RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡты эшкә егергә кәрәк

21.11.2014 Үҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡты эшкә егергә кәрәк

Нәҡ шундай ир-егетте Йылайыр районының Сәләх ауылында тап иттек. Ун йыл элек фермерлыҡ эшмәкәрлеген башлап, ошо хеҙмәте аша йәшәү рәүешен һәм үҙ йөҙөн табыуға өлгәшкән ул.

Үҙ эшеңде асыу өсөн  ҡыйыулыҡты эшкә  егергә кәрәк– Ауыл ерендә эш юҡ, тип әйтеүселәрҙе аңлап етмәйем, – тип башланы һүҙен трактор йүнәтеүҙән айырылмай ғына Рәмис Таһиров. – Бөтә мөмкинлектәр бар: мал-тыуар үрсетәм тиһәң, көтөүлектәр йәйелеп ята, иген сәсергә уйлаһаң, буш баҫыуҙар ҙа юҡ түгел. Себер яҡтарына барыу ҙа кәрәкмәй. Бары тик ҡыйыулыҡты эшкә егеү мөһим.

Ҡыйыулыҡ тигәндән, шәхси эшен асырға баҙнат иткәндә Рәмискә ни бары егерме дүрт кенә йәш була. Бәләкәйҙән техника “ене” ҡағылған, әрменән һуң Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп механик һөнәрен үҙләштергән егеткә район хакимиәте вәкилдәре килеп, фермер-кәрҫтиән хужалығы ойошторорға тәҡдим итә.

– Йәш саҡ. Тәҡдим булғас, ул ғына түгел, күңелдәге хыялды ҡәнә­ғәтләндереү маҡсатында дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Мал көтәбеҙ, әммә файҙаһы һиҙелмәй. Фермерлыҡ килемһеҙ эшме икән ни, тип уйлайбыҙ. Ике йылдан 24 баш быҙау һатып алып, эшмәкәрлекте йәнләндереп ебәрҙек, – ти әңгәмәсем был хаҡта.
Ә фермерҙың бөгөнгө һулышы нисек, тип һорарһығыҙ. Хәҙер иһә Рәмис Таһировты, һис шикһеҙ, аяғында ныҡлы баҫып тороусылар рәтенә индерергә мөмкин. Әгәр ҙә күҙ алдына 60-тан ашыу һыйыр малын, мал аҙығы әҙерләү өсөн файҙаланылған сабынлыҡтарҙы, баҫыуҙарҙы килтерһәң, хужалыҡтың ҙур ғына икәненә инанаһың. Йүнсел замандашыбыҙҙан трактор паркы һәм эшселәр һаны менән дә ҡыҙыҡһынам.

– Икешәр ДТ һәм МТЗ тракторы һәм шул уҡ иҫәптәге комбайн бар. Барлығы алты кешегә эш урыны булдырғанмын, атап әйткәндә, Зәлфирә Солтанова, Шаһиҙә Сол­танова, Хәбирә Батисова, Рәсүл Батисов, Альберт Атанов, Сергей, Тәлғәт Таһировтар менән берлектә ауырлыҡтарҙы еңеп киләбеҙ. Эш хаҡына килгәндә, уны тотҡарлыҡһыҙ, ваҡытында биреп барырға тырышам, – ти ул.

Нисек кенә булмаһын, бөгөн фермер хужалығы продукция иҫәбенә йәшәп килә. Йәғни ит йә һөттөң хаҡы сыҡмай икән, килемең туҡтай, тигән һүҙ. Мәҫәлән, Рәмис Ҡор­манғәле улы йәйгеһен айына уртаса 12 тонна тапшырһа, ҡыш көндәре иһә был һан – 3 – 4-әр. Ә хаҡы инде ташҡа үлсәрлек. Малды мал итеү йәһәтенән бер нисә йыл буйы көс һал да, тиндәргә тиң аҡса алыу, ысынлап та, хеҙмәтеңде ергә һалып тапауға тиң.

Рәмистең атаһы Ҡорманғәле ағай – эш башлаған көндәрҙән үк улының төп кәңәшсеһе. Шулай булмай, ваҡытында яуаплы вазифалар­ҙа эшләгән, коллектив хужалыҡ өсөн янып-көйгән ир-уҙамандың һәр һүҙе алтынға бәрәбәр.

– Фермерлыҡ эшен башлап, бер нисә йылдан ташлаған кешеләр булыуы күңелде өйкәй. Еребеҙгә ҡарата бындай ҡарашты өнәп етмәйем. Уңыш алырға теләгән һәр кем ерҙә соҡонорға, ашлама индерергә, ҡыҫҡаһы, уны тәрбиәләргә бу­рыс­лы, – тине ул, беҙҙең әңгәмәгә ҡушылып.

Уңған һәр ҡайҙа ла уңған инде ул. Рәмис ҡатыны менән өс бала тәрбиәләй. Өлкәндәре Уралиә 2-се класта белем алһа, унан ҡала Арыҫландары балалар баҡсаһына йөрөй. Өс йәшлек Арсен иһә бөгөндән үк, ҡулына сүкеш тотоп, атаһының янында урала. Бәләкәйҙән хеҙмәткә тартылған малайҙы йүнсел булмаҫ тип кем әйтә ала?

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙы һаҡлау мәсьәләһе йыш күтәрелә. Йылайыр районының Сәләх ауылы киләсәген дә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Элекке кеүек йәштәр ауылда ҡалыуҙы хуп күрмәй, мәктәп булмағанлыҡтан, балалар күрше ауыл­ға йөрөп белем алырға мәжбүр. Шундай осраҡта ауылды һаҡлау йәһәтенән кемдәргә күҙ терәргә? Эйе, тәү сиратта, хөкүмәтебеҙҙең был йәһәттән саралар күреүе бә­хәс­һеҙ булһа, йүнселдәрҙең эшмәкәрлеге лә ауылға йән өрөүҙең бер сараһы, тип әйтер инем. Сөнки нәҡ уларҙың ярҙамы менән генә ниндәйҙер кимәлдә ауылда эш урындары булдырыла. Ә мәшғүллек бар ерҙә йәнлелек тә хөкөм һөрөр, тәртип тә булыр…

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай