RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Яҙғы сәсеүҙе үҙ мәлендә тамамларға өмөт бар”, – ти Ҡырмыҫҡалы районының “Башҡортостан” йәмғиәте эшсәндәре

29.04.2016 “Яҙғы сәсеүҙе үҙ мәлендә тамамларға өмөт бар”, – ти Ҡырмыҫҡалы районының “Башҡортостан” йәмғиәте эшсәндәре

“Яҙғы сәсеүҙе үҙ мәлендә  тамамларға өмөт бар”, – ти Ҡырмыҫҡалы районының “Башҡортостан” йәмғиәте эшсәндәреАпрелдең икенсе яртыһы, тәбиғәт бер аҙ көйһөҙләнеп, һыуытып, ямғыр һибәләп үткәндән һуң, көндәрҙең йылы һәм ҡояшлы тороуы менән һөйөндөрә. Быға айырыуса республика ауыл хужалығы эшсәндәре шат – улар дәррәү яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Үткән шаршамбыла Ҡырмыҫҡалы районы аграрийҙарының, атап әйткәндә, “Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эше менән таныштыҡ.

Быйылғы яҙҙың иртәрәк килеүе тупраҡтың алдан өлгөрөүенә булышлыҡ итте. Райондың ауыл хужалығы преприятиелары дым ҡаплауҙы тамамлау өҫтөндә. Шулай уҡ ужым һәм күп йыллыҡ мал аҙығы культураларын тырматыу, өҫтәмә туҡландырыу, орлоҡ ағыулау ҙа алып барыла.
Әле “Башҡортостан” йәмғиәтендә яҙғы сәсеү бара. Хужалыҡ етәксеһе Фәрит Латипов менән “Сәкинә башы” тип исемләнгән баҫыуға йүнәлдек.

Йәмғиәттең үҫемлекселек тармағына уртаса 3,5 мең гектар һөрөнтө ер тура килә. Бойҙай – 900, арпа – 700, шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағыш культуралары 200-әр гектар майҙанда сәселә. Мал аҙығына кукуруз үҫтерелә, былтыр кәзә үләне үҫтергәндәр.
– 700 гектарҙағы ужым арышы һәм кәрешкә ҡышты имен сыҡты, – ти Фәрит Мирсәйет улы. – Әле химик утау үткәрергә йыйынабыҙ. Бер юлы шыйыҡ ашлама менән өҫтәмә рәүештә туҡландырабыҙ. Ярауайҙарға ла ашлама индерәсәкбеҙ.
Орлоҡ алдан ағыуланды, бөгөнгә 500 гектар ергә бойҙай, 200 гектарға арпа сәстек. Көҙҙән ерҙе эшкәртеп тормайынса, сәсеүҙе минималь технология буйынса башҡарабыҙ.
Беҙ барған баҫыуҙа тап ошо алым ҡулланыла ине. Тәүҙә “Обь – 4” ҡамыл сәскесе ергә культивация үткәрә. Был баҫыуҙа ике агрегатта көндөҙ һәм төндә Илнур Сәйфуллин, Салауат Ҡаһар­манов, Фәнүр Ҡот­логилдин, Рифат Әминев эшләй. Улар­ҙың артынан Нәүфил Бай­булатов менән Райхан Хиса­мов эшләгән С – З сәскесе сыға. Орлоҡ ташыу­ҙы Фидаил Әминев башҡара.
Ә сөгөлдөр өсөн тупраҡ тейешенсә әҙерләнәсәк. Әйт­кәндәй, татлы тамырҙы иртә сәсеү үҙ һөҙөмтәһен бирә – сентябрҙә ямғырҙарға тиклем ҡоро көндә ҡаҙырға өлгөрәләр.
Сөгөлдөрҙө хужалыҡ өс шәкәр заводына тапшыра. Былтыр Шишмә менән Мәләүез ҡабул иткән, унан алдағы йылда Раевка эшкәрткән. “Сөгөлдөр беҙҙең өсөн бик табышлы культура”, – тип белдерә Фәрит Мирсәйет улы.
Хужалыҡтағы ХТЗ – 150К тракторҙары баҫыуҙағы культивациялау, сәсеү эшенә йәлеп ителһә, МТЗ – 82, МТЗ – 80 сәсеү, тейәү, йөк эштәрендә ҡулланыла. Улар са­ғыштырмаса яңы, тейешенсә хеҙмәтләндерелә, двигателдәренә капиталь ремонт үткәрелеп тора. Йәмғиәт һәр гектар өсөн субсидия ала, ул башлыса яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға тотонола. Әле уның беренсе өлөшө бирелгән, икенсеһе иһә мал аҙығы әҙерләү мәленә тура киләсәк. Әйтергә кәрәк, хужалыҡтың комбайндары юҡ. Мал аҙығы әҙерләүгә, ужым һәм ярауай иген уңышын, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға “Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалы ярҙамға килә.
– Эш хаҡын ваҡытында түләргә тырышабыҙ. Ауыл хужалығы продукцияһы, шә­кәр бирәбеҙ, быҙау алыусылар бар, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Эшселәрҙе ашатабыҙ. Гөлсәсәк Хөснөтдинова ҡыҙы Рита менән ашнаҡсы булып эшләй. Әле ашхана өсөн тәғәйенләп, айырым бина ремонтлана.
– Ситтән ярҙам көтмәйбеҙ, эштәрҙе үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ, – тип әңгәмәгә ҡу­шылды бригадир Риф Мо­ратов. – Эшләргә кеше бар, коллектив татыу, халыҡ үҙебеҙҙеке. Төп культураларҙы сәсеп бөткәс, көнбағышҡа, сөгөлдөргә күсәсәкбеҙ, улар­ға агрегаттар әҙерләнгән.
– Ярауай культураларҙы май башына сәсеп бөтөргә иҫәп тотабыҙ. Әлегә барыһы ла яҡшы. Бына ямғырға тиклем сәселгән баҫыуҙар йә­шәр­ҙе, тимәк, тупраҡта дым етерлек. Беҙгә ошо мәлде файҙаланып, сәсеү эштәрен тиҙерәк тамамларға кәрәк. Быйыл сәсеүҙе былтырғыға ҡарағанда 15 көнгә иртәрәк башланыҡ, – ти хужалыҡ етәксеһе.
“Башҡортостан” малсылыҡ тармағы менән дә уңышлы шөғөлләнә. 500 баш һыйыр малы бар, шуның 200-ө – һауын һыйыр. Улар ҡышты имен сыҡҡан, аҙыҡ та еткән. Әле йәйләү урындарын әҙерләү бара, үлән күтәрелеп, ер кипкәс тә, майҙың 10-дарында, мал шунда күсереләсәк.
Йомғаҡлап әйткәндә, хужалыҡтың эштәре көйлө бара. Иген­селәрҙең дә дәрт-дарманы етерлек. Быны баҫыу­ҙарҙа тракторҙарҙың гөрләп эшләүе дәлилләй. Тимәк, тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә буласаҡ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.
“Яҙғы сәсеүҙе үҙ мәлендә  тамамларға өмөт бар”, – ти Ҡырмыҫҡалы районының “Башҡортостан” йәмғиәте эшсәндәре










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай