29.04.2016 Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп була
Баймаҡ егете Әлфир Иҫәнбаев тимерсымдан селтәр үрә
Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләп килә. Илфат Сәфәрғәлин, Радик Арғынбаев, Фәрит Ниғмәтуллин ҡырсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнһә, яңы ғына үҙ эшен башлап торған Флүр Мырҙаханов бөтә көсөн баҡсасылыҡҡа һалырға иҫәп тота. Ҙур булмаған ауылда етештереү менән булышҡан шәхси эшҡыуар ҙа бар. Бөгөнгө һүҙебеҙ – нәҡ уның хаҡында.
Стәрлетамаҡ педагогия академияһының физика-математика факультетын тамамлаған Әлфир Иҫәнбаев төбәктә ҙур һорау менән ҡулланған әйберҙәрҙе тәрәндән өйрәнеп, бынан өс йыл элек тимерсымдан изделиелар етештереүгә тотонған. 2014 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тәғәйенләнгән грант аҡсаһына махсус станок һатып алып, төрлө төҫтәге тимерсыбыҡтарҙан рабица селтәре үреп һата. Хужалыҡта кәрәкле селтәрҙәр келәттә оҙаҡ ятмай, шунда уҡ һатылып бөтә. Әҙер материалды эргә-тирәләге ауылдарҙан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, хатта Хәйбулла районынан да килеп алалар.
Тырыш егет ошо көндәрҙә сөй етештереүсе станок та һатып алған. Әлеге көндә уны урынлаштырыу менән мәшғүл. Апрель аҙағына эшҡыуар 30-ҙан алып 120 сантиметр оҙонлоғондағы ҡаҙау етештереүгә тотонмаҡсы. Әлфир Зәбир улы әйтеүенсә, беҙҙең тарафтарҙы сөй менән Өфө, Орск ҡалалары эшҡыуарҙары тәьмин итә. Шуға күрә яҡташтарына сеймалды урында ла етештереп булғанын раҫларға теләй.
Ауылда ата-әсәһе менән йәшәгән Әлфир Иҫәнбаев Әбйәлил районынан кәләш әйттергән. Киләсәктә баш ҡалала төпләнергә өмөт итә. «Ә ул саҡта эшҡыуарлыҡ менән нисек шөғөлләнәһең?» – тигән һорауға ул:
– Әлбиттә, дауам итәм. Ошоғаса бер станокта үҙем генә эшләй инем, хәҙер улар икәү булғанлыҡтан, ярҙамсы алырға тура килер. Ышаныслы кешегә шөғөлдө тапшырғанда, әллә ҡайҙан тороп та бизнес алып барырға була, – тине ул, йылмайып.
Гөлдәр ҠАДАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО