RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй

12.11.2015 Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй

Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәйАуылдарҙы үҫтереү, уның киләсәген һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур ярҙамсы булыуын танымайынса булмай. Рәсми кәртәләре, ҡағыҙ эштәре ни тиклем генә күп булмаһын, ауылда эш асыуҙың тағы ла бер өҫтөнлөклө яғы бар. Үҙ йүнәлешеңде, маҡсатыңды белеп тотонғанда, ниәтеңә бер һүҙһеҙ ирешергә мөмкин. Сөнки ауылдарҙа конкуренттар һаны ҡаланыҡынан күпкә әҙерәк, йә бөтөнләй юҡ. Ошо урында Сермән ауылында йәшәгән Рушан Мәғәфүровты миҫалға килтерергә булыр ине.
Рушан Зәкир улы быға тиклем үҙенең ышаныслы кешеләре менән берләшеп, төҙөлөш менән булыша. Республиканың ниндәй генә районында булмай улар. Ҡыйыҡ та ябалар, бура бурап та күтәрәләр, нигеҙ ҙә һалалар, ҡыҫҡаһы, ғаилә ҡарау, балалар үҫтереү өсөн төҙөлөштә кәрәк бөтә эштәрҙе лә башҡаралар. Ун өс йылға яҡын ошо эштәрҙә йөрөй торғас, Рушан аныҡ ҡарарға килеп, күңелендәге уй-ниәттәрен тормош­ҡа ашырырға хәл итә һәм быйыл йәй һалым инспекцияһында юл төҙөү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлә. Уның был башланғысын Сермән ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов та хуплай һәм, дөрөҫ йүнәлеш биреп, үҙ йәһәтенән төрлөсә ярҙам күрһәтә. Шулай итеп, рәсми ҡағыҙҙарын теүәлләгәс, Рушан үҙенең ябай ғына “ЗИЛ” машинаһында, атаһының экскаваторын һәм тағы ла бер нисә техника берәмеге яллап, эшкә тотона.
Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәйҮҙ биләмәләрендә ошондай бәләкәй предприятие булдырған эшҡыуарға ярҙам итеүҙең файҙаһын яҡшы аңлаған хакимиәт башлығы егеттең эшен күҙ уңынан ысҡындырмай. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге тәүге сынығыуҙы алып, эшкә ныҡлап өйрәнеп китһен өсөн башлап үҙе килешеү төҙөй һәм Сермәндең Заһиҙуллин урамындағы ремонт эштәрен тамамлап, Заһир Исмәғилев урамындағы юлды төҙөкләндереүгә ризалыҡ бирә. Ул башҡа хакимиәт башлыҡтарына ла Рушандың хеҙмәте менән файҙаланырға тәҡдим итә. Ошо арҡала йәш эшҡыуар райондың бер нисә ауылында юлдарҙы ремонтларға, ҡырсынташ түшәргә өлгөргән дә инде.
– Кемгәлер ялланып эшләгәнсе, үҙ эшеңде асыу, уны үҫтереү өсөн тырышыу барыбер файҙалыраҡ та, күңеллерәк тә. Әлеге ваҡытта техниканың әллә ни ҡеүәтле булмауы кәрәкле һөҙөмтәгә ирешергә ҡамасаулай. Шуға күрә яңы заманса техника һатып алыу мәсьәләһен хәл итеүҙе тәүге сиратҡа ҡуйғанмын. Йәш эшҡыуарҙарға ярҙам итеүсе дәүләт программаларында ҡатнашырға ла иҫәп тотам, – ти Рушан Мәғәфүров.
Рушан Мәғәфүров ҡатыны Резеда менән Лилиә, Линара, Динә исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Резеданың һөнәре буйынса бухгалтер булыуы төрлө документ эшен алып барырға ярҙам итә. Биология факультетын тамамлаған юғары белемле ауыл егетенең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ урынын табыуы, ошо йүнәлештә файҙа килтереүе, әлбиттә, ҙур хуплауға лайыҡ. Уға ҡарап, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйып, үҙенә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтереп йәшәгән башҡорт егеттәре күберәк булһын ине, тип теләргә ҡала.

Айытбай ӘЙҮПОВ, Сермән ауыл хакимиәте башлығы:
– Рушандың маҡсатына ирешеүенә ышанам һәм ҙур өмөт бағлайым. Бик тырыш, уйлап эш итә белгән башлы егет. Ауылдың киләсәген бына ошондай егәрле йәштәр булдыра ла инде. Ғәҙәттә, тырыш кешеләрҙе үҫтереү өсөн күрһәткән ярҙам һәр саҡта үҙен аҡлай. Шуға күрә Рушандың эшен ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу өсөн һәр яҡлап ярҙам итергә әҙермен. Ауылда буш торған бер бинаны уларға гараж итеп биреү ниәте лә бар. Рушандың предприятиеһы саҡ ҡына нығынып алғас, уның юлдар буйынса ғына түгел, ауылдың һыу системаһын хеҙмәтләндерә башлауына ла өмөт итәм. Тағы ла бер ун кешене эшкә алһа, ул был эште лә бер ҡыйынлыҡһыҙ атҡарып сыға аласаҡ.
Ә инде юлдарҙы Рушандың ярҙамы менән эшләтеү хакимиәттәргә финанс яғынан да отошло килеп сыға. Мәҫәлән, ниндәйҙер физик шәхес менән килешеү төҙөһәң, социаль страховкалау фондына ла артыҡ аҡса түләргә тура килә. Ә былай, шәхси эшҡыуар булараҡ, һалым түләүҙе ул үҙ өҫтөнә ала. Хакимиәттәрҙәге бөтә юл да тиерлек иҫәпкә ҡуйылған, ремонт өсөн эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөүгә бер ниндәй ҙә кәртә юҡ.
Рушан ауылдың рухи тормошона ла битараф түгел, әлеге ваҡытта үҙенең егеттәре менән мәсетте төҙөп бөтөп бара.


Фәнис ДАНЪЯНОВ, Ишле ауыл хакимиәте башлығы:
– Айытбай Зәбир улының тәҡдиме менән, Рушан Мәғәфүровтың эшселәренән Ишлеләге юлды ремонтлаттырҙыҡ. Әлбиттә, хакимиәт­тәр­ҙә ошондай эшкә тотонған эшҡыуарҙарҙың булыуы бик отошло һәм файҙалы. Үҙ эшенә етди һәм яуаплы ҡараған эшҡыуарҙарға, һис шикһеҙ, ярҙам итергә кәрәк. Әгәр техника берәмеген арттырып, көслө, заманса техника менән эшләһә, Рушандың эше алға китер, тип уйлайым.



Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай