НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Олатай иҫтәлеге
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Шиғырҙар // Сегодня, 13:03


Олатай иҫтәлеге
Был шиғырымды Ленинград өсөн яуҙа башын һалған олатайым, 371-се уҡсылар полкы яугиры Һиҙиәт Хәйрулла улы Вәлишиндың яҡты иҫтәлегенә арнайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ике улына аталарының төҫө булып фотоһүрәте лә ҡалмай. «Үлем» хәбәрендә ерләнгән урыны ла дөрөҫ яҙылмаған була. Быны беҙ күптән түгел генә асыҡланыҡ. Өләсәйем Ғәйникамал Ноғоман ҡыҙы Вәлишина балаларының атаһын һуңғы һулышынаса көттө.
...

Әсләм шишмәһе
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 26-05-2018, 07:30


Әсләм шишмәһе
Изге күңелле аҡһаҡал тере сағында үҙенә һәйкәл ҡуя

Беҙҙең урамда Бөйөк Ватан һуғышына алынмаған дүрт кенә ир заты ҡалды. Уларҙы «ир-ат» тиһәң дә, исем өсөн генә: бер аяҡлы колхоз рәйесе Хамматгәрәй, арҡаһы сыҡҡан быяласы Зариф, етмеште ҡыуған Әсләм һәм Хәбибулла. Ул йылдарҙа миңә туғыҙ-ун йәш ине.
Утын әҙерләү иң ауыр мәсьәлә булды. Әсләм бабай үҙ теләге менән, һыйырын егеп, етем һәм йәш балалы ҡатындар­ға хаҡҡа түгел, сауапҡа утын килтерә ине.
Ҡышҡы көндәрҙең береһендә Әсләм бабай күршеһе Мәрхәбә әбей янына инә, уға бер бәйләм утын килтерә. Күршеһе шыжылдап торған самауыр артында сәй эсеп ултыра. Тәҙрә ҡапҡасы ябыҡ, быялаларын боҙ ҡаплаған, өй эсен гүр ҡараңғылығы биләгән. Һырма кейеп, шәл ябынып ултыр­ған Мәрхәбә күршеһен шунда уҡ таныманы. Утын түмәре иҙәнгә бәрелгән тауыштан һиҫкәнеп китте.
– Эй, Аллам, ишек алдында ҡар ҙа көрәлмәгән, кем икән тиһәм, һин икән, Әсләм ағай. Әҙ булһа ла йәнгә йылы кермәҫме тип, самауыр артына боҫтом. Түрҙән уҙ, хәҙер сәй яһайым, еләк ҡағы менән сәй эсербеҙ, – тип, Мәрхәбә мыштым ғына урынынан торҙо.
– Рәхмәт, Мәрхәбә килен, әле генә сәйҙән килдем, иртәгә һыйыр егеп Бәйсәкә урманына утынға барам, насип булһа, һинең өлөшкә лә алып ҡайтырмын, – тине күршеһе.
– Мең рәхмәтле булырмын, Әсләм ағай, изгелектәреңде күп күрҙем, өлөшө барҙың – өмөтө бар, ти халыҡ. Йә, Хоҙайым, юлдарың изге сәғәттә булһын. Сәмиғулланан хәбәр бармы?
– Был арала хәбәр-фәлән юҡ әле, бик борсолабыҙ, Сәнәнең күҙенән йәш кипмәй. Китеүенә бер йыл да алты ай ҙа ун өс көн тула. Һуңғы хатында, киләһе хатты Берлиндан көтөгөҙ, тип яҙғайны, – тине Әсләм. Уның талапсанлығы, теүәллеге, дөрөҫлөктө яратҡаны күптән билдәле булған. “Бер теүәлһеҙлек икенсеһен килтереп сығара, икенсе яңылышлыҡ – өсөнсөһөн, шуға ла талапсанлыҡ кәрәк, талаптан элек әҙәп кәрәк”, – тигән ул. Шуғамы, йәш сағында уны “Теүәл Әсләм» тип шаяртҡандар.
– Көндәр генә түгел, йылдар тиҙ үтә, Әсләм ағай. Оҙатҡан көн әлеге генә кеүек хәтеремдә. Ауылға, бөтә тирә-яҡҡа таңһынып ҡараны, тыуған ерен ҡалдырғанға һыҡранмаһа, шулай ҡарамаҫ ине, еңеүсе булып ҡайтыр әле, Әсләм ағай.
– Фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килһен һүҙҙәрең, Мәрхәбә килен, – тине Әсләм бабай.
Мәрхәбә әбей ауылда иң оҫта еп иләүсе ине. Һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Ул иләгән ептән кейем-һалымды күптәр кейҙе. Бер нисә пар бейәләй, ойоҡбаш бәйләп, фронтҡа оҙатты. Киндер йәки етендән уға заказ биреп иләттеләр. Бөгөн дә уның төрлө еп менән тулы өрлөгөндә себен ҡунырлыҡ та урын юҡ. Уның орсоғо көнө-төнө бейене. Әсләм бабай, шаяртып:
– Ҡарт бар өйҙә ҡот бар, ҡарсыҡ бар өйҙә орсоҡ бар, – тине лә, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уның шундай ихтирамлы көлөүенән өй яҡтырып, йылынып китте. Мәрхәбәнең дә йөҙө асылды. Әсләм бабай сабата кейгән һайын күршеһе иләгән ептән һуғылған салғый урағанын бер ҡасан да онотманы.
Икенсе көнө бабай һыйырын егеп, Бәйсәкә урманына китте. Ул ауылдан өс-дүрт саҡрымда. Юл һыйырға таныш. Сана ашыҡмай ғына, һыйыр тиҙлеге менән, шыуа. Иртәнге тынлыҡ бөтә ғаләмде яулаған. Ҡыштан йөҙәп, яҙға ауыша башлаған ҡояш нурҙары ҡар өҫтөндә уйнай. Юлсы ярмалана башлаған ҡар өҫтөндә елбәҙәктәр ялтырағанына һоҡланып, һыйырын ашыҡтырмай ғына урманға барып етте. Күкрәк тултырып саф һауаны еҫкәне. Урман ауыҙына инеү менән көн ҡараңғыланды. Ҡышҡы ел ағас баштарын тулҡынлата-тулҡынлата урман өҫтөнән ҡайҙалыр ашыға. Ҡоро ботаҡ шартлап һынды ла, һауа һыҙғыртып, ҡарға төшөп батты. Һайыҫҡан шыҡырлауҙан башҡа йәнле тауыш ишетелмәй. Бабай һыйырын туғарып, алдына бесән һалды, муйынын һыйпап, бәләкәй генә ҡыңғырау таҡты. «Аша, аҡыллы таянысым, ҡайтҡанда ауыр булыр, аша, хәҙергә бесән, ҡайт­ҡас, әбейең картуф ҡабыҡтары бирер, ашлы һыу эсерер. Тиҙ ҡайтып етербеҙ, быҙауың да көтә», – тип, хужаһы иркәләүен белдерҙе. Хайуанҡай, хужаһына рәхмәт белдергәндәй, аңлайышһыҙ ауаздар биреп, ҡороҡ осон уңға-һулға һелккеләп, йәм-йәшел бесәнде ашай башланы. Үҙе тирә-яҡтан ҡоро-һары йыйып санаһына өйҙө. Бер аҙҙан йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып ярһый башланы, аяҡтарының ғәйрәте шиңеүен һиҙҙе, бесәнгә ятып ял итергә була. Шунан тора алмай, йөрәге ярыла.
Кис етә. Сит ерҙә мал да үҙенә урын таба алмай. Һыйыр, әллә быҙауын һағынып, әллә ауылға ҡайтыр ваҡытын һиҙеп, мөңрәй башлай, башы менән хужаһын төрткөләй, ә ул һелкенмәй ҙә. Елене һөткә тулған һайын һыйыр һуҙып-һуҙып, ялыныулы-ялбарыулы мөңрәргә тотона. Шуны ғына көткән бүреләр өйөрө һыйырҙы уратып ала. Бисара мөгөҙөн айҡап та өлгөрмәй, “һә” тигәнсе һыйырҙың ике мөгөҙө лә дүрт аяғы ғына ҡала.
Бүре башлығы боғаҙына йәбешкәндә һыйырҙың баҡырған тауышын урманға яҡын ауылда йәшәгән Алексей ишетеп ҡала.
Һыйыр ҡәҙәр һыйырҙың һөйәген дә ҡалдырмай ашап бөткән бүреләр Әсләм бабайҙың кәүҙәһенә ҡағылмағандар, гүр эйәһе тигәндәрҙер. Кейемендә бүре тырнаҡтары эҙен генә табалар.
Икенсе көндө фажиғәле хәбәрҙе Алексей ауылға еткерә.
Был хәбәр бөтәһен дә тетрәтте. Әсләм ҡартты бөтә ауыл халҡы ерләне. Шул хәтле халыҡ йыйылыуын оло кешенең фажиғәле үлеме менән генә аңлатып булмай. Уның изгелектәре ауыл халҡына быуат башында уҡ билдәле була. Йәшлек йылдарында уҡ Әсләм һаҡалы биленә еткән аҡһаҡал дәрәжәһенә күтәрелә.
Ауылда кешеләр тәрбиәләп торған алты шишмә булған. Уларҙың барыһы ла түбән оста урынлашҡан. Әсләм бабай йәшәгән оҙон урамдың юғары осонда шишмә булмаған. Геологик белеме булмаған, күптән түгел кәләш ҡуйынының йылыһын татыған Әсләм, үҙенең һиҙемләүенә таянып, шишмә эҙләй башлай. Ауыл ҡарттары әйтеүенсә, ул төн урталарында йылға буйына барып, ергә ятып, ерҙең аҫтын тыңлаған. Шулай булғанмы-булмағанмы, ул йылғаның төньяҡ ярында, йылға юлына яҡын ғына бер нисә траншея кеүек соҡор ҡаҙа. Май айында соҡорҙарҙың береһенән шишмә бәреп сыға. Әсләм бабай соҡорға ағас бура төшөрә, улаҡ ҡуя. Йылғаның ҡояш ҡараған ярына ағастар ултырта. Улар йәйелеп үҫеп, ярҙы аҫтан өҫкә ҡәҙәр биләп ала. Ауылға һандуғастар ҡайта. Тау аҫтында сылтырап аҡҡан, таҙа, йомшаҡ һыулы шишмә барлыҡҡа килә. Һыуы инешкә ҡушылыр алдынан бер аҙ көйәнтәле килендәрҙе көтөп торған кеүек була ла, уңайлы мәлен табып, ағымға ҡушыла. Шишмәнең һалҡын һыуы ҡояш ҡыҙҙырғанда тирә-яҡты йәйге эҫенән арындырырға тырыша, ҡышын ҡар аҫтына сума.
Ололарҙың әйтеүе буйынса, күп йылдар буйы шишмәгә беренсе барған йәш килен беренсе көйәнтә һыуын Әсләм бабайға илткән. Ә тора-бара был яҡшы ғәҙәт күңелде пакландыра торған изге бер йолаға әүерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш йылдарында, билдәле сәбәптән, был йола юғалып ҡалды. Минеңсә, яңы тыуған шишмә, фажиғәле рәүештә вафат булған Әсләм бабайҙың изгелекле күңеленә ауыл халҡының ихтирамы – барыһы бергә йәнле һәйкәл булып тора.
Әсләм бабай шишмә менән мауығып, йыш ҡына йорт мәшәҡәттәрен онотҡан. Ундай ваҡыттарҙа һәр саҡ яҡты йөҙлө кәләше Бибисәнә асыуланған, йөҙө ҡараңғыланған. Шишмәгә батып үлерһең әле, тигән һүҙҙәр менән битәрләгән ирен. Ә ире уға, ер фәрештәһе, тип өндәшкән, тиҙәр. Әбей, фәрештә үк булмаһа ла, кендек әбейе булараҡ, тиҫтәләгән сабыйға донъяға килергә ярҙам итеп, күп изгелек ҡылды.
Әсләм бабай ниндәйҙер мөғжизә менән терелеп, зыярат тауынан төшһә, өйҙә крандан аҡҡан һыуға шатланыр, ә үҙе эсәр һыуҙы шишмәнән ташыр ине, моғайын. Ауылға һуңғы ҡайтыуҙа шул уйҙар менән шишмә янында башымды эйеп, һүҙһеҙ генә, оҙаҡ баҫып торҙом, услап һыуын эстем. Сылтыр-сылтыр шишмә тауышы ишетелә, ҡоштар һайрай, ағастар араһында үҙеңде ысын урман эсендәге кеүек хис итәһең. Әсләм шишмәһе тирәләй Әсләм урманы ла барлыҡҡа килгән.

P.S. Яңауыл районының Үрге Сат ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған хәлгә таянып яҙылды.

Нәдһәт ФӘТХИЕВ....

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 9-05-2018, 08:00


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
18 йәшендә генә һуғышҡа китеп тотҡонлоҡ михнәттәрен кисергән башҡорт егете Фәтхулла Юламанов 30 йәшендә саҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайта

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа быйыл йәйгеһен 95 йәш тула. 18 генә йәшендә Ватанын фашист илбаҫарҙарынан яҡларғафронт ҡа алынған йәш һалдат сал далалы тыуған еренә 30 йәшендә генә кире әйләнеп ҡайта ала. Яҙмыш уны нисек кенә һынамаһын, алдына ниндәй генә кәртә ҡормаһын, ул Тыуған иленә тоғро яугир булыуҙан тайпылмай, барлыҡ ауырлыҡҡа
тешен ҡыҫып түҙә, шуға ла мораҙына ирешә – тыуған яҡтарына ҡайта......

«Үлемһеҙ полк» саҡыра
Яңылыҡтар таҫмаһы / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 3-05-2018, 18:04


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра9 майҙа Өфөлә йәшәүселәр, колоннаға теҙелеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары, туғандары йәки таныштарының портреттары менән баш ҡалабыҙҙың төп урамдары буйлап уҙасаҡ.
Октябрь проспектында урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә «Үлемһеҙ полк» колоннаһына теҙелеү башлана. «Дәүләт циркы» ҡала транспорты туҡталышынан Шәфиев урамы киҫелешенә тиклем мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, артабан юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттары, һуңынан ҡалған өфөләр теҙеләсәк. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә, ә 1-се 15 минутта акцияла ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙан яғына атлай башлай. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Октябрь проспектында СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шота Руставели урамына тиклем транспорт хәрәкәте ябыла.
Әйткәндәй, «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҙурайтыл­ған фотоһүрәттәрен Күп функциялы үҙәктәрҙә бушлай эшләтеп алырға була.
З. ХӘСӘНОВА....

“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”
Рубрикалар / Хәтер // 16-04-2018, 11:22


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”Быйыл беҙҙең яратҡан журналыбыҙ “Башҡортостан ҡыҙы”ның матур юбилейы сыға башлауының 50 йыллығы. Бынан ярты быуат элек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус баҫманың барлыҡҡа килеүе ҙур ваҡиға булған. Ә уның тышлығында фотоң сығыуы иһә ниндәй кимәлдә иҫтәлекле булғанын журнал геройҙары үҙҙәре генә белә. Беҙҙең ҡулға журналдың 1969 йылдың ноябрь һаны килеп эләкте. Тышында – иҫ киткес көләс, шат йәш ҡыҙ. Артында – башҡа ҡатын-ҡыҙҙар. Был, моғайын, берәй байрамда төшөрөлгән фотолыр, тип уйланыҡ. Баҡһаң, һүрәттә 20 йәшлек Өфө ҡыҙы Людмила Медведева икән. 49 йыл үткәс, уның менән осрашып һөйләшергә насип булды....

Дымдан һаҡлау өсөн
Рубрикалар // 8-12-2017, 09:00


Дымдан һаҡлау өсөнСумка, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы һатып алғанда иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, унда бәләкәй генә пакеттарҙа силикагель һалынған була. Ғәҙәттә, беҙ уларҙы ҡулланмағас, ташлар­ға ашығабыҙ. Көндәлек тормошта бына тигән файҙалы әйбер икән ул.
Был матдә әйберҙе дымланыуҙан, һыуланыуҙан һаҡлай. Ваҡ ғына гранулалар дымды үҙенә тартып, әйбер­ҙе киптерә. Хатта һыуланған кеҫә телефонын да киптереп алырға була. Силикагель бөртөктәре тултыртылған һауытҡа телефонды һалып ҡуйырға ғына кәрәк.
Ямғырҙа һыуланған сумкағыҙ дымланып, еҫләнеп торһа, силикагель киптерер ҙә, насар еҫен дә алыр. Серле пакеттағы был матдә спорт сумкаһындағы, кроссовкала, тирләгән футболка еҫен дә ала.
Фототехниканың линзалары ла дымлы һауала тирләй. Бының өсөн фотоаппараттың чехолына силикагель пакетын һалып тороғоҙ.
Яҙғыһын йәшелсә-емеш сәскәндә орлоҡтарығыҙ артып ҡалһа, дымланып ятмаһын өсөн уны силикагель пакеттары араһына һалығыҙ.
Гербарий өсөн сәскә киптереп алырға теләһәгеҙ, ҡағыҙға сәскә менән силикагель пакеттарын төрөп һалырға кәрәк....

Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
Рубрикалар // 30-10-2017, 07:00


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
Хужабикәләрҙең күбеһе ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә белмәй. Ташларға ашыҡмағыҙ. Уңған ҡатындың бер генә ризығы ла әрәм булмаҫ....

Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Рубрикалар // 15-10-2017, 09:00


Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Георгин һәм гладиолустарҙы ни тиклем генә яратһағыҙ ҙа, артығын алмағыҙ. Сөнки улар­ҙы икенсе миҙгелгә тиклем һаҡлау ауырға төшә. Баҡсасылар көҙ айҙарында сәскә һуғанбаштарын күп итеп ҡалдырырға тырыша. Ләкин яҙ етеү менән күңелһеҙ күренеш күҙгә ташлана: һуғанбаштар юҡҡа сыҡҡан, серегән була. Бындай хәл һирәк булһын өсөн маҡсат менән мөмкинлекте дөрөҫ самаларға ғына кәрәк. Әгәр мөгәрәп, гараж йәки верандағыҙ юҡ икән, юрғанды аяҡҡа ҡарап һайларға тура киләсәк. Һуғанбаштар һаҡланасаҡ урында һәр ваҡыт тиерлек 5 – 8 градус йылы булырға тейеш. Икенсе мәсьәлә лә бар: киләһе йылда сәселәсәк орлоҡ саҡ ҡына булһа ла боҙолһа, шундуҡ ырғытығыҙ. Үҙе лә серейәсәк, эргәһендәгеләрҙе лә зарарлаясаҡ.
Һуғанбаштарҙы ҡыш буйы тикшереп тороу талап ителә. Боҙолған урындарын ҡырҡып ташларға,”зеленка” менән таҙартырға онотмағыҙ. Ә инде ул яртылаш тиерлек боҙолһа, сүпкә ырғытырға ғына ҡала....

Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та
Рубрикалар // 18-09-2017, 11:08


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та
Был паста универсаль, уны һауыт-һаба, сантехниканы таҙартыу өсөн ҡулланыр­ға була. Шыйыҡса ни бары өс компоненттан тора һәм иң мөһиме аллергияға юл ҡуймай, тимәк, экологик яҡтан да таҙа тигән һүҙ.

Ябай кер һабынын эре ҡырғыс аша үткәреп (балалар һабыны ла ярай), 100 грамм һабынға 100 грамм ҡайнар һыу өҫтәргә. Артабан массаны һабын иҙелеп бөтөп күбекләнгәнсе туҡырға, һуңынан 75 грамм сода өҫтәргә. Һөҙөмтәлә паста барлыҡҡа килә. Бында шулай уҡ үҙегеҙгә оҡшаған эфир майы өҫтәргә лә була. Паста менән һауыт-һабаны, раковина, ваннаны таҙартыу ҡулай. Бигерәк тә майлы урындарҙы шәп таҙарта, кафелде һөртһәң дә ялтырап китә....

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек
Рубрикалар / Хәтер // 19-05-2017, 15:12


Беҙ һәр ваҡыт әҙер инекЕте тиҫтә йыл “йәшәп киткән” пионерияның барлыҡҡа килеүенә – 95 йыл

– Пионер! Коммунистар партияһының эше өсөн көрәшкә әҙер бул!
– Һәр ваҡыт әҙер! – ошо һүҙҙәр беҙҙең бала һәм үҫмер саҡтың яҡты хәтирәһенең бер өлөшө. Рәсәйҙә 1980 йылға тиклем тыуғандар араһында пионер булмаған бер кеше лә юҡтыр.
Пионер бөтә ерҙә лә ине – мәктәптә, походта, мәктәп баҡсаһында, ярышта, мәҙәни смотрҙарҙа, олимпиадаларҙа…
Мин – СССР пионерҙарының береһе. Галстуклы, значоклы, пионер исеменә тап төшөрмәгән яҡшы уҡыусы. Хәтерләүемсә, һәр класс отряд, звеноларға бүленде һәм унда барыһы ла ниндәйҙер вазифаны башҡарҙы. Үҙемдең звеньевой, политинформатор, санитарка булғанымды иҫләйем. Стена гәзитен сығарыу­ҙа ла ҡатнаша торғайным. Кемдер отряд етәксеһе, барабансы, борғосо, спорт секторы етәксеһе ине. Һәм, әлбиттә, Тимурсылар командаһы төҙөп, ололарға ярҙамсылар булып йөрөнөк. Металл һыныҡтары, макулатура йыйыуҙы ла пионер­ҙарға ышанып тапшырҙылар. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа эш бар, ҡайҙа ярҙам кәрәк – беҙ, пионерҙар, бөтә ергә лә өлгөрҙөк.
Заман теле менән әйткәндә, шәп бренд ине пионерия. Ине шул. Түңкәрелешле 90-сы йылдарҙа ныҡлы тоташҡан кеүек булған ҙур бер ҡулсаның төп көсө өҙөлгәйне, балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы ла, етәкләргә өлкән ҡулдар булмағас, тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Юҡ, күңелдәрҙә һаман йәшәй әле. Иҫләүселәре булғас ни…...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM