RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

24.08.2010 Өс һөйләм менән

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы янғындарҙа зыян күреүселәрҙең сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн махсус профилактика программаһы булдырҙы. Ошоға бәйле, дәүләт сәләмәтлек үҙәктәрендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү киңәйтелә. Башҡортостандағы бындай учреждениелар Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай ҡалаларында эшләй һәм янғын сәбәпле үҙен насар тойоусылар унда бушлай тикшерелә ала.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы алдынан «Башҡортос­танстат» киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн сираттағы семинар ойоштора. Бында йән иҫәбен алыусылар, уларҙың экипировкаһы, кәрәкле атрибутика хаҡында һөйләшеү күҙаллана, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуҙың аспекттары тикшерелә. Бынан тыш, журналистар иҫәп алыу барышы тураһында фильм да ҡарай аласаҡ.

БР Хөкүмәтендәге видеоселектор кәңәшмәһендә вице-премьер Шамил Вахитов әйтеүенсә, Башҡортостанда быйыл 800 мең тонна тулайым уңыш йыйыу көтөлә. Был былтырғы кимәлдән өс миллион тоннанан ашыуға кәмерәк. Әле урып йыйыу эштәре тамамланыуға яҡынлаша, һәр гектарҙан уртаса уңыш 8,9 центнер тәшкил итә.

«НефАЗ» йәмғиәте тәүге ярты йыллыҡта 1,73 миллион һум саф табыш алған. Уҙған йылдың ошо осоронда предприятие 142,02 миллион һум зыянға эшләгән. Бөгөн автозаводтың етештереүсәнлеге 5,2 процентҡа артҡан.

29 августа Республика иппотерапия үҙәгендә «Ат байрамы» уҙа. Тәүҙә был сара инвалид балалар өсөн генә ойошторолоп килһә, хәҙер унда барыһын да саҡыралар. Программала «Сәнғәттә – ат» күргәҙмәһе, рыцарь турниры, аттар ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша һәм, әлбиттә, теләүселәрҙе аттарҙа йөрөтөү ҡаралған.

«Беҙ – Рәсәй граждандары!» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы барышында баш ҡаланың йәш граждандарына паспорттар тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Улар араһында – уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре, балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре активистары. Рәсәй федераль миграция хеҙмәте БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала республиканың ҡала һәм ауылдарында йәшәгән мең йәш кеше паспорт аласаҡ.

Дәүләт милкен хосусилаштырыуҙан һәм файҙаланыуҙан Башҡор­тостан бюджетына ете айҙа 2,2 миллиард һумға яҡын аҡса инде. Бынан тыш, дәүләт милкен, акциялар пакеттарын һатыуҙан 176 миллион һумдан ашыу аҡса алынды. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, алынған табыш күләме 1,8 тапҡырға артҡан.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә