RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шахмат ене ҡағылған малай

20.11.2010 Шахмат ене ҡағылған малай

йәки Ете йәшлек башҡорт малайы Рәшит Әбелғужиндың тәүге ҙур еңеүе
Шахмат ене ҡағылған малайӨфө ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәшит Әбелғужин халыҡ-ара шахмат фестивалендә беренсе урынды яулаған! 1-се генә синыф уҡыусыһының шундай ҙур күләмдәге ярышта еңеү яулауы, һоҡланыу менән бер рәттән, ғәжәпләнеү тойғоһо ла уята. Шахмат кеүек ауыр ҙа, ҡатмарлы ла спорт төрөндә, өҫтәүенә, 77 уйынсы араһынан «иң-иң»е бул әле! Рәшиткә көсөргәнешле ярышта беренсе урынға сығыр­ға шахмат менән бәләкәй­ҙән шөғөлләнеүе ярҙам иткәндер, күрәһең. Атаһы һәм үҙенән өс йәшкә оло ағаһынан күреп, өс йәшендә генә шахмат уйнарға өйрәнә ул. Ә уларҙың барыһында ла шахматҡа һөйөү уятыусы булып атаһының атаһы – олатаһы тора. Ейәндәрен ул уҡырға бармаҫ элек үк 16-сы шахмат мәктәбенә йөрөтә башлай. Рәшит әле лә шахмат мәктәбенә барыр көндәрен көтөп ала һәм унда кискә ҡәҙәр шөғөлләнергә әҙер. Буш ваҡытында иһә өйҙә компьютерҙа шахмат уйнай, йә ағаһы менән көс һынаша.
Ғөмүмән, Әбелғужиндар – ғаиләһе менән шахматсылар. 2008 йылда Ғаиләне социаль яҡлау йылына арналған «Атай, әсәй һәм мин – интеллектуаль ғаилә» шахмат фестивалендә бөтәһе бергә ҡатнашып, беренсе урынды яулайҙар. Ғаилә архивында атаһы менән әсәһенең мәктәп, вуз, район, ҡала, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар алыуы тураһындағы документтар ҙа һаҡлана. 4-се синыфта уҡыған ағаһы Динарҙың исеме лә шахмат һөйөүселәр араһында киң билдәле. Ул – Башҡортостан Республикаһының профессиональ рейтингҡа индерелгән иң йәш шахматсыһы, 2008 йылда шахмат буйынса республика беренселеге еңеүсеһе, 2010 йылда Грецияның Салоники ҡалаһында үткән мәктәп чемпиондары араһындағы Европа беренселегендә ҡатнашып, 3 – 5-се урын­ға лайыҡ була, быйыл Сочи ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй балалар турнирында 5-се урынды яулай. Күптән түгел генә ул Грециянан донъя чемпионатынан ҡайтты. Яҙғыһын иһә уны тағы бер етди һынау – Рәсәй чемпионаты көтә.
Рәшиттең дә яулаған еңеүҙәре бихисап. 2009 йылда малайҙар араһында шахмат буйынса республика беренселегендә – 1-се, шул йылда уҡ үҫмерҙәр араһында шахмат буйынса ҡала беренселегендә – 2-се урын. Быйыл ҡала беренселегендә –1-се, республика беренселегендә икенсе урынға лайыҡ була. Сентябрҙә Анапала үткән 6-сы халыҡ-ара шахмат фестивалендә башҡорт малайы ҙур еңеүгә өлгәшә – 1-се урынды ала. Барлығы 77 уйынсы ҡатнашҡан ярыш көсөргәнешле генә була. Бөтәһе туғыҙ партия уйнарға тура килә Рәшиткә. Әммә һәр уйында ла үҙен оҫта уйынсы итеп күрһәтеп, лайыҡлы еңеүгә өлгәшә.
Ғөмүмән, Рәшитте шахмат кеүек етди уйын артында күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Әле балалыҡ шуҡлыҡтары ла бөтмәгән тиктормаҫ малай ул. Шул етеҙлеге, тиктормаҫлығы менән ул бейеү түңәрәгенә, көрәш секцияһына йөрөргә лә өлгөрә. Уҡыуҙа ла һынатмай башлы малай, тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
Ата-әсәһе өсөн улдарының һәр уңышы – оло ҡыуаныс. Уларҙың теге йәки был уйындан алып ҡайтҡан дипломдары, Почет грамоталары бөхтә итеп бер папкаға тупланып, ҡәҙерләп һаҡлана. Ғөмүмән, кемдәргәлер, иң ҡыҙыҡлы уйын футбол йәиһә хоккей булһа, был ғаиләлә шахматҡа ҡарата нәҫелдән килгән оло бер һөйөү йәшәй. Шахмат кешенең фекерләү һәләтен үҫтерә, зиһенен байыта, аҡыл кимәлен үҫтерә, ти улар.
Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә Рәшиттең тағы бер еңеүе хаҡында билдәле булды. Шахматсы малай Волга буйы федераль округы беренселегендә 3-сө урын яулаған. Яҙғыһын иһә уны Костромала Рәсәй чемпионаты көтә.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына