RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ТОРБА ҒЫНА ҠАЛДЫ ҺЕРӘЙЕП…

16.01.2015 ТОРБА ҒЫНА ҠАЛДЫ ҺЕРӘЙЕП…

ТОРБА  ҒЫНА ҠАЛДЫ ҺЕРӘЙЕП…12 көнгә һуҙылған байрам көндәре үтеп, рәхәтләнеп ял итеп, эш урындарыбыҙға килеп еттек. Эш башлар алдынан Матбуғат йорто тәҙрәһенән тышҡа ҡарап ултырып алырға күнегелгән. Унда әллә ни матур пейзаж булмаһа ла, барыһы ла яҡын, ҡәҙерле. Һәр хәлдә, йылдар буйына Өфөләге 1-се йылылыҡ цехының (КЦ 1) 90 метрлыҡ торбаһына ҡарап ултырам. Тик был юлы торбанан талғын ғына сыҡҡан төтөнгә ҡарап уйланырға ваҡыт булманы – цех эргәһендәге УЗЭМИК заводының бер бинаһы ҡотто алды. Бом­баға тотҡандармы ни – емерелеп төшөргә оҡшап тора, тәҙрәләре өңрәйгән, станалар аҡтарылған. Ҡотһоҙ инде, дөрөҫөн әйткәндә.

Заводты һүтеп, урынына йорттар һәм сауҙа комплексы төҙөйәсәктәре тураһында уҡып белә инек инде. Тик күҙ алдында эшләп торған предприятиеның юҡҡа сыға барыуы нисектер моңһоу уйҙарға батырҙы. Төрлө сығанаҡтар төрлөсә мәғлүмәт бирә: берәүҙәр, заводты Нефтекама ҡалаһына күсерәсәктәр, тип иҫбат итергә тырыша, икенселәр, Өфө­нән саҡ ҡына ситкәрәк сығарасаҡтар, тип аңлата. Беҙҙең яҡтан әле генә күренә башлаһа ла, заводтың эске территорияһындағы корпустарҙы күптән емерә башлағандар булып сыҡты. Унда эшләгән меңләгән кешенең яҙмышы нисектер инде хәҙер – аңлашылып бөтмәй. Нимә генә булһа ла, эшһеҙ ҡалдылар. Етмәһә, әлеге сетерекле ваҡытта…

Интернеттан алынған мәғлүмәттәр буйынса, УЗЭМИК заводының 17 гектар самаһы территорияһында күсемһеҙ милеккә ҡараған биналар төҙөләсәк. Йәғни люкс класына ҡараған бейек йорттар, ҡунаҡхана, бик ҙур сауҙа комплексы, парковкалау урындары барлыҡҡа киләсәк. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2,5 – 3,5 миллиард һум инвестиция һалынасаҡ, тигән мәғлүмәт бар. Рәсәй химиктар профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе биргән мәғлүмәттәр буйынса, 2013 йылдың 1 ғинуарында заводта 987 кеше эшләгән. Сағыштырып ҡарағыҙ: 2000 йылда эшселәрҙең һаны 2605 булған.

Теге күҙлек, был күҙлек…

Социаль күҙлектән сығып уйлап ҡараһаң, меңләгән кеше эшләгән заводты юҡҡа сығарыу ҙур хата кеүек. Предприятие башҡа ҡалаға күсерелгән осраҡта, унда эшләү өсөн күсеп китеү мөмкин булмаҫлыҡ хәл. Етмәһә, хәҙерге ваҡытта ятаҡ кеүек йәшәү урындары биреүсе ойошмалар юҡ кимәлендә.
Ләкин иҡтисади күҙлек мәсьәләгә башҡасараҡ баға. Завод һуңғы ваҡытта, килем килтермәү генә түгел, ҙур юғалтыуҙар менән эшләгән. Баш ҡала үҙәгендә төҙөлгән фатирҙар, сауҙа комплекстары тиҙ арала файҙа килтерә башлаясаҡ, ә инде заводтың эшен яйға һалыу бик ҙур сығымдар талап итә. Баш ҡала уртаһындағы ер алтын бәрәбәрендә, бизнесмендарға уны производство өсөн ҡулланыу мәғәнәһеҙ. Шуға ла ундай урындарҙа сауҙа комплекстары, элиталы йорттар төҙөлә лә инде.

Әлбиттә, экологик яҡтан ҡарағанда ла, ҡала уртаһында завод эшләп тороуы яҡшы түгел. Өфө ҡала эсендәге зарарлы предприятиеларҙан ҡотолорға тырыша. Был эш 15 йыл самаһы дауам итә, тип әйтергә була. Иғтибар итһәң, бөтә ерҙә лә шул уҡ хәл: элекке «Мир» фабрикаһының тегеү цехтары урынында сауҙа комплексы үҫеп сыҡты, сәй фабрикаһы урынында ла һатыу итәләр. Һөт комбинатына тиклем барып еттеләр, уның урынында ла бик матур йорттар ҡалҡып килә. Ҡыҫҡаһы, был – мегаполис өсөн ҡотолғоһоҙ хәл.

Миҙалдың ике яғы бар. Бер яҡтан ҡараһаң, ҡала уртаһында матур сауҙа һәм ял итеү комплекстары, күркәм йорттар барлыҡҡа килә. Улар һауаға насар матдәләр бүлеп сығарып та зарарламай. Ләкин ҡеүәтле сәнәғәт потенциалы булмаған ҡалалар тора-бара көсһөҙләнә. Халыҡ эшһеҙлектән йонсой башлай. Ә бының эҙемтәләре бик насар икәнлеген аңлатып тороу ҙа артыҡ.

Ҡеүәтле гигант булған

Был заводта нимә етештерҙеләр икән, тип ҡыҙыҡһыныу урынлы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, унда ауыл хужалығы, диңгеҙ флоты, полиграфия, нефть-газ, автопром кеүек йүнәлештәрҙә кәрәкле изделиелар сығарылған.

Предприятие Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградтың Өфөгә эвакуацияланған “Красный треугольник” һәм Ярославль ҡалаһының бер заводы базаһында төҙөлгән булған. СССР заманында резина-техник әйберҙәр етештереү буйынса донъяла лидер булып торған. Уның продукцияһын, беҙҙән тыш, тағы ла 40 илдә ҡуллан­ғандар. Ләкин 90-сы йылдарҙа, баҙар иҡтисады башланыу менән, предприятиеның эше аҫҡа тәгәрәй башлаған. Проблема шун­да – йылдар буйына завод ҡорамалдарын заманлаштырыу, етештереү йүнәлешен аҙыраҡ булһа ла үҙгәртеү өсөн бер тинлек тә эш эшләнмәгән. Заводта 1904 йылда етештерелгән техника ла бар икән хатта. Һөҙөмтә шул – беҙҙең тәҙрәләр­ҙән ҙур-ҙур техника менән аҡтарылып ятҡан завод тәҙрәләре һерәйеп күренеп тора…

Юғалмаҫ ул!

2011 йылда “Компания “РИА” ойошмаһы “УЗЭМИК” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акцияларының 42 процентын дәүләттән һатып алғайны. Был компанияның быға тиклем үк завод акцияларының контроль пакеты хужаһы булғанлығын билдәләп үтәйек. Шулай булғас, “Компания “РИА” ойошмаһы сәнәғәт гигантының тулы хужаһы булып та китә.
Эйе, заводтың хужаһы дәүләт түгел, ул шәхси эшҡыуар ҡулында. Уның милкен теләһә нимә эшләтергә хаҡы бар, әлбиттә. Шуға ла халыҡтың, завод бер ергә лә күсеп китмәҫ, ғүмерлеккә ябылыр, тип ҡурҡыуы аңлашыла. Етмәһә, тонна-тонна тартҡан ҡорамалдарҙы күсереү генә лә, яңы урында ер мәсьәләһен хәл итеү ҙә бушҡа ғына башҡарылмай. Ләкин беҙ, ҡасандыр ҡеүәтле гигант булған завод юҡҡа сыҡмаҫ, икенсе урынға күсер, тип ышанабыҙ. Нефтекама ҡалаһында меңәрләгән яңы эш урыны барлыҡҡа килеүе лә яҡшы буласаҡ. Белгестәр, заводты күсереү бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал, тип билдәләй. УЗЭМИК-ты заманға яраҡлаштырыу, артабан да файҙаһын күреү өсөн унда тәүҙә инвестициялар индерергә лә ниәтләйҙәр, тигән мәғлүмәт тә бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай