21.11.2014 Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар
Альбина апайҙың эштәрендә күңел йылыһы сағыла.
Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙ кейеҙҙе төрлөсә файҙаланған, ғөмүмән, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Хәҙерге көндә онотола барған кәсептең яңынан тергеҙелеүе ҡыуандыра. Салауатта йәшәүсе Альбина Аҡбашева (Латипова) – ана шул кейеҙ баҫыу оҫталарының береһе.
Береһенән-береһе сағыу кейемдәр, елән, сумкалар – уларҙың барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Магазиндағынан һис тә кәм түгел үҙҙәре! Кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәрҙе Альбина апайҙың оҫта ҡулдары һәм хыялға бай фантазияһы тыуҙырған. Һәммәһе лә ҙур оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән баҫылғаны күренеп тора. Альбина Рәмзи ҡыҙының был эш менән ныҡлап шөғөлләнеп китеүенә икенсе генә йыл.
– Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булған был эш күптәргә оҡшай. Халҡыбыҙҙың боронғо тормошон кейеҙҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, йәйгеһен башҡорт йәйләүгә сыҡҡанда тирмәһен көпләгән, балаҫ һуҡҡан. Кейеҙ баҫыу буйынса видеофильм ҡарап, кейеҙ баҫҡан кешеләр менән аралашып, күп нәмәгә өйрәндем. Был күңелде күтәреп ебәреп, оло эштәргә этәргес бер көс булды.
Кейеҙ баҫыу эше менән мауығып китеүем осраҡлы ғына булды. Интернет селтәрендә ултырғанда кейеҙҙән яһалған кейемдәрҙе күреп ҡалдым. Улар бик матур ине. Нимәнән, нисек эшләнеүе хаҡында уҡығас, был шөғөл менән ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе, күңелемдә яһап ҡарау теләге уянды. Теләгемде тормошҡа ашырыуға бер нисә тапҡыр тотоноп ҡараным. Тәүге тапҡыр кеҫә телефоны өсөн ҡумтаға тотондом. Әммә, күпме генә тырышһам да, ул килеп сыҡманы. Быға тәжрибәм булмауы сәбәпсе ине. Икенсе юлы күҙлек һауыты яһарға ҡарар иттем. Ниһайәт, кейеҙҙән баҫылған тәүге эшемде ҡулыма алдым. Шунан бирле шөғөлөмдән айырылғаным юҡ. Материалдарҙы интернет аша һатып алам, ә улар, әлбиттә, ҡиммәт, – тип һөйләй Альбина Рәмзи ҡыҙы.
Кейеҙҙән эшләнгән заманса әйберҙәр араһында ҡыҙҙар өсөн кейем-һалым, сумкалар һәм береттар иғтибарҙы йәлеп итә. Хеҙмәтенә һоҡланып ҡараусылар бихисап. Араларында һатып алырға теләүселәр ҙә бар. Төрлө биҙәктәр менән эшләнгән кейемде кем генә оҡшатмаһын инде. Етмәһә, тәбиғи материалдан булғас, йылы ла, файҙалы ла. Уңған ҡатын заказға ла эшләй.
Юҡтан бар яһай белгән, йәғни алтын ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә булған Альбина Рәмзи ҡыҙы – һөнәре буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы. Тимәк, уның тап ошо йүнәлештән китеүе осраҡлы түгел.
– Тыумышым менән Томск ҡалаһынанмын. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә Салауатҡа күсенеп килдек. Бәләкәйҙән хыялым рәссам-модельер булыу ине. Шуға ла Өфө педагогия колледжының художество-графика бүлегендә белем алдым. Аҙаҡ ҡала мәктәптәрендә, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләнем. Әлеге көндә сәнғәт мәктәбендә үҙемдең белгәндәремде балаларға өйрәтәм. Уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңынан-яңы эштәр уйлап сығарам.
Кейеҙ баҫыу – бик мәшәҡәтле эш. Ул ваҡытты ла күп ала, түҙемлек, ныҡышмалылыҡ талап итә. Әммә һөҙөмтәһен күреү шундай ҡыуаныслы. Кейеҙ баҫыуҙың үҙенә генә хас нескәлектәре, серҙәре бар. Был кәсеп буйынса күп уҡыйым. Әкренләп кейеҙ баҫыуҙың бөтә нескәлектәренә лә төшөнөп бөтөп барам инде. Киләсәктә тағы ла күберәк әйберҙәр эшләп ҡарарға ниәтләйем, – ти оҫта ҡуллы ҡатын.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО