RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

17.08.2010 Ҙур спорт тирәләй

«Салауат Юлаев» һәм «Толпар» көсөн һынай
«Салауат Юлаев» хоккейсылары, миҙгел алдынан әҙерлек күнекмәләрен дауам итеп, Швецияға юлланды. Тәүге контроль уйында улар урындағы «Алмтуна» командаһы менән осрашты һәм уны 6:2 иҫәбенә отто. Шайбаларҙы өфөләрҙән ике тапҡыр Сапрыкин, ҡалғандарын Григоренко, Радулов, Торесен менән Антипов индерҙе. Шулай уҡ юлаевсылар составына әйләнеп ҡайтҡан Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Волков бер тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ итте. Бынан тыш юлаевсылар тағы ике уйын үткәрәсәк.

* * *
Юлаевсыларҙың алмашсылары, йәштәр лигаһында сығыш яһаусы «Толпар» үҫмерҙәре лә миҙгел алды әҙерлек эштәрен уңышлы алып бара. Яңыраҡ Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре Денис Ляпин иҫтәлегенә бағышланған турнирҙа ҡатнашты һәм, хәл иткес уйында «Белый медведь» клубын 4:3 иҫәбенә отоп, төп призды яуланы.

Шарапова йәнә икенсе
Билдәле тенниссы Мария Шарапова АҡШ-та уҙған турнирҙа финалға сығып, көсөргәнешле бәйгелә Бельгия спортсыһы Ким Клайстерсҡа өс партияла отолоп, күптән көтөлгән уңышҡа ирешә алманы. Ғөмүмән, ярыш, Марияның өҫтөнлөгө менән барһа ла, Ким Шарапованың хаталарын оҫта файҙаланды һәм еңеүгә өлгәште.

Рәсәй йөҙөүселәре Европала беренсе
Венгрияла һыу төрҙәре буйынса сираттағы Европа беренселеге тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы, 13 алтын, ете көмөш һәм һигеҙ бронза миҙал яулап, дөйөм командалар буйынса алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Германия (8 – 9 – 3) менән Франция (8 – 8 – 7) спортсылары бүлеште.

Биатлонсылар күнекмәгә сыҡты
Биатлонсылар йәйҙең эҫе булыуына ҡарамаҫтан, сираттағы миҙгелгә әҙерлек күнекмәләрен күптән башланы. Әлеге мәлдә улар Германияла күнекмәләр уҙғара. Яңыраҡ билдәле яҡташыбыҙ Максим Чудов менән Светлана Слепцова Рәсәй йыйылма командаһы составында шоу-ярышта ҡатнашты. Светлана дүрт атыу рубежында дүрт тапҡыр яҙа атып, икенсе урын яуланы. Ә бына Чудов, ете тапҡыр хаталанып, финиш һыҙығына тик алтынсы булып килде.
Шулай уҡ Рәсәй командаһы составында, Белорет һылыуы, күп тапҡыр Европа беренселеге чемпионы Ольга Вилухина ла дөйөм күнекмәләргә ҡушылды.

* * *
Ҙур спорт тирәләй
Данлыҡлы биатлонсы, Олимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы, Рәсәй биатлонсылары союзы вице-президенты Александр Тихонов (һүрәттә) отставкаға китте.

«Зенит» тигеҙ иҫәпкә лә риза
Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһының сираттағы туры уҙҙы. Чемпионат лидеры «Зенит» футболсылары «Динамо» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, мәрәйҙәр бүлеште. ЦСКА клубы үҙ майҙанында «Анжи»ны 4:0 иҫәбенә ҡыйратты һәм 33 мәрәй менән турнир таблицаһының икенсе баҫҡысына күтәрелде. Хәҙер улар лидерҙан ете мәрәйгә ҡалыша. «Рубин» командаһы, «Зенит»тан ете мәрәйгә ҡалып, өсөнсө урында килә. Ул был турҙа «Терек» менән 1:1 иҫәбенә уйнаны. Беренселек аутсайдеры «Сибирь» футболсылары «Спартак-Нальчик» командаһына йәнә еңелеп, түбәнге баҫҡыстан күтәрелә алманы. ҡалған осрашыуҙар ошондай иҫәпкә тамамланды: «Локомотив» – «Спартак» – 2:3, «Амкар» – «Алания» – 1:0, «Сатурн» – «Ростов» – 0:2, «Томь» – «Кр. Советов» – 1:1.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына