НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Көтмәгәндә-уйламағанда»
Медиа // Вчера, 07:00


«Көтмәгәндә-уйламағанда»
«Көтмәгәндә-уйламағанда юлыма осрап, фәлән кеше яҙмышымды ыңғайға бороп ебәрҙе. Уның абруйлы бер һүҙе етте». Шундайыраҡ һөйләшеүҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Йәш саҡта яҙмыш фалын һоноусы, бүләк итеүсе шәхестәргә күптәребеҙ рәхмәтле....

Йырлы тәбрикләү – иң ҙур бүләк
Медиа // 8-11-2017, 09:00


Йырлы тәбрикләү – иң ҙур бүләк
Йылы һүҙ – йән аҙығы, ти халыҡ. Ысынлап та, күңел дәрҙе үҫтереп, тормошҡа дәрт өҫтәп ебәреү өсөн кешегә бер йылы һүҙ етә… Сөнки бер-береңә ҡарата ихлас мөнәсәбәт – тормоштоң төп нигеҙе. Тағы ла кешегә ғүмер итеү өсөн, һыу-һауанан, уттан-ерҙән ҡала, иң кәрәкле рухи аҙыҡтарҙың береһе – моң. Ошоно яҡшы аңлаусыларҙы туплаған «Юлдаш» радиоһы көн һайын иң ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе тыуған көндәре айҡанлы һүҙ һәм моң ярҙамында тәбрикләй. Музыкаль ҡотлауҙар программаһы көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем башҡорт телендә, көндөҙгө сәғәт дүрттән 6-ға тиклем татар телендә эфирға сыға. Заказдар бер ай алдан ҡабул ителә. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы Телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 5-се яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй....

Иман нуры таратабыҙ
Медиа // 3-11-2017, 07:00


Иман нуры таратабыҙ
Мәңгелек ҡиммәттәрҙең баһаһы төшөп, бәҫе киткән, ҡиблалар буталған заманда йәшәйбеҙ.
Хәйер, замандарҙың беҙҙең илдә еңел булғандары һирәк. Әҙәм балаһына һәр саҡ ниндәй­ҙер юлдар сатында, изгелек менән яуызлыҡ киҫешкән тәңгәлдәрҙә йыш торорға тура килә. Шундай саҡтарҙа күңелеңдә иман, изгелеккә инаныу булһа, ҡаршылыҡтар еңелерәк үтелә, икеләнгән мәлдәрҙә дөрөҫ һуҡмаҡҡа этәрер төшөнсәләрҙең кәрәк булыуы ла бар. «Юлдаш» радиоһында һәр йома һайын донъя күргән, йәкшәмбе көндәрендә ҡабатлана килгән «Иман» тапшырыуы радио тыңлаусыларға ябай телдә ислам ҡиммәттәрен еткереүсе лә, тәрбиәсе лә тиергә мөмкин....

“Юлдаш” иҫкәртә: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!”
Медиа // 23-10-2017, 07:00


“Юлдаш” иҫкәртә: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!”
Заман технологиялары үҫешкән осорҙа йәшәһәк тә, күптәрҙең сәләмәтлеккә ҡағылышлы ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белмәүе ихтимал. Сөнки бәлә ишегебеҙҙе ҡаҡмай тороп, беҙ уларға әллә ни әһәмиәт бирмәйбеҙ.
Көндәр һалҡынайыу менән киҙеү миҙгеле етеүе борсоуға һала. Сөнки грипп йылдан-йыл көслө, хроник ауырыуҙарға юлыҡтырған эҙемтәләре менән бергә килә. Прививка эшләтергәме, юҡмы? Сирҙән вакцинаһыҙ ҡотолоу юлы бармы? Бөгөн ҡайһы бер ата-әсә балаһына прививка эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы. Медицина алға киткән заманда күп кенә ҡурҡыныс сир юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа прививкалар булмаған заманда кешеләрҙең төрлө ауырыуҙан күпләп ҡырылыуы тураһында оноторға ярамай. Был сирҙәр­ҙең юҡлығы сабыйҙарҙы тәүге көнөнән вакцинациялауға бәйле бит. Урамда ишеткән уйҙырмаларға ышанып, үҙебеҙҙең, ба­лаларыбыҙҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға ашыҡмайыҡ....

“Йәшәү йәме”н тапҡандар
Медиа // 19-10-2017, 07:00


“Йәшәү йәме”н тапҡандар
Бындай кешеләр тураһында һөйләр булһалар, һөнәрҙәштәрем, ғәҙәттә, “көслө рухлы” тигән һүҙбәйләнеште ҡуллана. Башҡаларҙан айырылам, тиеберәк уйланғанда, эҙләнгәндә, тапшырыу геройы менән таныштырыуҙы ни рәүешле баш­ларға тигәндә лә, әллә күпме вариант барланды. Әммә башта әлеге лә баяғы тик ошо ике һүҙ генә уралды: “көслө рухлы...”...

“Нимә оҡшамай, Рафиҡ?”
Медиа // 13-10-2017, 08:00


“Нимә оҡшамай, Рафиҡ?”
«Юлдаш» радиоһының тапшырыу яҙҙырыу студияһы. Пультта режиссер Гөлнур Моталлапова эшләй.
– Зөһрә, ошо урында етеҙерәк уҡы. Ә бында ҡатыраҡ әйтергә кәрәк. Рафиҡ, ә һин яңылыҡтар форматын онотоп тор. Ябайыраҡ, тормошта нисек һөйләшәһең, шулайыраҡ уҡы. Яраймы!...

Әҙәби уҡыуҙар
Медиа // 27-09-2017, 11:13


Әҙәби уҡыуҙар
Һыйламаға һыйың булмаһа ла, һыйпамаға телең булһын, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙең быуын ризыҡ мул, үҙ телебеҙҙә аралашып, радио тыңлап, театр-кино ҡарап, ҡыҫ­ҡаһы, йөҙөп йөрөп эшләгән-йәшәгән дәүер тура килеүе менән бә­хетле. Балалар, ейәндәребеҙгә лә шундай яҙмыш яҙһын. Телебеҙҙең күркәмлеге, һүҙ бәҫе, фекер үткерлеге «Юлдаш» каналы тәҡдим иткән әҙәби әҫәрҙәрҙә асыҡ күренә. Мәҫәлән, сентябрь башында ғалим һәм яҙыусы Әлфис Ғаязов­тың «Яңғыҙҙар ташы» драмаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарыуында тәүге тапҡыр эфирға сыҡты. Алдағы көндәрҙә лә халыҡ күңеленә ятыр әҫәрҙәр даими яңғырап торасаҡ. Тиҙҙән яҙыусы һәм драматург, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ға­риповаға 70 йәш тула. Ошо уңай­ҙан «Бөйрәкәй» романынан өҙөктө автор уҡыуында тапшырабыҙ....

Эфир тулҡындарында - "Шиғриәт минуттары"
Медиа // 19-09-2017, 10:00


Эфир тулҡындарында - "Шиғриәт минуттары"
Шиғыр кеүек булһын бар
тормошоң,
Тормош кеүек булһын
шиғырың –
Шулай йәшәргә бит тырыштым
мин,
Икеһен дә бергә һыйҙырып!..
Рәми Ғарипов үҙенең шағирлыҡ тәғәйенләнешен шулай билдәләгән. Булмыштарына шиғри моң һалынған талант эйәләре рух илселәре миссияһын үтәй: шиғриәт, бәҫле һүҙ осҡоно менән тормошобоҙҙо яҡтырта, йөрәктәребеҙҙе сафлыҡ нурына һуғара. Заман заңын үтә лә нескә тойған, йөрәк һыҙланыуҙары аша үткәргән шағирҙар ижады күңелдәрҙә ауаздашлыҡ таба, иң тәрән эске донъябыҙ сөңгөлөнә үтеп инә. Һәм был “Юлдаш” радиоһында ла сағылыш тапмай ҡалмай....

“Самауыр янында”
Медиа // 13-09-2017, 08:30


“Самауыр янында”
Сәй – һыуҙан ҡала иң күп ҡулланылған эсемлек. Был берәүҙә лә бәхәс уятмай. Шуға ла ҡытайҙар ҙың: “Бөтә донъя сәйнүк эсенә һыя” тигәне менән
нисек килешмәйһең инде?! Тик был әйтемде бер аҙ үҙгәртеп: “Бөтә донъя бер самауырға һыя”, – тип әйтергә йөрьәт итәбеҙ.
Беҙҙең халыҡта сәйләү йолаһы күптән йәшәй. Сәй табыны артындағы матур әңгәмә лә – күптәнге йола.

“Юлдаш” радиоһы эфирында төш ваҡытында эфирға сыҡҡан интерактив тапшырыу тап “Самауыр янында” тип атала. Ялға туҡтаған, эш-мәшәҡәттән бер ни тиклем ял иткән арала тыңлаусыларыбыҙ менән төрлө темаға әңгәмә ҡорабыҙ, бәхәсләшәбеҙ, фекер уртаҡлашабыҙ. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, тәбиғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр – төшкө ҡорҙа күтәрелгән темалар төрлөлөгө менән айырылып тора. Самауыр сәйенә ҡунаҡтар ҙа йыш саҡырыла. Билдәле йырсылар, артистар, әҙиптәр йырлы табында ҙур ихласлыҡ менән беҙҙең һәм тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Әйткәндәй, хөрмәтле дуҫтар, “Самауыр янында” киләсәктә ҡунаҡ сифатында кемдәрҙе күрергә теләүегеҙ тураһында хәбәр итә алаһығыҙ. Ҡыҙыҡлы темалар буйынса ла теләк-тәҡдимдәрҙе еткерергә мөмкин. Электрон почта: guzelzaripova79@mail.ru. Рәхим итегеҙ.
Дүшәмбенән йомаға тиклем “Самауыр” ҡайнай. Икенсе ун минутта беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы йырлы табынға саҡырабыҙ.
Гүзәл ЗАРИПОВА.
...

“Юлдаш”та – яңы миҙгел!
Медиа // 6-09-2017, 08:00


“Юлдаш”та – яңы миҙгел!
– Ҡасан эфир тулҡындарында “Иртәнсәккәй тороп” егеттәренең тауышын ишетербеҙ? Филүс, Йәмил, Ғәзизһеҙ иртәләребеҙ моңһоҙ, – тигән тыңлаусыларыбыҙ хәбәре беҙҙең “Бәйләнештә” селтәренә көн дә ағыла. ҡабатланмаҫ “Иртәнсәккәй тороп” – “Юлдаш” радиоһының иң тыңлаулы проекттарының береһе. Алып барыу­сыларҙың юморы, һәр ситуациянан сыға белеүе, белемле булыуы, аудиторияны яҡшы тойоуы халыҡты йәлеп итә лә инде. Шуға ла ошондай хәбәр­ҙәрҙең йыш килеүенә бер ҙә апты­райһы түгел....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM