RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ спортҡа битараф түгел

18.09.2010 Халыҡ спортҡа битараф түгел

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының блогында ниндәй мәсьәләләр күтәрелә?

Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың блогында иң күп һорауҙар, комментарийҙар тыуҙырған һуңғы темаларҙың береһе – хоккей.
Александр Никерин менән Владислав Третьяк биргән матбуғат конференцияһында күтәрелгән мәсьәләләр тураһында һөйләгән рубрикаға комментарийҙар биреүселәрҙең һаны 110 кешегә тиклем еткән! Тема «Хоккей һөйөүселәргә» тип атала. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың профессиональ хоккей командаһы төҙөләсәк. Блогта уға исем уйлап табышалар, кәңәштәр бирәләр, үҙҙәренең теләктәрен еткерәләр. Хоккей яратыусылар беҙҙә, ысынлап та, күп һәм улар ошо тармаҡтың яңылыҡтарына, проблемаларына битараф түгел. Команданың исемен уйлап табыусыға приз да ҡаралған. Башҡортостан футболын булдырыу мәсьәләһе лә күтәрелә.
«Беҙ һеҙгә һорауҙарҙы русса бирәбеҙ, ә яуаптар чиновниктыҡы кеүек!» – тип үпкәләп яҙыусылар ҙа бар. Александр Никерин артабан ябай тел менән яҙырға вәғәҙә биргән.
Әлбиттә, йәштәрҙе эш һәм торлаҡ мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындыра. Блогта йәштәргә эш тәҡдим итеүсе сайттар тураһында мәғлүмәт та­бырға мөмкин.
Ә бына йәштәрҙең әхлағын ҡайғыртҡан комментарийҙарҙы, иң әселәр­ҙең береһе, тип әйтергә була. Уларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек:
«Республиканың баш ҡалаһында стриптиз фестивале үткәрелә... Ошо фестивалде рекламалаған баннерҙы элеп ҡуйыуҙы мине мыҫҡыллаған кеүек ҡабул итәм. Уны «яңы урыҫ»тар ял иткән ҡиммәтле ресторандарҙа, аҙ ғына кеше араһында үткәрһендәр. Ә ябай ҡала йәштәре өсөн «Көҙгө бал» парадтарын ойоштороу өсөн ҡулай ваҡыт. Рухи яҡтан нығынып бөтмәгән егеттәр һәм ҡыҙҙар, ата-әсәһенең аҡсаһын түләп, ошо фестивалдә ҡатнашырға тырышасаҡ».
«Студенттар һәм мәктәп спорты темаһын күтәрергә ине. Ни өсөн мәктәп баскетболы һәм волейболын тергеҙмәҫкә? Был йүнәлеш Америка ҡушма Штаттарында бик үҫешкән. Унда ҡыҙҙар өсөн спорт ярыштарында артта бейеп тороу өсөн түңәрәктәр һәм башҡа йүнәлештәр бик күп. ҡыҫҡаһы, балаларға буш ваҡыттарында шөғөл булыр ине».
Әле Александр Никерин Рәсәйҙең ҡалалары буйлап бер аҙналыҡ эш сәфәрендә йөрөй. Шулай ҙа сәфәрҙә саҡта ла блогына инеп, һорау­ҙарҙы ҡараштырырға, күргәндәре, фекерҙәре менән бүлешергә ваҡыт таба. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Мәскәүҙә, Сочиҙа эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнаша, тәжрибә уртаҡлаша. Үҙе билдәләүенсә, илдең баш ҡалаһында коллегалары алдында республиканың маҡсатлы программалары тураһында сығыш яһаған. Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко менән осрашып, Башҡортостанда Паралимпия үҙәге, Белорет районында федераль кимәлдәге тау саңғыһы үҙәге төҙөү мәсьәләләрен күтәргән.
Александр Никерин: «Түбәндәге объекттарҙы ҡарайбыҙ: Өфөләге К-90 трамплины (40 миллион һум), Бөрө ҡалаһында бассейн төҙөү (30 миллион һумлыҡ ҡорамал), «Өфө-арена»ның икенсе сираты (100 миллион һум, әммә был мәсьәлә әлегә һорау аҫтында), Стәрлетамаҡта боҙ һарайы (30 миллион һум) һәм иң мөһиме – Паралимпия үҙәге (900 миллион һум). (Йәйәләр эсендә объекттарҙы сафҡа индереү өсөн талап ителгән сумма күрһәтелгән – авт.). Ошо объекттарҙың бөтәһе лә раҫланыр тип өмөт итәм», – тип яҙа.
Бына ошондай бөтәбеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырырлыҡ мөһим мәсьәләләр күтәрелә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерелә блогта. Йәштәрҙе борсоған һорауҙарҙы етәкселәр, тиҫтерҙәрең менән бергәләп хәл итергә теләһәң, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың блогына инергә була.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына