RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

23.11.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостан парламентарий­ҙары «Мәктәпкәсә белем биреү һәм тәрбиәне норматив хоҡуҡи тәьмин итеүҙе үҫтереү» темаһына «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашты. Был сара видео-конференция режимында ойошторол­ғайны һәм унда илдең 80 төбәге вәкилдәре, шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары ла фекер алышты. Һүҙ, башлыса, мәктәпкәсә белем биреү системаһын камиллаштырыу хаҡында барҙы.

РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин киләһе йылға сәләмәтлек өсөн иң кәрәкле дарыуҙар исемлеген раҫланы. Быйылғы исемлек менән сағыштыр­ғанда, унда 37 яңы препарат өҫтәлгән һәм 16-һы алмаштырылған. Үткән йәйҙәге янғындарҙы иҫәпкә алып, исемлеккә һөрөм газына ҡаршы антидот, шулай уҡ СПИД-тан дауалаусы дарыуҙар ҙа индерелгән.

«Халыҡты «Урыҫ донъяһы» китапхана-мәғлүмәти хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу» программаһына ярашлы, Белорет районының Үҙән, ҡағы, Үрге Әүжән ауылдарында моделле китапханалар комплексы асылды. Программаның төп маҡсаты – тарихи урыҫ мәҙәниәтен һаҡлау, әхлаҡи тәрбиә биреү, һәр китапхана базаһында бының өсөн тематик үҙәктәр эшләйәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн 62 моделле китапхана бар, йыл аҙағына тиклем тағы 18-е асыласаҡ.

Өфөлә «Яблоко» фирҡәһенең төбәк бүлексәһе пикет уҙғарҙы. Был партия ағзалары һәр айҙың 19-сы көнөндә пикетҡа сыға, был һан хоҡуҡ боҙоуҙар менән бәйле, тип аңлата үҙҙәре. Лозунгыларға килгәндә, «ЖКХ системаһында ришүәтселеккә – юҡ!», «Лайыҡлы пенсия өсөн» плакаттары өҫтөнлөк итә.

Мәсетле районы йәштәре өсөн «Молодой мечетлинец» исемле яңы интернет сайты асылды (www.molmech.ru.). Бында йәштәр өсөн файҙалы һәм көн үҙәгендә торған мәғлүмәттәр ҡуйыласаҡ. Проекттың авторы – Оло Ыҡтамаҡ лицейының 10-сы класс уҡыусыһы, «Уст–102» үҙәге журналисы, «Пчелка» балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, әүҙем лидер Евгений Слесарчук.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе даими һәм ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы ҡағиҙәһе сыҡты. Ул РФ оборона министрының 1280-се бойороғона (30 сентябрҙәге) ярашлы билдәләнә. Министр урынбаҫары Татьяна Шевцова әйтеүенсә, яңы ҡағиҙәлә торлаҡ бүлеүҙә социаль ғәҙеллек принцибы һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә асыҡлыҡ системаһы төп аспект булып тора.

Туймазыла 25 – 27 ноябрҙә уҡыу­сы йәштәр һәм студенттар араһында «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт» тигән бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтә. Бында, республика вәкилдәренән тыш, Татарстан, Мари Иле, Свердловск, Һамар, Силәбе өлкәләренең йәш тикшеренеүселәре килеүе көтөлә, барлығы 280 кешенән ғариза алынған. Еңеүселәр үҙ төбәге намыҫын Обнинскиҙа (Мәскәү яны ҡалаһы) ил кимәлендәге конференцияла яҡларға тейеш.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сығарылған «Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп» («Судеб связующая нить») альманахы бөтә Рәсәй крайҙы өйрәнеүгә бәйле баҫмалар конкурсының финалына һайлап алынған. Конкурс Санкт-Петербургтың Д. Лихачев исемендәге фонды программаһы сигендә үтә, ә программа Рәсәй Президенты Д. Медведев тарафынан хупланған һәм махсус гранттар ярҙамында тормошҡа ашырыла. 130-ға яҡын баҫма араһында еңеүселәр исемлегендә республика продукцияһы булыуы маҡтауға лайыҡ.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә