25.12.2010 Алтын тутыҡмай
Рәшит Солтангәрәевтың «Татар менән башҡорт» әҫәре яңы һулыш алды
БР Яҙыусылар союзы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге булышлығында халыҡ-ара М. Аҡмулла көндәре сиктәрендә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.
Сараға күренекле яҙыусының туғандары, яҡташтары, ҡәләмдәштәре, ижадын һөйөүселәр һәм студенттар йыйылды.
Кисә БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың сығышы менән башланды. Рауил Төхвәт улы ижадташ дуҫы хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның айырым әҫәрҙәренә туҡталды. «Һуңлап яҙылған шиғыр» тигән ижад емешен Рәшит Солтангәрәевҡа арнауын билдәләне.
«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов әҙип менән бергә эшләгән йылдарҙың күңелле лә, моңһоу ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ирек Кинйәбулатов дуҫы Рәшит Солтангәрәевтың вафатын ишеткәс яҙылған «Етемһерәп ҡалдыҡ» тигән шиғырын уҡыны.
Кисәлә мәрхүмдең бер туған апаһы Хәҙисә Кинйәбаева, яҡташтары – район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән Илнур Туйгилдин, Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығы Рәйсә Яныбаева, Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия музейы директоры Гөлнур Хәмитова, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Гөлназа Юлдыбаева сығыш яһаны. Сараның рәсми өлөшөнән һуң Рәшит Солтангәрәевтың хикәйәһе буйынса сәхнәләштерелгән «Татар менән башҡорт» спектакле күрһәтелде.
Билдәле әҙиптең 1990 йылғы ваҡиғаларға таянып яҙылған «Татар менән башҡорт» тигән хикәйәһе, йөкмәткеһендә бар дөрөҫлөк ярылып ятыуы арҡаһында киң танылыу табып, халыҡ араһында бик популярлашып китә. Әҫәр илдәге киҫкен хәлдәрҙе һүрәтләй, ҡәрҙәш халыҡтарға татыу йәшәргә, бер-береһенә ҡарата күңел тарлығына дусар ителмәҫкә өндәй.
Әлеге көндә лә был әҫәр бик кәрәкле. Хикәйәне сәхнә кимәленә сығарыу уның әһәмиәтен тағы ла көсәйтә.
Спектаклдең режиссеры – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова, композиторы – Сәйҙәш Сәсәнбаев.
Сәхнәнең биҙәлеше айырым хуплауға лайыҡ. Уны тормошсан итеп күрһәтеүҙә рәссам, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Азамат Ғиләжевтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ролдәрҙе БР-ҙың халыҡ артистары Мәғәфүр Усманов, Вәкилә ҡалмантаева, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Нәғим Нурғәлин, артистар Ратмир Абдуллин, Альберт Шәрәфетдинов, Илшат Салауатов, Зөфәр Әхмәтов башҡарҙы.
Кисәнән һуң танылған шәхестәребеҙ спектаклгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Сабир Шәрипов, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире:
– Үҙенә күрә актуаль әҫәр. Йөкмәткеһендә нескә сәйәсәт йәшәй. Халыҡ өсөн бик кәрәкле ижад эше. Уны сценарий авторының яҙыусы Рәшит Солтангәрәевҡа рәхмәт белдереүе тип тә ҡабул иттем. Инсценировка йөрәк ҡушыуы буйынса яҙылған. Шуға маҡсатына өлгәшкән. Талантлы яҙыусының ижадын сәхнә кимәленә күтәргәне өсөн сценарий авторы Рәлиф Кинйәбаевҡа рәхмәт. Артистар ҙа юғары кимәлдә, яҡшы уйнай. Режиссура шәп.
Ринат Камал, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире:
– Беҙ, ысынлап та, әҙәбиәттә милләт-ара мөнәсәбәттәр хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуҙан ситләшә инек. Рәшит Солтангәрәевтың был теманы күтәреүе генә лә ҡыйыулыҡ булды. Бында ике ҡәрҙәш халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәте, тәбиғәттән хас булған һыҙаттары сағыла. Тамашасы спектаклде кинәнеп ҡараны. Хикәйәгә яңы һулыш бирелгән. Бигерәк тә режиссер Гөлдәр Ильясованың әҫәрҙе йәнләндереүе, терелтеүе ҡыҙыҡлы һәм хикәйәне популярлаштырырға ярҙам итәсәк. Ул элек тә билдәле ине. Ә уны сәхнә юғарылығына күтәреү әһәмиәтен тағы ла нығыраҡ танытты. Ғөмүмән, хикәйәне уҡыу һәм сәхнә аша яңғыратыу – икеһе ике төрлө күренеш. Һуңғыһында геройҙар йәнләнә. Спектаклдә студенттар күп ине. Улар ҡыҙыҡлы урындарында көлөп, фекерҙәрен белдереп ултырҙы. Яҙылышы буйынса хикәйәгә генә тартым булһа ла, сценарийы шәп. Уны ике актер башҡарған спектакль тип тә ҡабул итергә мөмкин. Шул яғы менән дә ҡыҙыҡлы һәм бүтән сәхнә әҫәрҙәренән айырыла.
Рәшит Солтангәрәевтың диалогтары халыҡсан. Ике милләттең булмышы, ҡылығы, холоҡ-фиғеле, тормошта тотҡан урыны сәхнәлә асыҡ сағыла.
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА, шағирә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Рәшит Солтангәрәев яҙыусы булараҡ оҫта хикәйәсе, нескә психолог. «Татар менән башҡорт» әҫәрендә һәр милләттең үҙ характерын тотоп ала белгән. Йөкмәткеһенә килгәндә, башта татар менән башҡорт татыу түгел. Аҙаҡтан төрмәлә дуҫлашалар. Төрмә тигәнгә символик мәғәнә һалынған. Бында ауыр шарттар, донъя ҡатмарлыҡтары күҙ уңында тотола.
Хикәйә ваҡытында ҙур резонанс алды, яратып уҡылды. Рәшит Солтангәрәевтың һәр ижад емеше шулай. Ул, хикәйәләремде әллә нисә тапҡыр яҙам, характерҙарҙы шымартып, үҙҙәренә генә хас образ тыуҙырырға ынтылам, тип һөйләй торғайны. Ундай прозаиктар бик һирәк. Рәшит Солтангәрәевтың хикәйәләре ҡыҫҡа, әммә оҙон ғүмерле. Улар башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә. Ваҡиғалар үткән заманда булһа ла, характерҙар йәшәй, шуға әҫәр иҫкермәй. Эйе, алтын тутыҡмай.
Үкенес, яҙыусы арабыҙҙа юҡ. Һуңғы көндәрендә 65 йәшенә әҙерләнеп йөрөй ине. «Факиһа, һине ҡунаҡтар исемлегенә индерҙем, минең юбилей кисәһенә килерһең», – тине. Үкенескә күрә, 65 йәшен тултыра алмайынса арабыҙҙан китеп барҙы.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.