НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Лиза САЙРАНОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 3-08-2018, 11:04


Лиза САЙРАНОВА
Тамырҙары менән Әлшәйҙән. Әле Өфө районының Шмидтов ауылында йәшәй, баш ҡалала күп функциялы үҙәктә эшләй. Бер юлы Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡырға ла өлгөрә.
Яратҡан шөғөлө – машина йөрөтөү. 18 йәштән руль артындамын, ти үҙе тураһында.
Хыялы – матур ғаилә ҡороу, сит илдәрҙе күреү....

Наргиз РӘХИМОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 23-07-2018, 10:52


Наргиз РӘХИМОВА
Өфөлә тыуып үҫкән. Бала саҡтан уҡ бейеү һәм матурлыҡты үҙ иткән: Айҙар Ғәлимов студияһында шөғөлләнгән, аҙаҡ Линара Таһированың “Һылыуҡай”ына йөрөгән.
Сочиҙа үткән “Рәсәйҙең гәлсәр коронаһы – 2013”, “Ебәк юл” халыҡ-ара матурлыҡ һәм мода фестивалендә (Әзербайжан) Башҡортостан данын яҡлаған. Өфөлә үткән “Урал моңо”, “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә, ШОС һәм БРИКС саммитында ҡатнашҡан, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы матчтарында эшләгән....

Гөлсәсәк ИГЕБАЕВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 16-07-2018, 11:52


Гөлсәсәк ИГЕБАЕВА
Хәйбулла районының Садовый ҡасабаһында тыуып үҫкән.
"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр каналында концерттар, шоу һәм телепроекттар режиссеры булып эшләй.
Бер юлы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында аспирантурала уҡый.
Хыялы – сәйәхәт итеп, донъялағы бөтә илдәрҙе күреү.
...

Алһыу АБСАЛИҠОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 9-07-2018, 15:47


Алһыу АБСАЛИҠОВА
Хозур тәбиғәтле, бай тарихлы Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан бирле һүрәт төшөрөргә яратам, шуға күрә, 2012 йылдан алып Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡыным. Быйыл диплом эшен “биш”кә тапшырып, мәктәпте “алтын миҙал”ға тамамланым.
Һүрәт төшөрөүҙән тыш, шулай уҡ спорт (волейбол һәм еңел атлетика) менән шөғөлләнәм, халыҡ бейеүҙәре менән төрлө концертта сығыш яһайым. Олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, тел һәм мәҙәниәт менән бәйле булған сараларҙа, “Тамыр” студияһының “Һорау+Яуап=Портрет” тапшырыуында әүҙем ҡатнашам.
Онотолмаҫлыҡ бала саҡ, мәктәп йылдары, бик күңелле, һағышлы, хәтирәләргә бай үтте һәм хәҙер имтихандарҙы тапшырғас, киләсәгемде һайлау юлында торам. Киләсәктә лә тормош шулай яңы асыштарға, ихлас дуҫтарға бай булыр тип ышанам. Йәштәргә уңыш теләйем, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, үҙ маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын хөрмәт итеп, матур тормош ҡороғоҙ. Барыһы ла тик үҙ ҡулығыҙҙа!
...

Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 22-06-2018, 15:01


Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА
Хозур тәбиғәтле Белорет ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Әле Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыйым, 10-сы класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Музыка мәктәбенең фортепиано класында белем алдым.
Иң яратҡан шөғөлөм – еңел атлетика. Ҡала, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаштым, гимназияла предмет олимпиадаларында призлы урындарым бар.
Киләсәктә мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфө юридик институтына уҡырға инергә ниәтләйем. Илемә, халҡыма файҙалы кеше булырға хыялланам....

Айзилә ЮНЫСОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 18-06-2018, 10:42


Айзилә ЮНЫСОВА
2001 йылдың 18 июнендә Хәйбулла районында тыуғанмын. Онотолмаҫ бала саҡ хәтирәләрем күңелле лә, һағышлы ла. Атай-әсәй ҡосағында тормоштоң ғәрәсәттәре һине урап үткәне күңелле булһа, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыуың, ҡәҙерле кешеләреңдән айырылыуы һағышлы. Шулай ҙа мин был донъяға лайыҡлы йәшәр һәм көрәшер өсөн тыуғанмын.
Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп йылдары минең өсөн иң ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс осор булып иҫтә ҡалған. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, йыр, бейеү бәйгеләрендә ҡатнашыу, сәхнәгә тәүгә аяҡ баҫыу киләсәккә төплө нигеҙ булып торҙо. Аҙаҡтан мәктәптә төрлө ярыш-олимпиадала көсөмдө һынау белем алыуҙа сыныҡтырҙы.
2013 йылда Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға индем. Бында мине һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәттеләр. Хәҙерге ваҡытта “Тамыр” студияһының “Тау-тау хәбәрҙәр”, “Һорау + яуап = портрет” тапшырыуҙарында ҡатнашам.
Һәр берегеҙгә үҙ маҡсатығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйем!...

Дилүзә БАЙСУРИНА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-06-2018, 11:35


Дилүзә БАЙСУРИНА
Дилүзә Фәнил ҡыҙы Байсурина. Баймаҡ районының Байым ауылынан, 19 йәштә. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында технология бүлегенең икенсе курсында белем ала. Ике юғары белемдең киләсәктә кәрәге тейер, тип шул уҡ уҡыу йортонда ситтән тороп юрист һөнәрен дә үҙләштерә.
Мәктәп йылдарында төрлө фәндән район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яулаған. Институтта ла һынатмай, төрлө ярышта тәүге урындарҙы биләй.
Дилүзә спорт менән дә дуҫ, уҡыу йортоноң волейбол командаһында уйнай. Буш ваҡытында китап уҡырға, тәмле итеп бешерергә ярата. “Миңә ошондай матур донъяны бүләк иткәндәре, тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен”, – ти үҙе тураһында. Уның тормош девизы – “Киләсәктә туғандарыма, илемә кәрәкле кеше булыу!”...

Тырыштар уңышҡа өлгәште
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 5-06-2018, 15:04


Тырыштар уңышҡа өлгәште
Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына лайыҡ булыусыларҙы ҡотлайбыҙ!

Үткән аҙнала Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар ярышына йомғаҡ яһаныҡ һәм бәйге шарты буйынса еңеүселәрҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамына барып ҡотланыҡ.
I – III премияларҙы алыусылар республиканың төрлө төбәгендә йәшәһә лә, 24 – 25 майҙа үткән тантаналарҙа уларҙы ҡотлай алдыҡ. Шулай итеп, күмәкләшеп бик матур һәм сауаплы эште башҡарҙыҡ. Еңеүселәр быйыл күберәк булды: I премияны – бер, икенсене – өс, өсөнсөнө дүрт кешегә бирергә ҡарар иттек....

Наҙгөл КЕЙЕКБИРҘИНА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 28-05-2018, 12:47


Наҙгөл КЕЙЕКБИРҘИНА
Наҙгөл Зариф ҡыҙы Кейекбирҙина булам. 1998 йылдың 4 октябрендә Баймаҡ районының Йылым ауылында был йәмле донъяға килгәнмен.
Әле Өфө дәүләт авиация техник университетының икенсе курсында программалаусы һөнәрен үҙләштерәм. Бала саҡтан компьютер техникаһы менән ҡыҙыҡһындым һәм роботтар эшләргә хыялланып үҫтем. Уҡыуымдан буш ваҡытта төрлө ҡул эштәре менән мауығам. Был һөнәремә әсәйемә рәхмәтлемен, бөтә сабырлығын һалып, оҫталыҡҡа өйрәтте.
Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яралтҡан. Шуның өсөн дә ошо юлдан тайпылмай, илемә һәм ғаиләмә кәрәкле кеше булып йәшәү – тормош маҡсатым. “Кеше иң беренсе эше менән матур булырға тейеш” тигәнде лә онотмайым....

Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 23-05-2018, 17:28


Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!
Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамам!
21 май, дүшәмбе көн редакциябыҙҙа айырыуса ҡыҙыу үтте. Нимә булды тиерһегеҙ – уҡыусылар ижади бәйгеһенә йомғаҡ яһаныҡ. БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә баҫтырылған эштәрҙе ҡараны, үҙенең фекерен белдерҙе.
- Бына дүртенсе йыл рәттән “Йәшлек”тәр бик матур эш башҡара, - тип белдерҙе Тимерғәле Әбделнәғим улы. – Балалар бер-береһенән күреп сәмләнеп ярыша, конкурс уларҙы дәртләндерә, ҡанатландыра. Эштәрҙә етди фекерләү бар, хикәйәләр фантазия менән ысынбарлыҡ аша көндәлек проблемалар өҫтөндә уйландырырға мәжбүр итә. Уҡыусыларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт, балаларға аҡыл һәм яҙыу культураһы биргәндәр....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM