RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» Әсәләр проблемаһы – иғтибар үҙәгендә

15.11.2011 Әсәләр проблемаһы – иғтибар үҙәгендә

15−16 ноябрҙә Өфө ҡалаһында «Рәсәйҙең киләсәге − әсәләр ҡулында» акцияһы сиктәрендә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтәсәк. Был сара «Әсәй» халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ойошторола.
V Бөтә Рәсәй әсәләр форумының маҡсаты − ғаилә институтын нығытыу, әсәнең социаль статусын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, ғаилә проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, уларҙы халыҡ-ара кимәлдә хәл итеү өсөн прогрессив көстәрҙе йәлеп итеү.
Унда илдең 44 төбәгенән 120 кеше йыйыласаҡ. Шулай уҡ билдәле сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалары һ.б. ҡатнашасаҡ.
15 ноябрҙә форумдың пленар өлөшө буласаҡ. Унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алина Кабаева, «Әсәй» халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы президенты Рәйес Атнағолов, Һаулыҡ һаҡлау милли фондының попечителлек советы рәйесе Елена Николаева һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Бынан тыш, алты тема буйынса «түңәрәк өҫтәл» ойоштороласаҡ.
Ә икенсе көндә сара эшенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм резолюция ҡабул ителәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бөгөн Өфөлә 150-нән артыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрен бүләкләйҙәр

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған әсәгә төрмә янамай

Прививкалар үлемгә килтереүе лә ихтимал

Лотереяла отоп, миллионер булғандар

Ҡала транспортында йөрөү хүефле!

Эшҡыуар булып, эшһеҙлек буйынса пособие алып та була икән

Дүрт уйын өсөн 6,3 миллиард һум

Балалар баҡсаһына һағыҙаҡтар һөжүм иткән

Хәл иткес уйын көтөлә

Март

28.02.2014 - --- Март


Телебеҙҙе һаҡлау   кем ҡулында?

Мәҙәниәт яңылыҡтары

Чиновниктар профессияһын алмаштыра

Яңы китаптар сыҡты

Йәшлек гәзитенең онлайн-каналы!

Шихандар беренселекте бирмәй

ҙур спорт тирәләй

Ҡолаҡ өсөн гимнастика

Яңы шәхеснамә ғәмәлгә инә

Ғаилә мәсьәләләренә арналасаҡ

Алтын тутыҡмай

25.12.2010 - --- Алтын тутыҡмай


Профсоюздар хеҙмәт ветерандарының хоҡуҡтарын һаҡлау яғында

Ер йөҙөндә иң бысраҡ  нәмә – аҡса

Тәбиғәтебеҙҙә сүпкә урын юҡ!