24.01.2015 Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ҡурҡытмаймы?
Ғинуарҙа Рәсәйҙә инфляция күләме, һуңғы биш йылдағы күрһәткестәрҙе уҙып, 11, 2 процент тәшкил итте. Социаль әһәмиәттәге тауарҙарға хаҡтарҙың ҡапыл артып китеүе былай ҙа ҡасандыр һаҡлыҡ кенәгәһенә аҡсаһын һалып «янған», иҡтисади тотороҡһоҙлоҡто кисереп тетрәнгән һәм асыуы ҡабарған халыҡтың күңеленә тағы шик һалды. Яңы йылдан һуң хаҡтар ныҡ артасаҡ, тигән һүҙҙәр раҫҡа сыҡты. Ысынлап та, бер нисә процентҡа ғына түгел, ике тапҡырға артып китте. Илдәге финанс тотороҡһоҙлоғона һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?
Илдар МӘҠСҮТОВ:
– Көнкүреш техникаһына хаҡ ныҡ артҡан. Октябрҙә телевизор алып ҡалғайныҡ. Ярай әле ваҡытында алғанбыҙ, тип һөйөнөп ултырабыҙ. Ул хәҙер ун мең һумға ҡиммәтерәк тора.
Үҙем төҙөлөш менән шөғөлләнгәс, ете мең һумға бер йышҡы ҡарап, аҡса булғас алырмын әле, тип уйлағайным. Бер көндө шуны тағы барып ҡараһам, хаҡы ун дүрт мең һум . Хаҡтар гел улай тормаҫ, төшөр әле, тигән өмөт бар.
Әлимә ҒӘЛИМОВА:
– Кредит алып, йорт һала башлаған кешегә төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыуы насар. Юрғанға ҡарап аяҡты һуҙабыҙ. Әммә финанс кризисы бик ҡурҡытмай. Хаҡтарҙың ҡапыл артыуына күнегеп бөткәнбеҙ, сыныҡҡанбыҙ. Банктарҙа миллион, меңәр һумлап аҡсаһын һаҡлаған кешеләр өсөн генә ҡурҡыныс ул финанс көрсөгө. Башҡа төшһә, өйрәнәбеҙ инде.
Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ:
– Әгәр ҙә Үҙәк банк ниндәйҙер саралар күрмәһә, доллар курсы күптән 100 һумға барып етер ине. Әлегә ул бер кимәлдәрәк тотола. 1998 йылдағы кеүек хәл булһа, 2 – 3 айҙан аҡса запасы бөтөр ине. Әлеге көндә доллар курсы ике тапҡырға күтәрелде (элек бер доллар 34 һум булһа, хәҙер 66 һум). Декабрь аҙағында Үҙәк банк валюта курсын кәметеп, интервенция яһап тороуҙан туҡтап, ҡапыл доллар курсын күтәрмәй, һаман да миллионлап доллар һатып торһа, 2 – 3 айҙан аҡса запасыбыҙ кәмеү ҡурҡынысы булыр ине.
Лилиә БИКБУЛАТОВА:
– Был тотороҡһоҙлоҡ халыҡты утыҙ йыл буйына ҡаҡшатты.
Ишдәүләт САФИУЛЛИН:
– Тауарҙарға хаҡ арта, ә эш хаҡын арттырырға уйламайҙар. Хәҙер мең һум аҡсаның бәрәкәте юҡ. Ҡайҙа ҡарама – ҡыҫҡартыуҙар, бюджетта аҡса етмәй. Шунан ябай кешелә йәшәргә ҡайҙан стимул булһын инде?!
Әхмәт КИНЙӘБУЛАТОВ:
– СССР-ҙағы кеүек, бер доллар 83 тин булһа, иртәгә нимә эшләргә? Хаҡ артҡанға аптырамайыҡ, түҙәйек. Бына доллар курсы төшөп китһә, нимә эшләрбеҙ?
З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО