уны балаларға ярты ҡалаҡ бирәбеҙ, үҙебеҙ берәр ҡалаҡ ашайбыҙ. Шөкөр, файҙаһы бар – химия ҡушып эшләнгән махсус витаминдар ары торһон! – тип һүҙгә ҡушыла Гөлнәзирә. Зәйнуллиндар балды тәүҙәрәк йөрөп тә һатҡан. Хәҙерге ваҡытта ундай мәшәҡәт юҡ, интернетта махсус төркөм төҙөп алғандар ҙа, заказдар ғына ҡабул итәләр, кәрәк кешегә алып барып бирәләр. Ҡыҫҡаһы, эштәре яйға һалынған тип әйтергә кәрәк.
Иглин районының тәбиғәте умартасылыҡ өсөн уңайлы, уңғандар һәм тырыштар унда бынамын тигән сифатлы һәм тәмле бал етештерә. Бәрәкәтле ер ул! Арсен менән Гөлнәзирә лә бар ерҙә лә өлгөрөп ҡалырға, тәбиғәт биргән байлыҡҡа үҙҙәренең тырышлығын ҡушып, заманса һәм матур йәшәргә ынтыла. Уларҙы һәм барлыҡ умартасыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Татлы уңыштар һеҙгә!
Лилиә СИРАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО