RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Сәхнәлә шаяртһам да, ҡәҙимге тормошта артыҡ шаярырға яратмайым»

13.11.2010 «Сәхнәлә шаяртһам да, ҡәҙимге тормошта артыҡ шаярырға яратмайым»

«Сәхнәлә шаяртһам  да, ҡәҙимге тормошта  артыҡ  шаярырға яратмайым»«ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада-көлкө театры быйыл үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо байрамдары айҡанлы уларҙы тәбрикләп, Вәлит Илембәтовты редакцияға саҡырып, әңгәмәләшеп алдыҡ.
– Вәлит ағай, ҡыҙыҡ ҡотләхмәтович булып сәхнәлә сығыш яһай башлауығыҙға байтаҡ ғүмер ҙә үтеп киткән. Әммә бер ҙә ҡартайғанға, арығанға оҡшамағанһығыҙ. Йәшлек дәртен ҡайҙан алаһығыҙ?
– Бер ҙә төҫ ташламайһың, бер ҙә ҡартаймайһың, тип тамашасылар әйтеп тора ул. Мин уны үҙемсә аңлайым – олоғайғанға күрә йыуатыр өсөн генә әйтәләрҙер. Элек бер ҙә әйтмәй торғайнылар.

– Улай уҡ түгелдер. Дәртләнеп ижад итеүегеҙгә ҡарағанда, бында ниндәйҙер сере бар кеүек.
– Кемдер берәү әйтмешләй, һаулыҡ барҙыр инде.

– ҡыҙыҡ роле тап һеҙҙеке һымаҡ. Ә бына Мәҙәктәрегеҙ бер нисә булды. Был нимәгә бәйле?
– Тәүге Мәҙәк – Фәрүәз Мөхәмәтшин менән беҙ бик һәйбәт эшләнек. Уның тауышы көр, сағыу ине. Аҙаҡ бергә эшләгән Мәҙәктәр ҙә һынатманы. Мәҙәктәрҙең күбәйеүе – уларҙың беҙҙән китеүенән түгел ул. «Бер ҡыҙыҡҡа – ике Мәҙәк», «Бер ҡыҙыҡҡа – дүрт Мәҙәк» тигән афишалар ҙа баҫтырып сығарҙыҡ. Мәҙәк­тең партнерҙары күбәй­ҙе. 2004 йылда филармонияла күмәкләп һөйләшеп ултырҙыҡ та «ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада-көлкө театры тип исемләргә булдыҡ. Бөгөн беҙҙең менән роль башҡа­рыусы артистар алтау, ҡайһы саҡ, йырсылар менән, һигеҙ ҙә булып китәбеҙ.

– Һеҙ ҡәҙимге тормошта ла юморист кешеме, геройҙарығыҙ менән уртаҡ сифаттарығыҙ бармы?
– Минең геройҙарым бит төрлө кешеләр – иҫерек милиционерҙан, әбейҙән, бәләкәй ма­лайҙан айырылып торамдыр, тип уйлайым. Ә холҡом буйынса бик баҫалҡы кешемен, артыҡ шаяртырға яратмайым, булмышым ундай түгел.

– Ә яҙмыш һеҙҙе нисек ҡыҙыҡ роленә алып килде һуң?
– Мин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының (хәҙер техникум) 3-сө курсынан Салауат театрында эшләй башланым. Тәүге ролем ауырып торған артист урынына уйнаған трагик образ – Мөхәммәт ҡарт роле ине. Шунан бында эшкә тороп ҡалдым. Бер саҡ Өфө филармонияһынан килеп, йәш ак­терҙар менән «Үкенескә ҡалмаһын» спектаклен ҡуйҙырттылар. Унда мин төп ролде – Миңләхмәт ролен баш­ҡарҙым. Шунан һуң, ике йыл тирәһе үткәс, Фәтих Ихсанов спектаклде телевидениеға төшөрөргә баш ҡалаға са­ҡырҙы. Төшөрөп бөткәс, филармонияға эйәртеп алып китте. Директорға индек. «Был егет «Кәтүк»тең эшен дауам итә торған артист», – тип һүҙ башланы. Мин аптырап ҡалдым. Бик ҡыйыу кеше ине ул. Шул саҡта ул минең алдымда, эстрадала көлкө жанрын, Кәтүк менән Бағанай традицияларын дауам итергә, тигән бурыс ҡуйҙы. Тәүҙә ризалашманым, бер нисә ай уйланып йөрөгәс, эшкә килергә булдым. 1990 йылда төркөм ойошторорға ҡарар иттек. Әммә исем таба алмай йонсоноҡ. Бер ваҡыт филармонияға телевидениеның баш режиссеры Әнүәр Нур­мө­хәмәтов килде. Ул – Салауат драма театрына мине эшкә алған режиссер. Телевиде­ние­ла «ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» тигән яңы проект асып ебәрҙек, ти. Шунда саҡырҙы. Филармониялағы төркөмөбөҙгә лә исем табылды, телевидениеға ла төштөк. Күп тә тормай, Миәкә ра­йонына гастролгә сығып киттек. Халыҡ бик йөрөмәй – 60 – 70-ләп кенә кеше, ә был ул ваҡыт өсөн бик аҙ ине. Бер аҙна тирәһе гастролдә йөрөгәс, телевизорҙа «ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» тапшырыуы сыҡты. Ул ваҡытта башҡортса тапшырыуҙар әҙ, халыҡ көтөп алып ҡарай ине. Шул көндө, Баязит тигән ауылда ине шикелле, халыҡ ябырылып килде. Хатта клубҡа ла һый­майҙар. Бер тапшырыу беҙҙең бөтә яҙмышты хәл итте, тиһәң дә була. Сөнки төшөнкөлөккә бирелә башлағайныҡ инде. Әнүәр Нурмөхәмәтовтың, телевидениелағы «ҡыҙыҡ менән Мәҙәк»тең сценарий авторы Йәркәй Яҡшыдәүләтовтың хеҙмәте бик ҙур булды. Миәкә буйлап тағы ла гастролдә ҡалырға тура килде, билеттар һә тигәнсе һатылып бөттө. Тамашасы йыйыу йәһәтенән әлеге көндә лә, егерме йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, «ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада-көлкө театры филармонияла беренсе урында тора.

– Вәлит ағай, ә һеҙ нисек бер үк ваҡытта бөтә эшкә лә өлгөрә инегеҙ? Филология фәндәре кандидаты тигән исемегеҙ ҙә бар бит әле.
– Бер саҡ Фәтих ағай Ихсановҡа ниндәйҙер йомош менән шылтыратҡайным, килеп сыҡ әле, тип үҙенә саҡырып алды. «Тиҙ генә ашап алабыҙ ҙа, һинең менән бер ергә инеп сығабыҙ, – ти. – Әйҙә, тиҙ бул. Туйҙыңмы, ярай, туймаһаң да ярар. Кеше ныҡ туйғансы ашарға тейеш түгел», – тип, мине алып сығып та китте. ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла әйтмәне. Шундай кеше бит ул. Мине эшкә урынлаштырырға алып килгәндә лә бер нәмә лә әйтмәгәйне. Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе ҡатына алып менеп китте. Декан ишеге янында бер нисә кеше сиратта тора. Эстә лә кемдер бар. Ихсанов ишекте шар асып ебәрҙе лә: «Сәлә-ә-әм!» – тип килеп тә инде. «Ваҡытым юҡ, – ти, һүҙҙе шунан башланы. – Бына ошо егетте уҡырға алыр­ға кәрәк. Шиғырҙар яҙа, талантлы егет. Уның уҡырға инеүе, әлбиттә, миңә ҡамасаулаясаҡ, уға гастролдәргә бармаҫҡа тура киләсәк. Әммә беҙ Башҡортостандың киләсәген уйларға тейешбеҙ», – тип, декан Марат Зәйнуллиндан тәки, ярар, алабыҙ, тигән һүҙҙәрҙе әйттереп сығып китте. Ә мин ул саҡта университетта уҡырға уйламай ҙа инем. Һөҙөмтәлә уҡырға инеп, аҙаҡ аспирантурала ла уҡыным, һуңлабыраҡ булһа ла, кандидатлыҡ диссертацияһын да яҡланым. Аҙаҡ БДУ-ға ла, «Ватандаш» журналына яуаплы сәркәтип итеп тә эшкә саҡырғайнылар.

– Тимәк, алдығыҙҙа бик күп юлдар асылған булған. Сәнғәт юлын һайлағанға үкенмәйһегеҙме һуң?
– Юҡ, яратып башҡарған эшем бит.

– Йылдар үтеү менән бөтә нәмә лә үҙгәреүсән. Тамашасыларығыҙ ҙа, һеҙ ҙә үҙгәргәнһегеҙҙер, моғайын?
– Әлбиттә. 90-сы йылдарҙа асыҡ иттереп, сатира аша етешһеҙлектәрҙе әйтергә мөмкин ине. Вульгар демократия мәле лә булып алды. Уны ла файҙаланып ҡалдыҡ, әлбиттә. Һуңғараҡ кинәйә менән әйтеү юлына күсергә тура килде, хәҙер ипләберәк уйнайбыҙ. Тамашасыларҙың да зауығы үҙгәрҙе. Ни генә тиһәң дә, кешеләр кисәгә ял итергә, көлөргә килә. Беҙ, әлбиттә, ниндәйҙер тәрбиәүи моментты ла һалырға тырышабыҙ. Әммә ул сиктән артып, өҫтөнөрәк булып китергә тейеш түгел. Халыҡты аҡылһыҙ тип уйлар­ға ярамай. Кемдәрҙеңдер быға ҡарата үҙ фекере бар, тәрбиәләргә, аҡыл өйрәтергә кәрәк, йәнәһе лә. Үҙеңдән аҡыллы тамашасыға өгөт-нәсихәт уҡыу кәрәкмәй ул.
– Тәрбиә мәсьәләһенә килгәндә, йәштәргә лә тап шул юмор аша тәьҫир итеү отош­лораҡтыр. Һуңғы арала үҫешкән КВН-дар, «Шаян-шоу»ҙар тураһында нимә уйлайһығыҙ?
– Йәштәр уларға бик ихлас йөрөй. Шулай булырға тейештер ҙә.

– Ә һеҙҙең тамашаларға йәштәр күп йөрөймө?
– Ғөмүмән, бик күп башҡорт-татар концерттарында булам, хатта йәштәр йырлаған концерттарҙа ла. Әммә, үкенескә күрә, тамашасыларҙың олоғайыуы һиҙелә. Йәштәр бар, әлбиттә, тик әҙерәк. Уларҙың үҙ зауығы, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарылыр инде, күрәһең.

– Һүҙ сәнғәте ҙур оҫталыҡ талап итә. Тамашасының күңеленә инеү, уны ышандырыу өсөн үҙегеҙ генә белгән серҙәрегеҙ бармы?
– Иң мөһиме – ихласлыҡ. Образға инә белергә кәрәк. Авторҙың һүҙе һинеке һымаҡ булып сығырға тейеш. Йырсының йыры ла композитор әҫәре түгел, ә үҙ йөрәгенән сыҡҡан кеүек яңғырарға тейеш. Ғөмүмән, быны бөтә жанрҙар ҙа талап итә.

– Ниндәй темаларға мөрәжәғәт итәһегеҙ?
– Беҙ авторҙар менән эш итәбеҙ. Әгәр улар алып килгән әҫәр актуаль, ҡыҙыҡлы, тамашасының күңеленә инерлек икән, уға тотонабыҙ. Күптән түгел филармонияла үткән концертыбыҙҙа, мәҫәлән, Юнир Салауатовтың «Мал табибы» интермедияһын сәхнәләштерҙек. Көрсөк мәлендә ҡайһы бер ауылдарҙа, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, медпункттар ябыла башланы, фельд­шерҙар эштән сығарылды. Беҙ сәхнәләштергән күренеш тә шуны сағылдыра. Ауылда фельдшер булмау сәбәпле, әбей менән бабай мал табибына дауаланырға килә. Ул әбейҙе һыйыр кеүек баҫтырып та, бабайҙы айғыр кеүек итеп тә ҡарай. Башҡаса дауалай белмәй. Көлкөлө, әммә шул уҡ ваҡытта, ҙур проблеманы асыусы хәл. Көрсөктө сәбәп итеп, ниндәй көнгә ҡалып барабыҙ.

– Вәлит ағай, һүҙ аҙағында ҡыҙыҡтың тормошта булған бер ҡыҙығын да һөйләп китмәҫһегеҙме?
– ҡапыл ғына иҫкә төшмәй тора бит әле ул...
Милиционер ролендә лә йыш сығыш яһайым бит инде. Яңыраҡ ҡына әле, ауылға ҡайтып бара инем, Мәләүез янында бер милиционер туҡтатты. Танып ҡалды ла: «Их, булманы инде, – ти. – Ағай, ғәфү итегеҙ. Уңайһыҙ бит әле. Яңы ғына эшкә сығып торам, һин тәүге кеше булдың. Һинең кеүек кешегә бәйләнеп булмай бит инде. Тик шулай ҙа, бер ун һум булһа ла бир инде, улай­һа, ҡул арты китә бит». Ырымы шундай уларҙың. Үҙе үк бер сатирик әҫәр. Бына шулай ҡайһы саҡ тормош ҡыҙыҡ хәлдәр әҙерләп кенә тора.
– Байрамығыҙ ҡотло булһын, Вәлит ағай. Артабан да тамашасы күңелендә үҙ урынығыҙҙы юғалтмауы­ғыҙҙы теләйем.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”