RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» Лилиә Сираева

Лилиә Сираева

Мин – Лилия СИРАЕВА. Нуриман районының Иҫке Исай ауылында тыуҙым. Тәүҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһын, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеген тамамланым.
Эш урындарымдың теҙмәһе бик бәләкәс кенә, ә дөрөҫөрәге, “теҙмә” тигәне бөтөнләй юҡ – университетты тамамлау менән “Йәшлек”кә килдем. Әле ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлегендә хәбәрсе булып эшләйем. Яратам бүлегемде, хөрмәт итәм. Университетта уҡығандан башыма бер нәмә мәңгелеккә һеңеп ҡалған: журналистика – көнкүреш менән халыҡ араһындағы фильтр булырға тейеш. Йәғни, күргән-белгән һәр нәмәне “был бит тормоштан алынған” тип киң матбуғатта сағылдырып барыуға ҡаршымын. Уҡыусыларға мәғлүмәт кенә түгел, тәрбиә лә кәрәк тигән фекерҙәмен.