RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҙыл автобустар ҡалаһына сәЙәХәт

24.08.2010 Ҡыҙыл автобустар ҡалаһына сәЙәХәт

Их, икһеҙ-сикһеҙ булып йәйелеп ятҡан диңгеҙҙең күҙ күреме етмәҫтәй офоҡтарына ҡарап, тәнде рәхәт итеп ҡытыҡлаған ҡомға күмелеп ятырға ине. Ә аҙаҡ күптән инде иркә тулҡындары менән үҙенә саҡырып торған зәп-зәңгәр диңгеҙ ҡосағына инеп сумаһың. Арығансы рәхәтләнеп тулҡындар менән ярыша-ярыша ҡолас ташлап йөҙәһең дә, һуңынан тыныс ҡына ятып, күктең зәңгәрлегенә һоҡланып, диңгеҙҙә бәүеләһең. Рәхә-ә-әт. Йә булмаһа, һөйгәнең менән етәкләшеп, яйлап ҡына Париж урамдарын буйлайһың, Эйфель башняһына ҡарап ләззәт табаһың, Сена йылғаһына текәлеп, тормоштоң матурлығына һоҡланаһың. Ә, бәлки, Лондон томандары араһында аҙашып ҡарағығыҙ киләлер... Кем белә, һәр кемдең үҙ хыялы. Тик бөтәбеҙҙең дә ниндәйҙер әле күрмәгән-белмәгән ерҙәрҙә булып, онотолмаҫ тәьҫораттар алғыһы, яңы ҡыҙыҡлы нәмәләр белгеһе, дуҫтары менән уртаҡлашҡыһы, уларҙы ла шунда әйҙәгеһе килә. Бер төрлөлөк ялҡытып ебәрәме икән, әллә көндәлек мәшәҡәттәр менән күҙ алдында торған матурлыҡты күреү һәләтен юғалтабыҙмы – нисек кенә булмаһын, ваҡыты-ваҡыты менән өйрәнеп бөткән урыныңдан сығып, ниндәйҙер яңылыҡ тапҡы, икенсе мөхиттә булғы килеп китә. Ә теләк һәм алға алған уй бар икән, күп уйлап тормай, төйөнсөгөңдө төйнә лә, юлға сыҡ. ҡайҙа барыу – һинең эш. Тик сит илдәр күреү өсөн кеҫәң дә ҡалыныраҡ булыуы мөһим бит әле. Әммә матурлыҡ эҙләп алыҫ йөрөмәһәң дә, күп кенә ҡыҙыҡлы нәмәгә осрай алаһың. Мәҫәлән, күрше генә торған Татарстан Республикаһын алайыҡ. Ул беҙгә шул тиклем яҡын ғына, ә беҙ уның тураһында нимә беләбеҙ? Күршеләрҙең нисек йәшәүе ҡыҙыҡһындырамы – ҡыҙыҡһындыра, нимә уйлауын, нимә менән ғорурланыуын, нимә менән шөғөлләнеүен белге киләме – килә. Юлға сығырға бер түгел, әллә нисә сәбәп.

ҡыҙыл автобустар ҡалаһы
Ҡыҙыл автобустар ҡалаһына сәЙәХәт
ҡаҙан ҡалаһын күреү әхирәтем Әлиәнең күптәнге хыялы ине. Тора-бара минең башыма ла шул уйҙы һеңдерҙе ул. Шуға ла бер көндө ҡаҙандағы апаһы икебеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, хәбәр ебәргәс, оҙаҡ уйлап, икеләнеп торманыҡ. Ял көндәренә барырбыҙ, тип уйлаштыҡ та, билет алдыҡ. Автобус 12 сәғәт бара икән. Ярар, уныһы ҡурҡыныс түгел, төндә барабыҙ бит, йоҡларбыҙ әле. Тик автобуста яҡшылап йоҡларға форсат теймәне. Яйһыҙ ултыр­ғыстарға нисек кенә ултырһаң да, йәтешләп урынлашып булмай. Төнөн күҙҙе аса-йома бер нисә сәғәт йоҡлағанбыҙҙыр күп булһа. Яҡтыра башлағанда, дүрткә бөкләнеп ултырып, көскә йоҡлап киттем тигәйнем, Әлиә уята, беҙ килеп еттек шикелле ул, ти. Билетта яҙылғанса, тағы ике сәғәттән һуң ғына килеп етергә тейеш инек тә баһа, аптырап киттем. Шулай ҙа, тәҙрәгә ҡарағас, ҡаҙанда икәнебеҙгә шик ҡалманы. Ҙур матур йорттар, боронғолоҡ менән бөгөнгө көн гармониялашыуын сағылдыр­ған биналар, ҙур хәрефтәр менән яҙылған «Казань» һүҙе – ниндәй шик булырға мөмкин һуң инде? Әммә тәүҙә мине иң аптыратҡаны ҡаланың иҫ киткес матурлығы түгел ине. ҡаҙан буйынса геүләп йөрөп торған ҡып-ҡыҙыл автобустар һәм «Газель»дәр булды. Бүтән төҫлөләре юҡ, бөтәһе лә ҡыҙыл. Әйткәндәй, ҡыҙыл төҫкә өҫтөнлөк биреүҙәре бөтә нәмәлә лә сағыла – ҡыҙыл яҙыуҙар, ҡыҙыл магазиндар, ҡыҙыл йорттар, ҡыҙыл кузовлы машиналар.
Шулай, ҡаҙан тураһындағы тәүге тәьҫоратым автобустар булды, ҡыҙыл автобустар ҡалаһы тип исемләнем мин уны үҙемсә.

Кремль таштары 10 быуаттан артыҡ тарих һаҡлай

Беҙҙең ваҡыт менән сағыш­тырғанда, Татарстан халҡы ике сәғәткә һуңлап йәшәй. Шуға ла ике сәғәт оттоҡ, тип әйтә алам. Иртә менән барып еткәс, ҡала халҡы ныҡлап уянып бөткәнгә тиклем бер нисә сәғәт ял итеп алдыҡ та, ҡала менән танышырға сығып киттек.
Татарстандың баш ҡалаһының иҫтәлекле урындарының иң күренеклеһе – ҡаҙан Кремле. Уның тарихы Х быуатҡа – ҡаҙандың барлыҡҡа килеү ваҡытына уҡ барып тоташа. XI – XV быуаттарҙа ул Алтын Урҙаның ҡаҙан ханлығындағы үҙәге булып тора. 1552 йылда Иван Грозный ҡаланы алған мәлдә Кремль емерек хәлгә килә. Уны яңыртыу өсөн Мәскәүҙән төҙөүсе һәм архитекторҙарҙы саҡыралар. Кремль тағы ла ҙурыраҡ итеп төҙөлә, ағас ҡоролма­ларҙы таштан яһал­ғандары алмаштыра.
Кремль архитектура комплексының иң мөһабәт һәм бейеге (58 м) – Сөйөмбикә манараһы. Ул татар оҫталары тарафынан 1486 – 90 йылдарҙа уҡ төҙөлгән була. ҡаҙанды алғанда ла Иван Грозный, уны еңеү символы итеп, ҡағылмай ҡалдыра. ҡала халҡы был манараның тарихын Сөйөмбикә исемле батшабикә тураһындағы легендаға бәйләй. Имеш, нуғай ханының сибәрҙәрҙән дә сибәр ҡыҙы булған. Уның гүзәллегенә хатта ҡаҙан ханы үҙе ғашиҡ була һәм һылыуҙы кәләш итеп алып ҡайта. Әммә батшабикә булып оҙаҡ ултырырға яҙмай Сөйөмбикәгә. Иван Грозный уның тураһында ишетеп, һоратырға яусылар юллай. Тик Сөйөмбикә ризалашмай. Батша, асыуланып, ҡалаға ғәскәрен ебәрә. ҡаҙанды бик оҙаҡ ҡамауҙа тотҡандан һуң, Сөйөмбикә ризалыҡ бирергә мәжбүр була, тик үҙе лә бер шарт ҡуя: бер аҙна эсендә батша ҡалалағы иң ҙур манараны төҙөһөн! Батша вәғәҙәһе ваҡытында үтәлә – ҡаҙандағы иң ҙур манара ҡалҡып сыға. Сөйөмбикә шул саҡ батшанан манара түбәһенә менеп, тирә-яҡты ҡарарға рөхсәт һорай, аҙаҡ, халыҡ менән хушлашып, доға ҡылғас, аҫҡа ташлана.
Был легенда бик матур яңғыраһа ла, ысынбарлыҡҡа тап килмәй. ҡаҙанды алғандан һуң Сөйөмбикә ҡасимов ҡалаһындағы кешегә кейәүгә сыға һәм тормошоноң аҙағынаса шунда йәшәй.
Сөйөмбикә манараһы Пиза башняһы кеүек үк ауып барыусы башнялар иҫәбенә инә. Ул төҙөлгәндән һуң уҡ, бер яҡ нигеҙе ныҡлап нығытылмау сәбәпле, төньяҡ-көнсы­ғышҡа табан ауыша башлай. 1990 йылдарҙа реставрация эштәре башҡарылмаһа, ул бөгөн дә ауыуын дауам итер ине, хәйер, ул былай ҙа ике метрға ауышҡан инде.
Кремлдең тағы ла бер билдәле ҡоролмаһы – ҡол Шәриф мәсете. Иҫ киткес матур иттереп, зауыҡ менән төҙөлгән мәсет – ҡаҙандың, хатта Татарстандың ғына түгел, ә бөтә донъяның татарҙарын үҙенә арбап тороусы үҙәге. Ул да, Кремлдең бик күп башҡа биналары кеүек үк, Иван Грозный ваҡытында тулыһынса емерелеп бөтә. Әммә халыҡ хәтерендә легендар мәсет һәм уның төҙөүсеһе ҡол Шәриф быуаттар буйы һаҡланып килә. Һәм 1996 йылда мәсетте ҡабат тергеҙәләр. Ул алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып, балҡып ултыра. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матурлығы менән генә һоҡландырҙы шул ҡол Шәриф мәсете...
Ял көндәре булғанғалыр, беҙ барғанда халыҡ иҫ киткес күп ине. Мәсеткә инергә теләүселәрҙең күбеһе – экскурсияға килгән ту­ристар. Ишек алдындағы сират һәр саҡ тулыланып тора. Улар араһында тик мосолман халҡы ғына күренмәй. Бары тик матурлыҡ өлгөһө, ҡаҙандың иң билдәле иҫтәлекле урыны булараҡ ҡына ҡабул итә бит улар мәсетте. Инеп, доға уҡып, күңелеңде сафландырып сығыу тураһында уй ҙа юҡ. Һәр хәлдә, кеше менән тулы, ҡырмыҫҡалай геүләп торған урында нисек күңел тыныслығы табыу тураһында уй­ларға мөмкин һуң? Үҙенең тура тәғәйенләнешен үтәмәйенсә, ту­рис­тарға күрһәтер урынға ғына әйләнеп бара түгелме икән мәсет?

ҡабан күле, Бауман, «ҡырлай» тураһында

ҡаҙан ҡалаһының һоҡланғыс матур урындары ифрат күп. Шуларҙың береһе – Бауман урамы. Элек ул машиналар йөрөп торған ябай урам булған, ә хәҙер, юл хәрәкәтен ябып, йәйәүлеләр өсөн ял итеү урыны итеп ҡалдырғандар. ҡаҙанға килгән туристар Бауман урамы буйлап та үтмәй ҡалмай. Бер-береһенә һыйынышып йөрөгән ғашиҡтарҙың да иң яратҡан урындарының береһе ул. Һыуһылыу, Тәлмәрйендәр, Күгәр­сен­дәр фонтаны, Көлһылыуҙың ҡабаҡҡа әйләнеп өлгөрмәгән каретаһы, сағыу ҡояш һәм яҡын дуҫтар – Бауман урамы буйлап атлағанда үҙеңде бәхетле итеп тойоу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Көн кискә ауышҡанда, беҙ «ҡырлай» аттракциондар паркына юлландыҡ. Элек ул «Шүрәле» тип аталған булған. Элекке исеме нығыраҡ тап киләлер һымаҡ тойолдо миңә. Сөнки ундағы аттракциондарҙың күбеһе ҡурҡаҡ йәндәр өсөн түгел. Осоп йөрөй торған тәрилкәгә ултырыу йәки ҡоторған бейеүҙәр аттракционында әйләнеү өсөн ниндәй йөрәк кәрәк, улар хатта ситтән ҡарап торғанда ла ҡурҡыныс кеүек күренә. Беҙ тирә-яҡты байҡау тәгәрмәсендә (колесо обозрения) ер өҫтөнән күтәрелдек. Тәү ҡараш­ҡа бер ҡурҡынысы булмаған төҫлө күренһә лә, өҫкә күтәрелә барған һайын йөрәк нығыраҡ типкәндәй тойола башланы. Етмәһә, һөйгән ҡыҙына үс итеп, ошо тиклем бейеклектән аҫҡа ташланған егет тураһында телгә алдылар. Үҙ-үҙенә ҡул һалырлыҡ сиккә килтереүсе ниндәй шул тиклем мөхәббәт икән ул – эгоизм сағылышымы, әллә ҡотолғоһоҙлоҡтан ысҡынырға теләүме? Хәйер, иң ҡотолғоһоҙ хәлдән дә өс төрлө сығыу юлы бар, тиҙәр.
Төнөн дә ҡаҙан мең-мең төҫтәр менән балҡыуынан туҡтамай. Айырыуса ҡабан күле эргәһендә урынлашҡан Ғәлиәскәр Камал театры күҙ яуын алып тора. Ә уның ҡаршыһындағы фонтандар төнөн төрлө төҫтәр менән балҡып яна. Әкиәт донъяһына килеп эләккәнһеңме ни? Сихри уттар донъяһына сумып, һыу шауын тыңлап йөрө лә йөрө. Әкиәт донъя­һы тигәндән, ҡабан күле тураһында әкиәткә оҡшаш һүҙҙәр ҙә йөрөй. Имеш, уның төбөндә икһеҙ-сикһеҙ байлыҡ ята. Тик алтын эҙләүселәр нисә быуат инде уны табырға тырышһа ла, таба алғандары юҡ. Табырлыҡ та түгел инде, сөнки уның төбөндә әллә нисәмә метр ҡалынлыҡтағы ләм ята. Унда әле генә төшөп киткән әйбер ҙә эҙһеҙ-юлһыҙ юғала. Шулай ҙа әллә күпме быуат элек Иван Грозныйҙан йәшереп һыу аҫтына төшөрөлгән хан ҡаҙнаһы тағы оҙаҡ ваҡыттар байлыҡ артынан ҡыуыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуынан туҡтамаясаҡ әле.

Тағы ла бер нисә һүҙ

ҡаҙанда беҙҙә булмаған тағы нимә бар һуң? 5 – 6 станциялы ғына булһа ла, метро бар. Әммә байрамдан һуң унда йөрөмәүең хәйерлерәк, сөнки халыҡтың күплегенә иҫең китерлек, тапап ҡуйыуҙары ла ихтимал. Беҙ Мең йыллыҡ майҙанында уҙғарылған байрамдан һуң ҡайтырға сыҡҡайныҡ, бик оҙаҡ көтөп торорға тура килде, етмәһә, ҡыҙмаса булып алған халыҡ, аҡ-ҡараны күрмәй, вагондарға ябырыла. Шулай ҙа ябай көндәрҙә уңайлы юл йөрөү сараһы, «пробка»ларҙа яфаланып ултыраһы түгел.
ҡаҙанда тағы ла туристар араһында дан тотҡан ике аквапарк бар. Ләкин уларҙы барып күрергә форсат теймәне. «Аквапаркта булмағас, ҡаҙанды күрмәгәнһең тигән һүҙ инде», – тип көлә дуҫтарым. Улай тимәҫ инем. Күргәндәрем дә әле оҙаҡ иҫкә алырға етер. Күрмәгәндәрен дә күрергә мөмкинлек булыр.
Ә әлегә мине Өфөм көтә. Салауат Юлаев майҙаны, Ағиҙелем, тыуған урамдарым һәм төрлө төҫлө автобустарым – мин уларҙы һағынған кеүек, улар ҙа мине һағынғандыр. Осрашҡанға тиклем, ҡаҙан, һау бул!

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
ҡаҙан ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы