НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ете ҡатындың йәшенле йәйе
Махсус бит / Проблема // 20-07-2017, 17:26


Ете ҡатындың йәшенле йәйе"Ул йылды ла йәшенле ямғыр шулай ҡара болот аралаш ҡыҙыл ут булып килеп сыҡты. Сөгөлдөр эшләп йөрөгән ҡатындар: "Шул мөйөштән сыҡҡан (төньяҡ-көнбайыш) ҡурҡыныс ҡара болот тиктәҫкә түгел, әйҙәгеҙ, имен саҡта ҡыуышҡа кереп ҡалайыҡ!" - тип, тиҙ генә был йәшенле ямғырҙан йәшенеү яғын ҡаранылар..." Ни эшләптер әсәйемдең иҫенә ҡапыл 45 йыл элек булған был фажиғәле ваҡиға төштө. Күҙҙәре йәшләнеп китте. Әҙерәк тынысланғас, әсәйем ул көндәрҙең хәтер ебен тағата башланы.
...

Айырған да, ҡауыштырған да – хыянат
Махсус бит / Проблема // 11-07-2017, 17:00


– Нимә эшләйһең, матурым?
– Йоҡларға ятҡайным. Ә һин, бәпесем?
– Мине тағы ла эштә ҡалдырҙылар, иртән генә ҡайтам. Үтенеп һорағас, ҡалдым инде. Ярай, тәмле төштәр!
– Тыныс смена теләйем һиңә, һөйөклөм!
Эй, аллаҡайым, эш, имеш. Һөйәркәһенә йүгерҙе бит инде. Көн дә тиерлек тешләнеп, тырналып ҡайта. Мине бөтөнләй аңғыра тип уйлай, ахырыһы....

Уйланырлыҡ урын бар
Махсус бит / Проблема // 6-07-2017, 08:00


Уйланырлыҡ урын бар
йәки йәш белгескә эш ҡайҙа?

Тиҙҙән оҙаҡ йылдар үҙ маҡсатына табан барған егет-ҡыҙҙар ҡулдарына диплом аласаҡ. Әммә улар өсөн эшкә урынлашыу ҙур мәсьәлә булып тора. Киләсәк – йәштәр ҡулында, тип әйтергә ғәҙәтләнһәк тә, оло быуын йәштәргә белгәнен өйрәтеп, тәжрибәһен уртаҡлашып ҡалдырырға бик ашығып бармай­. Түбәндәге миҫал да шуға ишара түгелме?...

Алдаштырып- йолдаштырып...
Махсус бит / Проблема // 5-07-2017, 12:00


[u][/u]Алдаштырып- йолдаштырып...
йәки Алдашыуҙы дин рөхсәт итәме?

Атайым мәрхүмдең: “...алдамағыҙ, урламағыҙ, эсмәгеҙ, тартмағыҙ...” – тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай. Бына шул нәсихәттәрен ул беҙгә ғүмеренең ахырына тиклем әйтте. Ул вафат булғанда, барыбыҙ ҙа инде үҫеп етеп, үҙ аллы тормош ҡороп йәшәп ятҡан булыуыбыҙға ла ҡарамаҫтан. Үҙемдең балаларымды ла шулай тип тәрбиәләргә тырыштым. Атайымдың өгөт-нәсихәттәре араһынан алдашыуҙы тыйыуы хаҡында йыш ҡына уйланам. Бәғзе берәүҙәр: “Яҡшы ниәт менән алдаштырыуҙың бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ”, – тиҙәр. Икенселәр: “Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ”, – тип тә әйтеп ебәрә. Башҡаларҙы алдап, шуның менән “кәсеп итеп” көн күреүселәр ҙә юҡ түгел. Кемдеңдер мутлығы бер нисә һумлыҡ булһа, икенселәре – миллионлап, хатта миллиардлап та “алдаштырыу”ҙан тартынмай. Ҡайһы бер фәйләсүфтәр һәр әҙәм балаһының, үҙе лә һиҙмәҫтән, көнөнә тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән мәртәбә эреле-ваҡлы алдауы хаҡында яҙа......

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...
Махсус бит / Проблема // 4-06-2017, 10:00


Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...
Илебеҙҙә никахтар тарҡалыу мәсьә­ләһе киҫкен торғаны һәммәбеҙгә мәғлүм. Бәхеткә күрә, ошо хаҡта уйланыусылар, башҡаларға файҙалы кәңәш биреүселәр ҙә күп. Тормош тигән нәмә шундай ҡатмарлы, шунлыҡтандыр, бер кемгә лә дөрөҫ юлды аныҡ ҡына күрһәтеп булмай. Һәр ғаилә ағзаһы һәр аныҡ осраҡта килеп тыуған мәсьәләне үҙенсә сисә......

“Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”
Махсус бит / Проблема // 24-05-2017, 12:42


“Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”“Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошондай хәбәр таралды

“Һаумыһығыҙ! Был хатты һеҙгә Салауат районы “Янғантау” шифаханаһының эшселәре яҙа. Бөгөн, 15. 05. 2017, иртәнге оперативкала шифахана директоры санаторий территорияһында башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшергә тыйған. Беҙгә был мәғлүмәтте оперативкала еткерҙеләр. Беҙҙең уйлауыбыҙса, был – кешенең конституцион хоҡуҡтарын боҙоу. Шифаханала эшләүселәрҙең 80 проценттан ашыуы башҡорт һәм татар милләтенән. Беҙҙең телебеҙ кемгә ҡамасаулай икән?..”
Ошондай йөкмәткеле хәбәр ҡуйылды “Бәйләнештә” социаль селтәренә. Ул йәшен тиҙлегендә байтаҡ төркөмгә күсереп алынды һәм фекер алышыуҙар, бәхәстәр башланыуға сәбәп булды....

Һәр нәмәгә яуап бирәһең…
Махсус бит / Проблема // 23-05-2017, 09:30


Һәр нәмәгә яуап бирәһең…
Бала саҡтағы бер ваҡиға хәтирә булып күңелдә йәшәй.
…Атайым күрше ауылға мейес сығарыр­ға барҙы, мине лә эйәртте. Беҙ барған йорт хужалары йылы ҡаршы алды, сәй ҙә эсерҙеләр. Атай эш менән булыш­ҡанда тирә-яҡты күҙәтәм. Йорт яҡты, матур. Миңә таныш булмаған яңы әйбер­ҙәр ҡараштырам. Хужаларҙың ике еткән улы бар. Шул тиклем матурҙар. Ерән сәслеләр, оҙон шаҡмаҡлы күлдәк, киң балаҡлы салбар кейгәндәр, ҡайыштары сын­йырлы. Ҡарап торһаң, кинонан килеп сыҡҡандармы ни!
Был ауыл совхоз ауылы булғанға бик бай ине. Иген мул, халыҡ та колхоз кешеһе һымаҡ түгел, күпкә етеш йәшәйҙәр....

Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңә
Махсус бит / Проблема // 13-05-2017, 11:25


Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңәйәки ут менән шаярмайым
Йортобоҙ янында бер нисә ҡайын үҫә. Йәйгеһен эй матур инде. Ҡояш ҡыҙҙырғанда күләгәлә рәхәтләнеп ял итергә була. Ҡышҡы һыуыҡта ағас­тар өҫтөнә бәҫ ҡунһа, үҙемде әкиәт доньяһындағылай хис итәм. Яҙын ағас­тар бөрөләнеп, япраҡ яра башлаһа, күңел йырламаҫ еренән йырлар. Көҙөн алтынға мансылып ултыралар. Япраҡтары ергә ҡойолоп, баҡсамдағы сәскәләремде ҡышҡы һыуыҡтарҙан һаҡлай, яҙға серетмәгә әйләнеп, тупраҡҡа шәп минерал булып тора....

Үрсегән осоронда уларға теймәйек
Махсус бит / Проблема // 28-04-2017, 08:30


Үрсегән осоронда уларға теймәйек
Яҙ етеү менән бар тереклек йоҡоһонан уяна. Был ваҡыт – ҡайһы бер ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, балыҡтың үрсегән осоро. Балыҡ ташҡын ваҡытында ыуылдырыҡ сәсә. Шуға ла май айында беҙҙең йылға-күлдәрҙә балыҡ аулау тыйыла, тик ҡармаҡ менән генә тоторға мөмкин. Был сикләүҙәр нимә өсөн кәрәк һуң?
Үрсеү мәлендә барса йәнлек, шул иҫәптән балыҡ та тирә-яҡтағы факторҙарға бик һиҙгер. Моторлы кәмәлә йөрөп, балыҡ тотоу уларҙың тынлығын боҙа. Һыуҙа йәшәүселәр сит­кә китеп, икенсе урын һайлай, йәшенә.
Балыҡтар үрсеүсән йән эйәләре. Бер инә балыҡ ҡына меңдән алып 300 меңгә тиклем ыуылдырыҡ сәсеүгә һә­ләтле. Мәҫәлән, бәрҙе – ур­таса 10 мең, ҡорман балығы 100 мең ыуылдырыҡ сығара. Уларҙың һаны балыҡтың йәшенә лә бәйле. Ыуыл­дырыҡтың күп өлөшө юҡҡа сыға, личинкаға әүерелгәндәренең һәм бәләкәй балыҡ булып хасил булғандарының күптәре үлә, ни бары 0,1 проценты ғына үҫеп етә. Бәрҙе үҙенең артынан ун тоҡом ғына ҡалдыра ала тигән һүҙ. Ике-өс йылдан һуң был унау үҙҙәре 100 тоҡом ҡалдыра. Һыла балығы менән дә шундай уҡ хәл. Ул 100 тоҡомға ғүмер бирә. Ыуылдырыҡ сәскәндә ошондай ун балыҡты тотһағыҙ, һеҙ киләсәктә 1000 һыла балығын юҡҡа сығараһығыҙ. Башҡа балыҡтар менән дә шундай арифметика. Балыҡ тотоуҙа айырым ҡағиҙәләр ҙә бар. 32 сантиметрҙан ҡыҫҡа суртанды, 40 сантиметрҙан ҡыҫҡа һыла балығын, 25 сантиметрҙан ҡыҫҡа ҡорбан балығын һыуға кире ебәрергә кәрәк. Билдәле ҙурлыҡта булғандары һәйбәт тоҡом ҡалдыра. Балыҡтар популяцияһында ла ҡан яңыртыу бара. Ыуылдырыҡ сәскәндә бер үк балыҡтар ҡатнашһа, уларҙың төрө юҡҡа сығыуы ла бар.

Илдус НУРМӨХӘМӘТОВ,
«Шүлгәнташ» тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркының ғилми хеҙмәткәре....

Иртә никах: иртә өлгөрөүме әллә мәжбүрилекме?
Махсус бит / Проблема // 23-04-2017, 12:50


Иртә никах: иртә өлгөрөүме әллә мәжбүрилекме?Иртә йәштән ҡоролған никахтар элек тә булған, хәҙер ҙә 18 йәше тулмайынса ғаилә ҡорорға ашыҡҡандар, «иртә өлгөргән» йәштәр бар. Берәүҙәрен ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы сәстәрен сәскә бәйләргә этәрһә, икенселәренең – мөхәббәт тойғоларынан күктең етенсе ҡатында гиҙгәндәренең һөйгәндәре менән тиҙерәк бергә булғыһы килә, ҡайһы берҙәрен, ата-әсә күҙәтеүенән ысҡынып, тиҙерәк үҙ аллы булырға ынтылыу теләге кейәүгә сығыуға этәрә. Билдәле, балалыҡтан сығып етмәгән егет менән ҡыҙ психологик, әхлаҡи, матди яҡтан да ғаилә ҡарарға әҙер түгел. Улар бала табып, айырыла ҡалһа, бар ауырлыҡ ата-әсәләре иңенә төшә....


  • Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • «Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды
  • Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды.
  • Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"
  • Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
  • Асыҡ ауыҙ
  • Уйланырлыҡ урын бар
  • Гормондар хәүефлеме?
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...



  • Радио Юлдаш FM