RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пенсия реформаһы тураһында ни уйлайһығыҙ?

21.11.2014 Пенсия реформаһы тураһында ни уйлайһығыҙ?

Пенсия реформаһы тураһында ни уйлайһығыҙ?Халыҡ был хаҡта ни уйлай икән? Улар пенсияларын дәүләт ҡарамағында булмаған фондтарға күсергәнме, юҡмы? Гәзит уҡыусыларҙың да фекере менән ҡыҙыҡһынып, ошондай һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Гөлнур АЛСЫНБАЕВА, уҡытыусы, Сибай ҡалаһы:
– Эйе, шул хаҡта шау-шыу башланғас, мин дә пенсияның тупланма өлөшөн “Большой”ға күсергәйнем, һуңынан дәүләткә кире күсерәм тип мөрәжәғәт итеп ҡараһам да, ризалыҡ бирмәй ҙә ҡуялар. Хәҙер Пенсия фонды идаралығына барып, белешеп килергә тура килер инде. Әллә ниңә ашығып күсергәнмен. Миңә ул реформа ҡағылмай ҙа бит инде, пенсияға сығырға биш йыл ғына ваҡыт ҡалды. Өҫтәүенә, 25 йыл уҡытыусы булып эшләгәс, стаж буйынса былай ҙа пенсия алам.
Ә реформаға килгәндә, ыңғай яғын бер ҙә күрмәйем. Нисек бар, шулай ҡалһа, яҡшыраҡ булыр ине.

Флүзә ХӘБИРОВА, табип:
– Быйыл яҙғыһын пенсияның тупланма өлөшөн “Лукойл-гарант” дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондына күсер­ҙем. Күсерҙем дә, хәҙер төрлөһөн уйлайым, мин пенсияға сыҡҡансы ул фонд әллә була, әллә юҡ. Тағы беҙҙе тишек кәмәгә ултыртмаһалар ярар ине, тип хәүефләнәм. Хәҙер бит элекке кеүек иртәгәһе көнгә ышаныс самалы, ойошмалар бөгөн бар, иртәгә юҡ тигәндәй. Реформа тип башыбыҙҙы ҡатырмаһалар, тынысыраҡ булыр ине лә бит. Икенсенән, пенсияға тиклем йәшәргә кәрәк әле, тип тә уйлап ҡуяһың.

Зөбәйлә ҮТӘГӘНОВА, Мәләүез районы:
– Беҙҙән һорап та тормай, дәүләт ҡарамағында булмаған фондҡа күсергәндәр ине, былай әлегә зарланмайым, ике тапҡыр йыйылып килгән аҡсаны бирҙеләр. Тәүге йылда 80 мең һумға яҡын алдым. Икенсе йылына – 20 мең һум тирәһе.
Реформаға килгәндә, ғөмүмән, үҙгәрештәргә еңел ҡарарға тырышам. Беҙ риза булабыҙмы, юҡмы, барыбер үҙҙәренсә эшләйҙәр бит, бер нәмәне лә үҙгәртә алмайбыҙ. Шунлыҡтан нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Яҙғаны булыр әле.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай