НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күҙ таҙалыҡ ярата
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // Вчера, 13:12


Күҙ таҙалыҡ ярата
Тире төрлө инфекцияның организмға үтеп инеүен тотҡарлаусы үҙенә күрә бер кәртә булып тора. Ә күҙ ҡабағындағы тире айырыуса йоҡа һәм нескә. Шунлыҡтан ул тиҙ генә бирешеп барыусан. Күҙгә сыҡҡан арпа (керпек ҡыуыҡсаһы һәм күҙ ҡабағындағы май биҙҙәренең эренләп шешеүе) хаҡында белмәгән кеше һирәктер. Йыш ҡына ул бысраҡ ҡулъяулыҡ, таҫтамал менән ҡулланғандан һуң йәки биҙҙәр­ҙең үле тире ҡатламдары менән ҡапланыуынан барлыҡҡа килә. Шулай уҡ уның үҫеүенә хроник сир һөҙөмтәһендә организмдың һаҡланыу көсө ҡаҡшауы, ныҡ итеп һалҡын тейҙереү, матдәләр алмашыныу процесы боҙолоуы, авитаминоз һәм аҙ ҡанлылыҡ та сәбәпсе булыуы ихтимал. Тәүҙә күҙ ҡабағының сите ҡыҙарып, бәләкәй генә шеш барлыҡҡа килә, ә 3 – 4 көндән һуң уның башы ағарып, эренләп сыға. Арпа айырыу­са ҡатын-ҡыҙҙар­ҙы “ярата” һәм көҙөн-ҡышын әүҙемләшә....

Панкреатит йонсотһа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-05-2017, 16:22


Панкреатит йонсотһаАшҡаҙан аҫты биҙе ауырыуынан ҡотолоу өсөн көн һайын иртәле-кисле ашарҙан ике сәғәт алда берәр стакан яңы әҙерләнгән картуф һуты эсергә, тағы биш минуттан һуң тәбиғи һөттән әҙерләнгән кефир эсергә кәрәк. Дауаланыу курсы – 15 көн. Һуңынан 12 көн ял итеп алырға һәм тағы ла дауаланыу курсын ҡабатларға тура килер. Тулыһынса һауығыу өөн 3 – 4 курс етә. Әлбиттә, һут яңы өлгөргән картуфтан алынырға тейеш, сөнки февралдән һуң унда соланин тигән ағыулы матдә барлыҡҡа килә.
...

Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
Новости / Иман // 26-05-2017, 14:40


Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек! Шәғбан айының 29-сы көнө тамамланғас, 27 майҙа Рамаҙан айы башлана. Был мөбәрәк айҙа ҡылған изгелектәребеҙ, Алланың ризалығы хаҡына тотҡан ураҙаларыбыҙ менән гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, ифтар мәжлестәре яҡындарыбыҙ менән осрашыу ләззәте бүләк итһен....

XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары
Новости / Тарих // 24-05-2017, 10:00


XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары
Интернет селтәрендә халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы бығаса киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин. Бынан бик күп йылдар әүәл оло әһәмиәткә эйә һәм дәүләт ҡарамағындағы музей фондтарында мәңге һаҡланырға тейеш тип табылған әйбер­ҙәр тураһында һүҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙең төрлө музейындағы әллә күпме экспонат араһында XIX быуатҡа ҡараған башҡорт ир-егетен һынландырған скульптуралар осратырға була. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә айырым туҡталып үтәйек....

Ҡырымдар килеп ҡайтты
Новости / Сәйәсәт // 22-05-2017, 11:30


Ҡырымдар килеп ҡайтты Үткән аҙнала Өфөгә Ҡырым республикаһының рәсми делегацияһы килде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым башлығы Сергей Аксенов әңгәмәһендә төбәктәр араһында эшлекле, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Белеүегеҙсә, ике республика 2014 йылдан бирле тығыҙ аралашып йәшәй. Беҙ ярымутрауҙың Ҡараһыубаҙар (Белогорск) районынын шефлыҡҡа алғанбыҙ. Был эш дауам итәсәк.

Сергей Аксенов Ҡырымға ҡатмарлы ваҡытта ярҙам күрһәткәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Баҡһаң, уның тамырҙары Өфө менән тоташҡан. Әсәһе беҙҙең яҡташыбыҙ, Өфө авиация институтын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.

Ҡунаҡтар баш ҡалабыҙҙағы предприятие һәм мәҙәни, мәғариф учреждениеларында ла булды. Әлбиттә, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы һәм башҡорт балы йортона инеп сыҡты. Аҙаҡтан Конгрес-Холл бинаһында ике республиканың ижад коллективтары ҡатнашлығында матур концерт үтте.

Әйткәндәй, 2015 йылда Башҡортостан менән Ҡырым араһында сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, шуның менән бергә ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда Ҡырымға автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы, шулай уҡ һөт аҙыҡтарын оҙатыу иҫәбенә тауар әйләнеше 2,7 тапҡырға артҡан....

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы менән осрашты
Новости / Спорт // 22-05-2017, 11:25


Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы менән осраштыКисә, 21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты.
Бынан алда «Өфө» футбол клубы Премьер-лиганың һуңғы 30-сы турында Екатеринбургтың «Урал»ын 1:0 иҫәбе менән еңде һәм турнир таблицаһында етенсе урынды биләне. Был – клуб тарихында иң яҡшы һөҙөмтә.
– Яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлағым килә – беҙҙең команда Рәсәй чемпионатында етенсе урынды яуланы. Был – тарихи үҙгәреш. Мин күп йыллыҡ стажлы көйәрмән булараҡ һеҙҙе ихлас ҡотлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең менән бик юғары планка ҡуйҙыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу зарур. Киләһе миҙгелдә тағы ла әһәмиәтлерәк һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн беҙҙә резервтар булыуын аңлайым. Бының өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Беҙ барыбыҙ ҙа – көйәрмәндәр, клуб етәкселеге һәм, иң мөһиме, футболсылар – командабыҙ алға табан барһын өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ....

Гранат күп ауырыуға дауа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-05-2017, 16:18


Гранат күп ауырыуға дауаГранатты емешкә һанамаусылар һәм артыҡ яратып бармаусылар ныҡ яңылыша. Был файҙалы емеште көндәлек рационға индермәһәк тә, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ашағанда, бик күп ауырыуға дауа булыр ине.
Түбәндә уның сәләмәтлек өсөн файҙалы үҙенсәлектәре менән ныҡлабыраҡ таныштырабыҙ....

Гастрит: төрҙәре һәм дауалау ысулдары
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-05-2017, 16:16


Гастрит:  төрҙәре һәм дауалау ысулдарыБилдәләре
Гастрит булғанда ашҡаҙандың лайлалы ҡатламы шешә һәм ҡыҙара, унда күп ҡатлы бөрмә барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан һуты күп бүленеп сығыу сәбәпле, кикертә башлай. Киҫкен гастрит, ғәҙәттә, ҡапыл башлана: ныҡ итеп күңел болғана, уҡшыта, эс ауырта, ауыҙҙа шайыҡ йыйыла, хәл бөтә, температура ла күтәрелеүе мөмкин. Сирҙең бер нисә сәғәт йә нисәлер көн дауам итеүе ихтимал. Ауырыу уға этәргес биреүсе факторҙың йоғонтоһо бөтөү менән үҙенән-үҙе туҡтай. Ә ауыр осраҡтарҙа дарыуҙар менән дауалайҙар.
...

Биткә һытҡы сыҡҡанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-05-2017, 10:00


Биткә һытҡы сыҡҡанда
- Дегәнәк тамыры тө­нәтмәһе эсергә кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 1 стакан тамырға 500 мл һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң көнөнә 50 – 70 мл эсергә мөмкин.
...

Талпан нимәһе менән хәүефле?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-05-2017, 11:46


Талпан нимәһе менән хәүефле?
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән күп төрлө ҡурҡыныс сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙалған талпанды тартып сығарғас ташларға ярамай, ә берәй һауытҡа һалып, медицина лабораторияһына алып барырға кәрәк....


  • Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
  • Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • “Үҙебеҙҙеке йәл”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
  • Йома ни өсөн изге көн?
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!
  • «Самауыр янында» йыйылайыҡ



  • Радио Юлдаш FM