28.07.2016 Кем көтөүсе булырға теләй? йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы бар
Элек-электән ауылда көтөүселәрҙең абруйы ҙур булған. Әйтергә кәрәк, был эшкә тотонорға күптәр йөрьәт итмәй. Бары тик тырыштар һәм түҙемдәр генә үҙенә шундай ҙур бурысты алырға батырсылыҡ итәлер, моғайын. Халыҡ күҙ терәп торған малын улар ҡулына ышанып тапшыра икән, көтөүселәрҙең үҙҙәренән дә ҙур яуаплылыҡ талап ителеүе бәхәс тыуҙырмай.
Нишләптер беҙҙә көтөүселәргә ҡытлыҡ, йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән ауыл халҡы алдына ҡайҙан көтөүсе табырға тигән һорау килеп баҫа. Быйыл хатта социаль селтәрҙә, тегендә-бында көтөүсе талап ителә, тигән иғландар күренде. Баймаҡ районынан бер фермер 57 баш һыйырын көткән өсөн айына 25 мең һум эш хаҡы түләргә вәғәҙә бирә ине. Насар ғәҙәттәрҙән ары торған, көҙгә тиклем көн һайын эшләргә риза булған ир-ат табылдымы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Шулай уҡ Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында үҙ ваҡытында түләнә торған хеҙмәт хаҡы һәм уңайлы шарттары булған торлаҡ менән ҡыҙыҡтырҙылар.
Бер ауылда өсәү
Ейәнсура районының Яңыбай ауылында бер түгел өс көтөү, баҡһаң. Тик һәүкәштәрҙән генә торғаны! Халыҡ, эшһеҙлеккә зарланып ятҡансы күпләп мал аҫрай, һәр йортта тиерлек аҙбар тулы мал-тыуар. Йәй буйына хужабикәләр һөт, май, ҡаймаҡ һәм эремсеген Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһына алып барып һата. Был, әлбиттә, хуплауға лайыҡ. Ә кәзә-һарыҡтар ауылда үҙ яйына йөрөй, уларҙы, урындағылар әйтмешләй, ҡырға ҡыуалар.
Өс көтөүҙе лә халыҡ, мал һанына ҡарап, сиратлап көтә, көтөү көтөргә сыға алмаһа, бүтән кешене яллай. Бер көнлөк эш хаҡы – 1000 һум. Бында үҙ тәртиптәре лә бар – көтөү ҡарты һәм үгеҙ хужаларына ташламалар ҡаралған. Көтөү ҡарты тип көтөү өсөн яуаплы кеше атала, уның алты баш эре мөгөҙлө малы булһа ла, барлыҡ көтөү процесын контролдә тотҡан кеше булараҡ, өс көн генә көтөүгә сығасаҡ.
Ишембай районының Маҡар ауылында ла бер түгел, ике көтөү көтөлә. Береһен сиратлап, икенсеһен көтөүсе яллап көтәләр. “Көтөүсе табыуы бик ауыр, ғөмүмән, ниндәй эшкә булһа ла кадрҙар табыуы оло проблема. Ауыл ҙур булғанлыҡтан, халыҡ үҙе сходта икегә бүлеп көтөргә хәл итте. Бер баш малға айына 400 һум, әгәр ҙә халыҡ көтөү өсөн ваҡытында түләп барһа, көтөүсенең эш хаҡы лайыҡлы сыға”, – ти Маҡар хакимиәте ауылы биләмәһе башлығы Илнур Мөхйәнов.
Халыҡ ниндәй –
мал шундай
Иглин районында Үктәй ауылы биләмәһе көтөүҙе яҡшы ойоштора белеүе менән дан тота. Үктәй ауылы биләмәһенең эштәр идарасыһы Зилиә Кәримова әйтеүенсә, биләмәгә ҡараған биш ауылда ла халыҡ көтөүгә яуаплы ҡарай. Иртә яҙҙан ауыл йыйылыштарында һайланып ҡуйылған баш көтөүсе һәр ҡуралағы мал һанын яҙып ала. Халыҡ, мал һанына ҡарап, йәй буйына сиратлап үҙҙәре һайлаған көтөүлектә мал көтә. Быға тиклем көтөүселәр хеҙмәтенә бер ниндәй ҙә киҫәтеү яһағаныбыҙ юҡ, көндөҙ урамдарҙа малдың күренгәне юҡ, тип һөйләй Зилиә Фәтҡулла ҡыҙы.
Ысынлап та, барыһы ла халыҡтың үҙенән тора. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Ташбулат ауылы ике өлөшкә бүленгән – малын көтөүгә ҡыуыусылар һәм ҡыуырға теләмәүселәр. Яҡын-тирәлә яҡшы көтөүлек ҡалманы тип, йәки көтөүсегә берәй ғәйеп тағып, бәғзеләр урам тултырып һәүкәштәрен йөрөтә. Бында тана-торпо йәйгелеккә йәйләүгә оҙатылған, уларҙың бер башына ай һайын 350 һум хаҡ түләнә. Ә ауыл көтөүсеһе бер башҡа ни бары 250 һум һорай – башҡа райондар менән сағыштырып ҡарағанда, был иң түбән хаҡтарҙың береһе.
“Беҙҙең Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол, Оло Арыҫланғол ауылдарында ваҡ, эре мөгөҙлө һәм йылҡы малы айырым көтөлә. Хаҡтарына килгәндә, мәҫәлән, бер баш ат өсөн айына 150 һум, тайға – 100, ҡолонға 50 һумдан билдәләнгән. Аттарға иғтибар айырыуса көслө, сөнки урындағы халыҡ ҡаҙаҡтарҙың әленән-әле йылҡыны ҡыуып алып китеүенән зыян күрә. Бөгөн Әбеш һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында халыҡ малын үҙ яуаплылығында тота. Эргә-тирә туғайҙар сәселмәгәнлектән, һыйырҙар үҙ иркендә йөрөй. Ә элек колхоз заманында бындай “хөрриәт” булманы, потрава тип шунда уҡ бикләп ҡуйырҙар ине. Көҙ етеүгә ҡарауһыҙ йөрөгән эре мөгөҙлө малға тайыштабан тейә, ә бүреләр һарыҡ-кәзәне тамаҡлай. Дөйөм алғанда, беҙҙең халыҡ малды күпләп тота. бөгөн барыһы ла ныҡлап бесән эшләүгә тотонған. Һәр кемдә тиерлек техника, мал аҙығы әҙерләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай”, – тип һөйләне Хәйбулла районының Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте идарасыһы Айрат ағай Сурин.
Заманса көтөүсе
Хәҙер мал аҫраусы фермерҙар араһында GPS системаһы ҡулланыусылар ҙа бар икән. Илһам исемле ағай (йәшәгән урынын күрһәтмәүҙәрен һораны) малдарының муйынына махсус чиптар тағып, уларҙың ҡайҙа йөрөгәнен компьютерҙан ғына күҙәтеп тора.
– Был яйланмалар арзан түгел, шуға күрә иң баш бирмәгән, көтөүҙе артынан эйәртеп йөрөгән һыйырҙарға ғына тағырға тура килә. Аҡсам артып барғандан да түгел инде – улдарым менән алмаш-тилмәш мал көтәбеҙ, ҡайһы саҡ һәүкәштәр ҡараусыһыҙ ҙа ҡалып ҡуя. Фермерҙың эше тынғыһыҙ – ҡайһы бер көндә район үҙәгенә сабырға тура килә, һөт ташыу машинаһы ватылһа, запчасть артынан китәм, йәки мал аҙығын әҙерләүгә лә өлгөрөр кәрәк. Көн дә булмаһа ла ҡайһы саҡ малдарҙың бер ниндәй көтөүсеһеҙ ҡалғаны бар. Ошо ваҡытта замана мөғжизәһе – GPS-трекер тип аталған әйбер ярҙамға килә. Муйынына тағып ебәрһәң, малдың ҡайҙа йөрөүе хаҡында сигнал телефонға килә. Аккумуляторҙың көсө бер нисә тәүлеккә етә, был ысулды өс йыл ҡулланам. Ышаныслы көтөүсе табыуы оло проблема, табылғаны бер айға сыҙаһа бик шәп. GPS системаһына тәүҙә сараһыҙлыҡтан шикләнә-шикләнә тотонғайным, бик яҡшы әйбер булып сыҡты. Киләсәктә фермерҙар заманса көтөү ҡарауҙы киң файҙаланыр, тип уйлайым. Күптән түгел 12 йәшлек бәләкәй улым, “Атай, миңә квадроцикл һатып ал, көтөү көтөр инем”, тип белдерҙе. Был яҡшы идея, минеңсә, – тип, үҙенә лайыҡлы алмаш үҫеүенә ҡыуанысын йәшермәй Илһам ағай.
Аҡса бар ҙа ул...
– Көтөүсе булһа, ауыл халҡы йәй буйы түләргә риза. Тик беҙҙә береһе лә элек-электән мал артынан сабырға теләмәй. Ҡайһы саҡ көтөүсене ситтән, икенсе райондарҙан саҡыралар. Ни хәл итәһең, халыҡ был һөнәргә түбәнһетеп ҡарай. Эштең ояты юҡ, киреһенсә, ҡыл ҡыбырлатмай ҡул ҡаушырып ултырыу оят! Һуңғы йылдарҙа һыйыр һөтөнә хаҡ артҡас, халыҡ күпләп мал тотоуға ҡыҙығып китте. Эш булмаған яҡтар дүрт күҙ менән һөт аҙығы осорон көтә – тап ошо мәлдә кешесә бер аҙ аҡсаға туйынып ҡалабыҙ. Минең ҡалала даими һатып алыусыларым көн дә иртән көтөп тора, – тип һөйләй Сәриә апай, ауылын атамай ғына. – Килендәшем, күрше ауылдағы фермер хужалығында эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙе алты баш һыйыр һауа. Ярай әле эштә һауыу аппаратын ҡулланалар. Ике йыл элек яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләттән ярҙам күрһәтеләсәген ишеткәс, мин дә дәртләнеп киткәйнем. Һарыҡсылыҡ буйынса бизнес-план төҙөп, документтар йыйып, ауыл хужалығы бүлегенә тапшырҙым, 15 кешенең дүртәүһе генә 1 млн 500 мең һумлыҡ грант алды, ә мин ни өсөндөр төшөп ҡалдым. Күпме аҡса түктем, тик унда ла үҙ “блатың” кәрәк, имеш. Көтөүсегә килгәндә, беҙҙә ваҡ малды бер көн кеше яллап көттөрөү – 500, һыйыр малы 800 һумға төшә. Тик ялларға кеше табыуы ла ҡыйын, һәр кем ризалашып бармай.
Малыңды ҡыумаһаң…
Салауат районы хакимиәтенең юридик секторы мөдире Ольга Мельникова әйтеүенсә, ауыл хужалығы малдарын көтөүгә йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоусы граждандар менән етди эш алып барыла. Урындағы үҙидара органдары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә улар асыҡлана, артабан эш административ комиссияға тапшырыла, бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ штраф һалына.
Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.3-сө статьяһына (ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙоу) үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, быйылдан граждандарға – 1 меңдән 3 мең һумға, вазифалы кешеләргә (ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе, КФХ башлығы) – 5 меңдән 8 меңгә, юридик шәхестәргә (ауыл хужалығы ойошмаһы, КФХ) 15 меңдән 20 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған.
Законды икенсе тапҡыр боҙғанда, йәғни малын ҡабат ҡарауһыҙ ебәреп тотолһа, граждандарға 3 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Вазифалы кешеләрҙе бының өсөн – 10 меңдән 15 меңгә, ә юридик шәхестәрҙе 30 меңдән 40 мең һумға ҡәҙәре административ штраф көтә.
Ул барыһын да белә
Шулай итеп, ни өсөн береһенең дә көтөүсе булырға теләге юҡ, тип аптырайбыҙ. Баҡһаң, уның хеҙмәтен эшкә һанап, ваҡытында түләп барғандар һирәк. Ә бит тырым-тырағай йүгерешкән кеше малына баш булыуы һис тә еңел түгел. Һәйбәт көтөүсе малды ҡайһы ваҡытта ҡайҙа йөрөтөүҙе лә, ауырығанда йә быҙаулағанда тәүге ярҙам күрһәтеүҙе лә яҡшы белергә бурыслы. Ҡайһы бер йырсылар бөгөн үҙҙәренең көтөүсе булып хеҙмәт юлын башлауы менән маҡтана. Американың иң данлыҡлы Президенттарының береһе Теодор Рузвельттың сәйәсәткә килгәнсе ковбой булыуы бар донъяға билдәле. Тик юғарыла яҙылғандан сығып фекер йөрөтһәк, ауылда көтөүсе булырға бик һирәктәр ризалаша. Тағы ла уға мотлаҡ ат йәки башҡа транспортҡа атланырға кәрәк. Атың булмаһа, транспортҡа көн дә яғыулыҡ ҡойоу талап ителә. Ә шулай ҙа һыйыр малын сират буйынса көткәнсе, көтөүсе яллау, яҡшыраҡ булыр ине. Сөнки яуаплылыҡ тигән нәмә юҡ, көн үтһә булды, тип малды йүнләп ҡарамаған кешеләр ҙә күп бит.
Былай барһа, ауыл халҡына артабан да малын сиратлап көтөргә йәки һыйырына GPS-трекер тағырға ғына ҡала инде…
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО