18.03.2014 Хәл иткес уйын көтөлә
Бөгөн «Гагарин» кубогының сирекфиналына үтәсәк һуңғы команданың исеме асыҡлана. “Салауат Юлаев” менән “Торпедо” етенсе тапҡыр осраша.
Әйткәндәй, бөгөн иртәнсәк Илеш районында “Мәскәү - Өфө” юлында «Торпедо» хоккей клубы көйәрмәндәре ултырған автобус юл-транспорт фажиғәһенә тарыған. Киске матчҡа өлгөрөргә теләүселәрҙең берәүһе һәләк булған, өсәүһе йәрәхәтләнгән.