RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һөҙөмтәле эш өсөн файҙалы ял кәрәк”

03.07.2015 “Һөҙөмтәле эш өсөн файҙалы ял кәрәк”

“Һөҙөмтәле эш өсөн  файҙалы ял кәрәк”Дәүләкәндәргә Муллагилдин­дар­ҙың ғаиләһе яҡшы таныш. Шәхси эшҡыуарҙар районда үткән бик күп мәҙәни сараны ойоштороу өсөн матди ярҙам күрһәтә. Ғаилә башлығы Илһам да, ҡыҙҙары Айгөл дә моңло йырҙары менән концерттарҙы биҙәй. Биш йәшенән ҡулына гармун алған уҙаман һаман да йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ. Ғаилә районда ғына түгел, баш ҡалала үткәрелгән һәр сараны күҙәтеп барырға тырыша.
– Бер төрлө генә йәшәү рәүеше кешене тиҙ ялҡыта. Эшҡыуарлыҡ менән генә шөғөлләнгән булһам, бәлки, матди яҡтан әллә ни алға китеш булмаҫ ине. Ә бар яҡтан да үҫеш кешенең донъяға ҡарашын киңәйтә, юғары маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә. Эштә бар күңелде биреп, янып, арып өйгә ҡайтһаң, ғаиләләге матур мөхит тынысландыра, ҡәнәғәтлек тойғолары уята. Ә берәй концертҡа йәки спектаклгә барып рухи аҙыҡ та алһаң, арыу-талыуҙар онотола. Кеше араһына сығаһың, танышаһың, аралашаһың. Ошондай төрлөлөк йәшәүгә матурлыҡ өҫтәй, эшкә көс-ҡеүәт бирә. Һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн файҙалы ял да булырға тейеш тип иҫәпләйем, – ти Илһам үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында.
Ысынлап та, уларҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Өлгө булыр­ҙай матур йорт, етеш хужалыҡ ғаилә башлығының булдыҡлы булыуы хаҡында һөйләй. Ҡатыны Әлиә лә бар яҡтан да килгән, Илһамға тоғро, ышаныслы тормош юлдашы. Үҙҙәренең танышыу тарихын сибәр ханым йылмайып иҫкә ала:
– Донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе мин. Үҙемдең тәүге һәм берҙән-бер мөхәббәтемә кейәүгә сығыу насип булды. Үҙем Яңы Йәнбәк ауылында тыуып үҫтем. Күрше Ҡаҙырғол ауылына киске уйынға барған саҡта Илһамға тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Әсәйем һәр саҡ иң яҡын серҙәшем булды, икенсе көндө үк уға, Илһамға ғына кейәүгә сығасаҡмын, тип хыялдарымды һөйләгәйнем. Фәрештәнең, амин, тигән сағына тура килгәндер инде. Миңә 15 кенә йәш, ул инде еткән егет (Илһам менән Әлиәнең йәш айырмаһы 9 йыл – авт.), минең яҡҡа күҙ ҙә һалмай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, бар ҡыйыулығымды йыйып, үҙем уға һүҙ ҡуштым. Шул көндө үк мине оҙата килде. Ике йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Йәш саҡта уның матурлығына, моңло йырлауына, гел генә шат йылмайып йөрөүенә ғашиҡ булһам, йәшәй башлағас, уны тормош иптәше итеп һайлап, яңылышмауымды аңланым. Эшсән, ғәҙел, бер һүҙле, ғаилә өсөн тырышып йәшәүсе ышаныслы кеше ул Илһам. Ҡәйнәм дә мине үҙ балаһылай яҡын күреп ҡабул итте. Йәштән кейәүгә сыҡҡас, күп эште белеп тә етмәй инем, нисек донъя көтөргә икәнен тап унан өйрәндем.
Булдыҡлы ҡатын, кейәүгә иртә сыҡһа ла, белем алырға ла, үҙ эшен асырға ла, бала бағырға ла өлгөрә. Тәүҙә Өфөләге иҡтисад техникумын тамамлай, аҙаҡ ситтән тороп Мәскәү ҡалаһының финанс институтында белем ала. Әлеге ваҡытта шәхси теш дауалау поликлиникаһын етәкләй. Илһам да 18 йыл бергә ғүмер иткән ҡатынына булған ихтирамын йәшермәй.
– Әлиәне ысын башҡот ҡатыны тип әйтер инем. Сабыр холоҡло, аҡыллы, уңған хужабикә, ирҙе ир итә белгән кеше. Барлыҡ башлан­ғыстарымды ҡабул итә, ҡеүәтләй, ә инде ниндәйҙер килмәгән йәки ярамаған яҡтарым булһа, бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй, тыныс ҡына итеп матурлап аңлата, – ти ғаилә башлығы хәләл ефете хаҡында. – Ғаиләбеҙҙең ҡото, ырыҫы уның ҡулында. Бер ваҡытта ла кеше һүҙен, ғәйбәт тыңламаны. Ғаилә ҡорған йылдарҙа ауыл мәҙәниәт йортонда мөдир булып эшләй инем. Йәй айҙарында таңғы сәғәт биштәргә тиклем йәштәр менән бергә киске уйындарҙа йөрөргә тура килде. Ниндәй генә нахаҡ һүҙ еткермәнеләр ул саҡта. Әммә ул кеше һүҙенә төшмәне, миңә булған ышанысын юғалтманы. Ә ғаиләнең тотҡаһы – бер-береңә булған ышаныста.
Ҡыҙҙары Айгөл дә, атаһына оҡшап, сәнғәт донъяһына биш йәшендә килеп инә. Илһам юл ыңғайы ғына ҡыҙы менән сәнғәт мәктәбендә эшләүсе балалыҡ дуҫының хәлен белергә инә. Тап шул көндө ҡыҙ ошо мәктәптә уҡыр­ға теләүен белдерә. Ата-әсә, кәңәшләшкәндән һуң, ҡыҙҙарын фольклор класына бирергә була.
– Тәүҙә уның был ҡыҙыҡһыныуын етди ҡабул итмәнек. Ваҡытын файҙалы үткәрһен тигән теләктә инек, үҫә килә, бәлки, икенсе ҡыҙыҡһыныуҙары барлыҡҡа килер, тип уйланыҡ. Әммә Айгөл үҙенең киләсәген тап ошо мәлдә үк билдәләгән булып сыҡты. Бала саҡтан һәр минуты, сәғәте алдан бүленгән булды. Сәғәтте белмәгән ваҡытта уҡ, телдәренә ҡарап, бәләкәй уғы ошонда етһә, мин йырларға барам, тип ултырҙы. Тәүҙә башҡорт төркөмөнә генә йөрөһә, аҙаҡ рус төркөмөнә лә яҙылды. Үҫкән һайын йырға, сәхнәгә нығыраҡ тартылды. Район кимәленән яйлап республика кимәлендә үткән бәйгеләргә сыҡты, “Сулпылар”, ”Яҙғы тамсылар” конкурстарында лауреат булды, Франция, Италия сәхнәләрендә лә сығыш яһап өлгөрҙө. Уҡыуын тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының вокал булегенә уҡырға барырға теләк белдерҙе. Һәр кем күңеленә яҡын эш менән шөғөлләнергә тейеш бит, ҡаршы төшмәнек.
Йәш ҡыҙҙы ижад юлындағы ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Уға ғаиләләре менән аралашып йәшәгән сәнғәт әһелдәренең ниндәй ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша үткәне яҡшы таныш. Тик күңелендәге йыр-моңға бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү тынғылыҡ бирмәй, алға әйҙәй. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ “Ҡар бөртөгө”, “Өршәгем” һәм башҡа йырҙар менән радио аша үҙ тыңлаусыларын тапҡан Айгөл быйыл сәнғәт училищеһының тәүге курсын тамамлай. Бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре өсөн ул яҡын кешеләренә рәхмәтле:
– Бала сағымдың иң яҡты хәтирәһе – әсәйемдең бишек йыры. Бәлки, тап ошо йыр мине сәнғәт донъяһына алып килгәндер. Эште күңел һалып башҡарыу атай-әсәйемдән күскән. Улар миңә һәр ваҡыт өлгө булып тора. Күп кенә эшҡыуар, матди байлыҡ артынан ҡыуып, рухи донъяны онотҡан саҡта, уларҙың үҙ районыбыҙҙа сәнғәтте үҫтереү өсөн тырышыуы ихтирамға лайыҡ. Йырға килеү миңә еңел булды, сөнки ҡыҙыҡһыныуҙарымды аңлаған һәм йырларға мөмкинлек биргән атай-әсәйем бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп таланттарҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Ә бөгөн, талант һәм ты­рышлыҡтан тыш, юл ярыу өсөн сығымдар ҙа кәрәк. Шуға күрә атай-әсәйемдән үрнәк алып, киләсәктә, уҡыуымды тамамлағас, йырсы карьераһынан тыш, балалар өсөн студия асырға хыялланам. Маҡса­тым – талантлы балаларҙы сәхнәгә сығарыу.
Айгөлдөң маҡсатына ирешәсәгенә тамсы ла шикләнмәйем. Бул­дыҡлынан – булдыҡлы, талантлынан талантлы тыуа, тиҙәр. Ә Муллагил­диндар булдыҡлы ла, талантлы ла, һәр кемгә өлгө булырҙай матур ғаилә лә. Улар кеүек рухи ҡиммәттәрҙе онотмаған шәхестәр булғанда моң ҡәҙере юғалмаҫ.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай