RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәшәҡәте күп, ләкин файҙаһы ла ҙур

28.08.2010 Мәшәҡәте күп, ләкин файҙаһы ла ҙур

Быйылғы йәй ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн етди һынау булды. Булған белемен, оҫталығын һәм хеҙмәт тәжрибәһен эшкә «егеп», Дүртөйлө районының «ЗАиР Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәт­кәрҙәре иген үҫтереү һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса сираттағы һынауҙы ла уңышлы тотто.
Тәүҙә хужалыҡтың исеменә асыҡлыҡ индереү урынлы булыр. Ул «Закиров Әлфит һәм Роза» тигәнде аңлата. Ысынлап та, йәмғиәткә биш йыл элек Роза һәм Әлфит Закировтар нигеҙ һала. Ғаилә бизнесын ойоштороуға улар урау юлдар аша килә. Әлфит менән Роза Илеш ра­йонында тыуып үҫкән. Бер үк мәктәпте тамамлағандар. Әлфит урта мәктәптән һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында белем ала. Ә Роза, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында уҡып, хисапсы һөнәренә эйә була. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ бер-береһенә күҙ атып йөрөгән йәштәр матур итеп ғаилә ҡора. Тәүҙә, уларға, хеҙмәттәренә бәйле, бер нисә районға күсенеп йөрөргә тура килә. Башта Хәйбулла районында эшләйҙәр. ҡыҙҙары Гөлназ менән улдары Айнур унда донъяға килә. Ә инде Ағиҙел АЭС-ы төҙөлә башлағас, Закировтар шунда күсенә. Әлфит АЭС төҙөлөшөндә эшләй. «Электроуралмонтаж» идаралығында шофер, монтажсы була. Нәҡ шул йылдарҙа Закировтар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Тәүҙә, бәләкәй генә вагонсыҡты ҡуртымға алып, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һаталар. Ун йылдан ашыу Ағиҙел ҡалаһында ғүмер иткәндән һуң улар күңелдәре менән тыуған яҡтарына тартыла. Өфөгә лә, Илешкә лә яҡын булыр тип, Дүртөйлөнө һайлайҙар. Унда ҙур итеп заманса йорт күтәрәләр. Бында ҡайтып төпләнгәс, Әлфит Әбелфәтих улы сауҙагәрлек менән ныҡлап шөғөлләнә. «ЗАиР» тигән фирма ойоштора. Ете йыл шулай Дүртөйлө һәм тирә-яҡ район хужалыҡтарын запчастар менән тәьмин итә. Һөнәре буйынса механик булғас, Әлфиткә был эш еңел бирелә. Ул ваҡытта төбәктә запчастар менән сауҙа итеүсе шәхси эшҡыуарҙар булмай тиерлек.
Шулай ҙа Әлфит Закиров тәбиғәте менән ер кешеһе. Атаһы Әбелфәтих ағай ҙа (ул мәрхүм инде) һуғыштың утлы юлдарын үткән, ғүмере буйы механизатор, ырҙын табағы мөдире булып эшләгән. Уның биш улы ла аталарына ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп үҫә. Шуға ла Әлфиттең артабан эшмәкәрлеген ауыл хужалығы менән бәйләүе һис тә ғәжәп түгел. Ул район хакимиәте етәкселегенең фатихаһы менән Әңгәсәк ауылы хакимиәте биләмәһендә «ЗАиР Агро» тигән йәмғиәт ойоштора.
Мәшәҡәте  күп, ләкин файҙаһы ла  ҙур
Хужалыҡ биш йыл инде уңышлы эшләп килә. Уның уңыштары иң беренсе сиратта эштең һөҙөмтәле ойошторолоуы менән билдәләнә. Ә иҫәп-хисап эштәрен Роза Рәсим ҡыҙы үҙе алып бара. Ғөмүмән, ул – йәмәғәте Әлфит Әбелфәтих улының хеҙмәтендә төп кәңәшсеһе, белемле һәм тәжрибәле ярҙамсыһы. Улар тормош юлында бер-береһенә таяныс һәм терәк булып, эшҡыуарлыҡ йөгөн бергәләшеп «тарта». Ә һөҙөмтәһе күптәр һоҡланырлыҡ.
Хужалыҡ малсылыҡҡа, атап әйткәндә, ит етештереүгә йүнәлеш тота. Мал аҙығы етештереү маҡсатында баҫыусылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Әлеге ваҡытта һимертеү төркөмөндә 250 баш мал аҫрала.
– Уларҙы 16 – 18 ай дауамында ҡарайбыҙ. Һәр ҡайһыһының ауырлығы дүрт центнерҙан артып китә, – ти етәксе. – Итте, башлыса, Дүртөйлө, Нефтекама ҡалаларына оҙатабыҙ, Татарстандан да килеп алалар. Бер нисә аҙна элек иттең килограмын 145 һумдан һата инек. Финанс көрсөгөнә һәм ҡоролоҡҡа бәйле, хаҡтар түбәнәйә. Хәҙер ул 120 һумға ҡәҙәр төштө. Әммә бөгөн төп маҡсат – малдар һанын һаҡлап ҡалыу. Быға ныҡлы ышаныс бар. Оҙаҡламай көтөүҙе йәнә 30 баш малға тулыландырырға иҫәпләйбеҙ.
Хужалыҡта таналар ҙа аҫрала. Ғәҙәттә, уларҙы ике йыл быҙаулатҡандан һуң, һимертеү төркөмөнә күсерәләр. Йәш быҙауҙарҙы алты-ете ай буйы имеҙеп үҫтереү ҡаралған. Шуға улар тиҙ һәм сәләмәт булып үҫә. Был инде сифатлы продукцияға нигеҙ булып тора. Шуға «ЗАиР Агро»ла етештерелгән иткә һорау ҙур. Хужалыҡ үҙ продукцияһын көҙгө йәрминкәләргә лә сығара. Мәҫә­лән, былтыр Дүртөйлөлә – өс, Өфөлә ике тапҡыр йәрминкәлә ҡатнашҡандар.
Тәбиғәт көҙгә аяҡ баҫырға уйлай ғына әле, ә малсылар инде ҡышҡы хәстәрлектәр менән йәшәй. Ферма биналары ҡышлатыу осорона тулыһынса әҙер.
– Фермалар муллығын баҫыусылыҡтан айырып ҡарап булмай. Улар бер-береһенә ныҡ бәйләнгән, – ти Әлфит Закиров. – Беҙ йыл һайын малдарҙы мул аҙыҡ менән тәьмин итеү хәстәрлеген күрәбеҙ. Быйыл да уны етерлек күләмдә тупланыҡ. Һәр хәлдә, йәйге ҡоролоҡ аҙыҡтың күләмендә лә, сифатында ла үҙен һиҙҙермәйәсәк.
Мәшәҡәте  күп, ләкин файҙаһы ла  ҙур
Хужалыҡтың үҙ һаҡлағысы бар. Быйыл унда 400 тонна бойҙай һалғандар. Киләһе йыл уңышы тураһында ла хәстәрлек күрелә. 150 гектар майҙанда көҙгө бойҙай сәсәләр. Тимәк, 35 тонна бойҙай орлоҡҡа етә, ти етәксе. Ә ҡалғанын халыҡҡа һатырға иҫәпләйҙәр. Хужалыҡтарҙан да һорау ҙур. Улар район хужалыҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Әле хужалыҡта көҙгө эштәр бара. ҡыр шарттарында эшләүселәргә ял итеү, туҡланыу өсөн вагонсыҡтар ҡуйылған. Эшселәр көнөнә өс тапҡыр түләүһеҙ йылы аш менән тәьмин ителә.
– Менюҙы үҙгәртеп торабыҙ. Мин әҙерләгән аш-һыуҙан эшселәр ҡәнәғәт, – ти ашнаҡсы Владимир Чуняев.
Уңғандың ҡулы ун, тигәндәй, Владимир Чуняев аш-һыу оҫтаһы ғына түгел, тирмәнсе лә – яңы ҡайтартҡан ҡатнаш аҙыҡ заводында ла ул эшләй.
Хужалыҡтың техника паркы ҡеүәтле. Уны йыл да яңыртып торалар. Былтыр «КамАЗ», сәсеү агрегаты ҡайтарғандар. ҡатнаш аҙыҡ мини-заводы ҡорғандар.
«ЗАиР Агро» йәмғиәте Дүртөйлө районы агросәнәғәтендә лайыҡлы урын алып тора.
– Мал аҫрауҙың мәшәҡәте күп, ләкин файҙаһы ла ҙур, – тип хаҡлы әйтә Әлфит Закиров. Был хужалыҡ миҫалында асыҡ сағыла.

Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Дүртөйлө районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”