RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында – яңы етәксе

18.09.2010 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында – яңы етәксе

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында – яңы етәксеАҙнағолов Венир Ғәлимйән улының башҡа эшкә күсеүе сәбәпле, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесенең 15 сентябрҙәге 44-се һанлы бойороғо менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Секретариаты етәксеһе итеп Еникеев Зөфәр Ирғәле улы тәғәйенләнде.
Зөфәр Еникеев 1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ райо­нының Моҡас ауылында тыуған. Свердловск юридик институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1968 йылда «Ирәндек» совхозында эшсе булып башлай. 1976 – 85 йылдарҙа прокуратура органдарында, Сибай ҡала советы башҡарма комитетында эшләй. 1988 йылда аспирантура тамамлағас, БДУ-ның юридик факультетында уҡыта.
Башҡортостан Республикаһы XII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, I, II, III, IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Депутат эшмәкәрлеге осоронда Юғары Совет комиссияһына һәм БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай комитеттарына етәкселек итә. 1996 йылдан 2000 йылға тиклем – Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй Федерацияһы вәкиле. 2008 йылдан бөгөнгә тиклем БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе булды.
БР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Юридик фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм монография авторы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә