RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛ

17.04.2015 ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛ

ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛКүптәр, яҡшы уңыштың нигеҙе – ҡиммәтле теплицала, тип уйлай. Әлбиттә, сифатлы, ҡиммәтле теплица уңышҡа үҙ өлөшөн индерә. Әммә тере организм тураһында һүҙ барғанда, төрлө сер һәм хәйләне лә иҫтә тоторға кәрәк. Унда үҫтерәсәк йәшелсәнең гибридын, орлоғон ентекле һайлау талап ителә, теплица өсөн махсус сығарылғандарын алыу тағы ла шәберәк. Сорттың ниндәй сиргә, ниндәй шартҡа бирешеүен, сыҙауын белеү мотлаҡ.

Мәҫәлән, ябыҡ тупраҡта үҫергә тейешле гибрид йылыға, дымға мохтаж. Асыҡ һауала үҫеүсе вағыраҡ була, ул әллә ни таралып үҫмәй. Теплицала үҫергә яраҡлы гибридтың ысыҡҡа ла бирешмәүе шарт. Сөнки теплица эсендә дым, һауа мотлаҡ артыҡ дымлы буласаҡ. Тамыры сереп барған сорт та ҡаплаулы тупраҡта үҫеү өсөн яраҡһыҙ. Һыуыҡ ысыҡ бер көн эсендә ҡыярҙы юҡҡа сығара ала. Уңышһыҙ ҡалмаҫ өсөн бер теплицала төрлө гибридты һәм сортты үҫтерергә кәрәк. Был ваҡытта уларҙың берәүһе булһа ла мотлаҡ уңасаҡ. Әйткәндәй, орлоҡтоң ике-өс йыл һаҡланғаны был­тыр­ғыға ҡарағанда уңышты яҡшыраҡ бирә. Уны сәсер алдынан йылытып алығыҙ.
Помидор менән ҡыярҙы бер теплицала сәсмәйҙәр, сөнки был ике йәшелсә ике төрлө шарт талап итә. Ҡыяр дым менән йылы яратһа, помидор бындай шартта сиргә һабыша. Бер теплицала по­мидор менән татлы борос, баклажан үҫтерелә, түтәл ситтәренә сәселгән базилик та гөрләп торасаҡ. Баклажан помидор менән татлы борос­ҡа ҡарағанда ла йылыны нығыраҡ ярата, ҡырауға сыҙамай. Баклажан һәйбәт үҫһен өсөн 13 – 15 градус йылылыҡ талап ителә. Оптималь температура: 20 – 25 градус. Йылылыҡ 13-тән дә төшә башлаһа, йәшелсә һарғая һәм һәләк була.

Теплицала үрсетмә тейешле схема буйынса сәселһен, үҫтерелһен. Тупраҡты асыҡ тотмағыҙ, өҫтөнә тиреҫ, һалам, ваҡланған һәм киптерелгән үлән түшәргә мөмкин. Әгәр тупраҡты кесерткән менән ҡаплаһаң, был төрлө ҡоротҡос­тарҙан һаҡлай. Апрелдә теплицалағы ер иреү менән, түтәлдәр араһындағы һуҡмаҡта 15 – 20 сантиметр тирәһе траншея ҡаҙалар. Был траншеяға тиреҫ һалып, өҫтөнә саҡ ҡына ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. Тиреҫ аяҡҡа йәбешеп тормаһын өсөн өҫтөн һалам, ағас онтағы менән ҡаплай­ҙар. Ошо килеш траншея бер аҙна самаһы торорға тейеш. Аҙна дауамында теплица өсөн бик шәп “батарея” буласаҡ, зарарлы газ сығып бөтәсәк. Ошолай йылытылған теплицаға үрсетмәне апрель аҙағында уҡ бер ҙә ҡурҡмай күсереп ултыртырға була, уға ҡырау ҡурҡыныс түгел. Йәй дауамында үҫентеләр менән бергә юлға ла һыу һибеү талап ителә. Бигерәк тә баклажан, помидор, татлы борос үҫтерелгән теплица өсөн ошондай траншея яҡшы.

Теплицала һыуҙы йәшелсәнең төбөнә ҡойорға кәрәк. Был помидор “чума”һына – фитофто­роз­ға ҡаршы профилактик сара ла булып тора.
Апрель аҙағында, ә ҡайһы бе­рәүҙәр уртаһында, парник эш­ләп, полиэтилен пленка аҫтында аҡ күсәнле кә­беҫтә, брокколи үрсетмәләрен сә­сә. Аҙаҡ асыҡ тупраҡ­ҡа күсерер өсөн, әлбиттә. Ай аҙағында япраҡлы салат, кресс-салат, шпинат, ҡуҙғалаҡ, редис, борсаҡ, һуған, әнис, петрушка, кишер кеүек йәшелсәләрҙе туранан-тура түтәлгә сәсә башларға ла була. Ошо ваҡытта прививкаланған раузаны күсереп ултыртырға мөмкин.

Тап ошо көндәрҙә емеш ағастарының зәғиферәк, артыҡ ботаҡтарын ҡырҡыу эштәре тамамлана.

Кәңәш

,Кәбеҫтә аҡ күбәләктән зыян күрмәһен өсөн йәшелсә үҫкән рәт араһына помидор ултырталар. Ситләтеп фасоль сәсеп сығалар.

,Фасоль менән помидорҙы яҡын ултыртыу файҙалы, улар көслө була. Эргәләренә редис та сәсһәң, редисҡа ҡорт төшмәй.

,Кишерҙең осло яғын ҡырҡып ташлап һаҡлау яҡшы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай