НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
Махсус бит // Вчера, 13:34


Йондоҙнамә   (29 май - 4 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Шәхси тормошоғоҙҙа ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнер. Өмөтлө осрашыуҙар ҙа булыуы ихтимал. Бәғзеләр кәрәкле бәйләнеште еңел булдыра алыр. Йомала ниндәйҙер мөһим ваҡиға көтөгөҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ көтөлмәгәнсә башланып китер. Төрлө сәбәп арҡаһында ҡәҙимге көн тәртибен боҙорға ла тура килер, бәлки. Кесе йомала барыһы ла яйланыр. Аҡса мәсьәләһе һаман да борсоп торор.

...

“Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”
Махсус бит / Проблема // 24-05-2017, 12:42


“Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”“Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошондай хәбәр таралды

“Һаумыһығыҙ! Был хатты һеҙгә Салауат районы “Янғантау” шифаханаһының эшселәре яҙа. Бөгөн, 15. 05. 2017, иртәнге оперативкала шифахана директоры санаторий территорияһында башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшергә тыйған. Беҙгә был мәғлүмәтте оперативкала еткерҙеләр. Беҙҙең уйлауыбыҙса, был – кешенең конституцион хоҡуҡтарын боҙоу. Шифаханала эшләүселәрҙең 80 проценттан ашыуы башҡорт һәм татар милләтенән. Беҙҙең телебеҙ кемгә ҡамасаулай икән?..”
Ошондай йөкмәткеле хәбәр ҡуйылды “Бәйләнештә” социаль селтәренә. Ул йәшен тиҙлегендә байтаҡ төркөмгә күсереп алынды һәм фекер алышыуҙар, бәхәстәр башланыуға сәбәп булды....

“Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 24-05-2017, 11:00


“Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
йәки Килендәр кем затынан һуң?

Ғаиләбеҙҙә туғыҙ бала – алты ҡыҙ һәм өс малай үҫтек. 6-сы класты тамамлағас, Күмертау ҡалаһындағы интернатҡа уҡырға индем, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад бүлеген тамамланым. Б. райо­нына йүнәлтмә буйынса эшкә барғайным, ғүмерлеккә ошо яҡта төпләндем. Агроном булып эшләүсе Ғәли менән танышып, йыл ярым дуҫлашып йөрөнөк тә, ике районды шаулатып туй үткәрҙек. Уға тиклем өс апайым, бер һеңлем, ике ағайым ғаилә ҡорғайны инде. Тағы ла бер йылдан иң кесе ҡустыбыҙ Әмир өйләнде, ике йылдан һеңлебеҙ Юлиә кейәүгә сыҡты. Барыбыҙ ҙа башлы-күҙле, ике малайҙан тыш башҡалар­ҙың кемеһе – Мәләүез, кемеһе – Күмертау, кемеһе Өфө ҡалаһында төпләнде. Оло ағайыбыҙ диңгеҙҙә йөк судноһында эшләй ине, мәрйәгә өйләнеп, ғүмере буйы сит төбәктә йәшәне. Мин һәм бер апайым кейәүгә сыҡҡан ерҙә ҡалдыҡ....

Һәр нәмәгә яуап бирәһең…
Махсус бит / Проблема // 23-05-2017, 09:30


Һәр нәмәгә яуап бирәһең…
Бала саҡтағы бер ваҡиға хәтирә булып күңелдә йәшәй.
…Атайым күрше ауылға мейес сығарыр­ға барҙы, мине лә эйәртте. Беҙ барған йорт хужалары йылы ҡаршы алды, сәй ҙә эсерҙеләр. Атай эш менән булыш­ҡанда тирә-яҡты күҙәтәм. Йорт яҡты, матур. Миңә таныш булмаған яңы әйбер­ҙәр ҡараштырам. Хужаларҙың ике еткән улы бар. Шул тиклем матурҙар. Ерән сәслеләр, оҙон шаҡмаҡлы күлдәк, киң балаҡлы салбар кейгәндәр, ҡайыштары сын­йырлы. Ҡарап торһаң, кинонан килеп сыҡҡандармы ни!
Был ауыл совхоз ауылы булғанға бик бай ине. Иген мул, халыҡ та колхоз кешеһе һымаҡ түгел, күпкә етеш йәшәйҙәр....

Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 22-05-2017, 16:04


Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса Өс тарафҡа илткән юл сатында ҡарт оҙаҡ ҡына хәрәкәтһеҙ торҙо. Өҫтөндәге йыллап кейеүҙән төҫө уңған зәңгәр курткаһы ла, аяғындағы ейәне, модала түгел, тип кеймәй ҡартатаһына биргән кроссовкаһы ла һыу үткәргән һымаҡ. Нисәнсе көн туҡтамай яуа бит был ямғыры. Әле йүнләп шытырға ла өлгөрмәгән орлоҡтар йыуылып бөтә бит инде, тағы ни етмәйҙер, тип эстән һуҡранып ҡуйҙы. Нишләтәһең, Хоҙай хикмәте барҙыр инде был быҫҡаҡлар ямғырҙа ла. Ҡулы һыуланып өшөгәс, кеҫәһенә тыҡҡан булды.
Тәрән кеҫә төбөндә ятҡан илле тинлек аҡсаһын бармаҡтары менән тегеләй-былай әйләндереп алды ла, инде күп ҡалманы, тағы берәрҙе артылһам, ауылға ла төшәм, тип тынысланды. Аяҡтары талып киткән икән. Байтаҡ ерҙе йәйәү үтте шул. Оло кешегә ни, күп кәрәкме инде, был хәтлем араны бынауындай быҫҡаҡ көндә үтерлек көс ҡайҙан килгәндер тиһең әле....

Йондоҙнамә (22-28 май)
Махсус бит // 22-05-2017, 14:24


Йондоҙнамә   (22-28 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тәжрибәгеҙ был аҙнаны тыныс һәм юғалтыу­һыҙ үткәрергә ярҙам итер. Телегеҙҙе артыҡ ысҡындырмай, икеле хәлдәрҙән ары торһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Кесе йомала ҡәҙимге көн тәртибен боҙмағыҙ....

"Тормош үҙе сюжет бирә"
Махсус бит // 18-05-2017, 09:30


"Тормош үҙе сюжет бирә"
йәки Билдәле сатирикка кешеләрҙе көлдөрөүе еңелме?

Яңы ғына “мейестән сыҡҡан” китабы – “Өй эйәһе” менән яҙыусы Венер ИСХАҠОВ үҙен өлгөрөп еткән, ҡәләмен шымартҡан сатирик итеп танытты. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта тормошсан хикәйәләр авторы менән сатира һәм юмор жанры тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ....

Йондоҙнамә (15-21 май)
Махсус бит // 17-05-2017, 14:18


Йондоҙнамә   (15-21 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларға яңыса ҡарай башларһығыҙ, бәлки. Элек аңламағанды төшөнөр­һөгөҙ. Был арала етәкселәрҙән ары торорға, бөтә аралашыуҙы кәметергә ҡушыла, юғиһә мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай алмаҫһығыҙ.
...

Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңә
Махсус бит / Проблема // 13-05-2017, 11:25


Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңәйәки ут менән шаярмайым
Йортобоҙ янында бер нисә ҡайын үҫә. Йәйгеһен эй матур инде. Ҡояш ҡыҙҙырғанда күләгәлә рәхәтләнеп ял итергә була. Ҡышҡы һыуыҡта ағас­тар өҫтөнә бәҫ ҡунһа, үҙемде әкиәт доньяһындағылай хис итәм. Яҙын ағас­тар бөрөләнеп, япраҡ яра башлаһа, күңел йырламаҫ еренән йырлар. Көҙөн алтынға мансылып ултыралар. Япраҡтары ергә ҡойолоп, баҡсамдағы сәскәләремде ҡышҡы һыуыҡтарҙан һаҡлай, яҙға серетмәгә әйләнеп, тупраҡҡа шәп минерал булып тора....

Йондоҙнамә (8 – 14 май)
Махсус бит // 10-05-2017, 15:54


Йондоҙнамә   (8 – 14 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Элекке бурыстарығыҙ даими борсоп торор. Уларҙы ҡайтарыу буйынса күп уйланырға тура килер. Шаршамбыла кемдер үткән ваҡиғаны иҫегеҙгә төшөрөп, кәйефегеҙҙе боҙорға тырышыр. Быға тыныс ҡарағыҙ....


  • Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
  • Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • “Үҙебеҙҙеке йәл”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
  • Йома ни өсөн изге көн?
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!
  • «Самауыр янында» йыйылайыҡ



  • Радио Юлдаш FM