Артур Хәсән улы Дәүләтбәков
Артур Хәсән улы Дәүләтбәков
1971 йылдың 25 ғинуарында Ейәнсура районының Үтәғол (Ҡыуат) ауылында тыуған. Беренсе класты Ибрай мәктәбендә уҡый, артабан Иҙәш ауылына күсеп баралар. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатын 1987 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә, әммә күңеле әҙәбиәткә нығыраҡ тартылғанмы икән, әллә ғаиләләге тәрбиә үҙенең эшен эшләгәнме – ни тиһәң дә, әсәһе Фәниә Заһит ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, атаһы Хәсән Ғәлиәкбәр улы – тарих уҡытыусыһы, киләһе йылына уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый башлай. Студент йылдарында «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле составында Башҡортостандың күп райондарында, башҡорттар йәшәгән күрше өлкәләрҙә, Татарстанда, Дағстанда концерт менән сығыш яһайҙар. Интернат-мәктәптә ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә, ә университета уҡыған йылдарында думбырала уйнай башлай. Алдан китеп шуны әйтергә була – Артур Дәүләтбәков – Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында думбырала уйнап, лауреат, ә 1994 йылда Смоленск ҡалаһында үткән «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсында Райман Ишбаев, Харис Шәриповтар менән сығыш яһап, дипломант исемен яулай.
Университеттың бишенсе курсында уҡығанда «Йәшлек» республика йәштәре гәзитенә хәбәрселәр кәрәк булыуын ишетеп, дуҫы Мөнир Ҡунафин менән тәүләп Матбуғат йортоноң ишеген асып инәләр һәм ошо баҙнатһыҙ ғына аҙым артабанғы яҙмышын хәл итә. Ул ваҡытта баш мөхәррир булып йәш, энергияһы ташып торған Артур Иҙелбаев эшләй. «Йәшлек» гәзите республикала ойошторолған һәр сараның башында тора. Редакцияла үткән һәр оперативка Башҡортостанда буласаҡ ниндәйҙер үҙгәрешкә нигеҙ һала, тип әйтергә була ул йылдарҙа. Үҙебеҙҙең Президентты һайлау, башҡорт теленә дәүләт теле статусын талап итеү, йәштәр өсөн төрлө конкурстар ойоштороу – барыһы ла «Йәшлек» гәзитенең, халҡым, тип янып торған коллективтың, республика халҡының тәҡдиме менән эшләнгән эштәр. Артабан гәзитте асыуға күп көс һалған Нияз Сәлимовтың ҡулы аҫтында эшләргә насип була. Ул йылдарҙа гәзиттең тиражы йылдан-йыл арта. Баҫманың тиражы 45000 данаға еткәс, 2002 йылда Артур Дәүләтбәков эш урынын алмаштырырға ҡарар итә. Әммә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып бер ай ҙа эшләп өлгөрмәй, «Аманат» журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла һынатмай, ул етәкләгән йылдарҙа баҫманың тиражы бермә-бер арта бара. Хатта «Комсомольская правда» кеүек гәзиттәр менән бергә Рәсәй кимәлендә тираж буйынса лидер тип таныла журнал. 2006 йылда, «Йәшлек» гәзитенә баш мөхәррир кәрәк булғас, етәкселек инде тәжрибә туплаған Артурҙы ҡабат ҡайтарырға ҡарар итә. Ә 2010 йылда, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттан тыш үткән съезында республика журналистары, союз идараһы рәйесе итеп һайлап, уға ҙур ышаныс күрһәтә. Әгәр бөгөн Рәсәйҙә беҙҙең союзды тик ыңғай яҡтан ғына телгә алалар икән, бында, әлбиттә, Артур Дәүләтбәковтың индергән өлөшөн билдәләп үтмәйенсә булмай. Уның етәкселегендә «Йәшлек» гәзитенең дә яулар үрҙәре алда, тип өмөтләнәбеҙ.