RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алыҫ көнсығыш яҡыная төштө

13.11.2010 Алыҫ көнсығыш яҡыная төштө

Алыҫ көнсығыш яҡыная төштөҮткән аҙна мөһим сәйәси ваҡиғаларға бай булды. Японияла 13 – 14 ноябрҙә үтәсәк АТЭС саммитына әҙерлек барышы, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Курил утрауҙарының иң көньяғындағы Кунашир утрауына эш сәфәре, 11–12 ноябрҙә Корея Республикаһының баш ҡалаһы Сеулда «Оло егерме» илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды.
һеҙҙекеме, беҙҙекеме?

Үткән аҙна башында, йәғни ноябрҙә Д. Медведев Кунашир утрауында булды. «Президент булғас, ҡайҙа теләй, шунда бара инде, уның был утрауға барыуының сәйәсәткә ни ҡатнашлығы бар?» – тиеүселәр табылыр. Эйе, уның был эш сәфәре тәү ҡарашҡа бер ниндәй ҙә һорау тыуҙырмай кеүек. Рәсәй биләмәһе ҙур бит, Президент булып эшләгән дәүерендә был утрауҙы ла күреп ҡалғыһы килгәндер, тип уйларға булыр ине. Әммә шуныһы ғәжәп: утрауға ил башлығы үҙе түгел, һуңғы йылдарҙа губернатор ҙа аяҡ баҫмаған була. Ә ни өсөн төбәк иғтибарҙан ситтә ҡала килгән һуң, тигән урынлы һорау тыуыуы бар. Ысынлап та, Курил утрауҙарының алыҫ көньяғында, йәғни Япония менән сиктәш булған Кунашир, Итуруп һәм Шикотан утрауҙары бәхәсле биләмә булып иҫәпләнде. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланырҙан алда, йәғни 1945 йылдың авгусы аҙаҡтарында утрауҙарҙы СССР баҫып ала. Шул осор­ҙан улар­ҙы илдең ҡораллы Көстәре һаҡлай, ә унда хәрби­ҙәрҙән тыш ябай халыҡ бик аҙ йәшәй. Шул осорҙан Япония биләмәләрҙе үҙенеке тип иҫәпләп килде. Әммә асыҡтан-асыҡ дәғүә белдереп, сик боҙоп та йөрөмәне. Элекке СССР етәкселеге лә яулап алынған биләмәләрҙән баш тартыр­ға теләмәне. Горбачев, Ельцин осоронда ла ике ил уртаҡ фекергә килә алмай йонсоғайны. В. Путин да утрауҙар яҙмышына нөктә ҡуя алманы. Күрәһең, был бурысты атҡарыу Д. Медведевҡа яҙғандыр. Сөнки Рәсәй етәксеһенең бындай ҡыйыу аҙым эшләрен рәсәйҙәр генә түгел, Японияла ла көтмәгәйнеләр. Эйе, көтмәгәйнеләр. Япондар ошо көнгә тиклем, Рәсәй етәкселеге менән уртаҡ фекергә килеп, утрауҙарҙы ҡабат ҡулға төшөрөргә өмөтләнде. Ә уларҙың нисәмә йыл буйы өмөтләнеп көткән ышанысын Д. Мед­ведев Кунаширға барып, юҡҡа сығарҙы. Ил етәксеһе утрауҙағы хәл-торош менән генә танышып ҡалманы, ә үгәйһетелгән төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса үҙ уй-пландарын да еткерҙе. Япондар иһә Медведевтың Кунаширға килеүен рөхсәтһеҙ-ниһеҙ сит кешенең йортона баҫып инеү кеүек ҡабул итте. Японияның Хоккайдо утрауындағы ҡалаларҙа йәшәүселәр, протест белдереп, урамдарға сыҡты. Япония етәкселеге иһә Мәскәүҙәге илсеһен саҡырып ҡайтартты. Ошондай юл менән Япония Д. Медведевтың Кунаширға барыуынан халыҡ-ара оло ғауға сығармаҡсы булды. Тик халыҡ-ара йәмәғәтселек япондарҙың был ҡылығын ишетмәмешкә һалышты, күрәһең. Дөрөҫ, ҡытай яғы Рәсәйҙең был аҙымын ҡул сабып ҡабул итте. Сөнки ҡытайҙарҙың үҙҙәренең дә япондар менән сик биләмәләре буйынса бәхәстәре бар, һәм ул ошо көнгә тиклем хәл ителмәгән. Кунаширға килгәндә инде, Рәсәй был биләмәләргә ныҡлы аяҡ баҫып, Японияға утрау­ҙарҙы мәңге бирмәйәсәген иҫбат итте. Юғиһә аналитиктар илебеҙ етәкселеген Курил утрауҙарына ҡарата дәғүә буйынса йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙә гел ғәйепләп килде. Ә Д. Медведев уның киреһен иҫбат итте. Әлбиттә, был ваҡиғанан һуң Рәсәй-Япония мөнәсәбәттәре киҫкенләшеп китер тип көтөлә. Рәсәй етәксеһенең 13 – 14 ноябрҙә Японияла үтәсәк АТЭС (Азиатско-Тихоокеанское Экономическое Сотрудничесво) саммиты алдынан Кунаширға барыуының да үҙ әтнәкәһе бар. Сөнки Япония Премьер-министры Наото Кана менән ос­рашҡанда мотлаҡ бәхәсле биләмә буйынса һүҙ булыры алдан билдәле ине. Әле иһә Рәсәй саммит башланыр­ҙан алда уҡ үҙенең ниндәй позицияла тороуын белдерҙе. Шуға ла 13 – 14 ноябрҙәге осрашыуҙа уларға «бесәй – сысҡан» уйыны уйнап тормаҫҡа, ә асыҡтан-асыҡ Курил утрауҙарына ҡарата булған мөнәсәбәтте белдерергә, Д. Медве­девҡа иһә биләмәләрҙең күптән инде Рәсәйҙеке булыуын иҫбатларға тура киләсәк.

Саммитҡа әҙерлек ҡыҙа

АТЭС саммитына килгәндә, уны бик ҙур халыҡ-ара иҡтисади берләшмә, союз тип ҡарарға кәрәк. Тәү башлап был ойошма 1991 йылда Ванкуверҙа (Канада) йыйыла. 1995 йылда уға Рәсәй ҙә ҡушыла һәм йыл һайын уҙғарылған саммитта ҡатнашып килә. Бөгөн берләшмәгә 21 ил ҡарай, һәм саммит алмашлап йыл һайын бер илдә уҙғарылып килә. АТЭС ойошмаһына, АҡШ, Япония, Рәсәй, Ка­нада, ҡытай кеүек донъя иҡтисадына һиҙелерлек йоғонто яһай алырлыҡ илдәр менән бер рәттән, Австралия, Вьет­нам, Бруней, Индонезия, Малайзия, Яңы Гвинея, Таиланд, Тайвань, Чи­ли, Филиппин, Көньяҡ Корея, Перу, Синга­пур, Яңы Зеландия, Гонконг, Мексика кеүек яңы үҫешә барған илдәр ҙә инә. Һуңғы йылдарҙа АТЭС саммиттары Вьетнам, Австралия, Сингапур кеүек илдәрҙә уҙға­рылғайны. 2011 йылда саммитты АҡШ үҙендә ҡабул итәсәк. Унан һуң инде Рәсәйгә лә сират етә – беҙҙәге йыйын 2012 йылда Владивосток ҡалаһында үтәсәк. Уға 2006 йылда уҡ әҙерлек эштәре башланды. Төбәктең инфраструктураһын үҫтереүгә ил бюджетынан миллиардлап һум аҡса йүнәлтелә. Быйыл Чита – Хабаровск автотрассаһының сафҡа индерелеүе, юлдың ныҡлығын, руль артына ултырып, В. Путиндың үҙе һынап ҡарауы Рәсәй етәкселегенең төбәккә юҡҡа ғына иғтибарҙы арттырмауын күрһәтеп тора. Эйе, төбәктең иҡтисади потенциалы бик ҙур, һәм ул бығаса тейешенсә файҙаланылманы. Унан килеп, төбәктә эшсе ҡулдар ҙа етешмәй, бер яҡтан һуғышһыҙ-ниһеҙ ҡытай баҫып инеп килһә, икенсе яҡтан Япония Рәсәй биләмәләренә дәғүә белдерә. Ошондай шарттарҙа илебеҙ етәкселегенә төбәккә иғтибарҙы арттырыуҙан башҡа сара ҡалмағайны ла шикелле. Бөгөн Алыҫ Көнсығышта ҡыҙыу темп менән төҙөлөш эштәре бара. ҡайһы бер аналитиктар белдереүенсә, Рәсәй етәкселеге бындағы төҙөлөш барышына Сочиҙағыға ҡарағанда ла нығыраҡ әһәмиәт бирә. Төбәктәге иң ҙур һәм ҡатмарлы төҙөлөштәрҙең береһе булып Алтын Мөгөҙ һәм Көнсығыш Босфорҙағы мөһабәт күперҙәр тора. Улар материкты Рус утрауы менән тоташтырасаҡ. АТЭС – 2012-нең баш ҡалаһы буласаҡ Владивостокта театр, заманса медицина үҙәге, көпләүле боҙ аренаһы, фәнни-тикшеренеү үҙәге һ.б. бик күп социаль-мәҙәни объект төҙөлә. Төбәкте 2025 йылға тиклем үҫтереү программаһына ярашлы, Көнсығыш Себер – Тымыҡ океан нефть үткәргесен һуҙыу, йылына 20 миллион тонна нефть эшкәртерлек ҡеүәткә эйә булған завод, шулай уҡ алюминий заводы төҙөү, ғөмүмән, төбәкте танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеү планлаштырыла. Ошоларҙан сығып ҡарағанда, быйыл август аҙағында В. Путиндың төбәктә, «Калина»ға ултырып, ел ҡыуып йөрөмәгәнлеген, Д. Медведевтың Кунаширға ла юҡтан ғына барып сыҡмауын тоҫмалларға була.

һөҙөмтәле сәфәр

10 ноябрҙә Д. Медведев Көньяҡ Кореяла ил Президенты Ли Мен Бак менән осрашып, байтаҡ ҡына мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Һуңғы йылдарҙа Корея Республикаһы ныҡлы иҡтисади үҫеш алды. Ул автомобилдәр, көнкүреш техникаһы етештереү йәһәтенән ҡайһы бер Европа илдәрен дә уҙып китте. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй ҡулланыусылары ла ҡытай, көнбайыш Европа илдәренә ҡарағанда Корея тауарҙарына өҫтөнлөк бирә. Быны ике ил араһындағы тауар әйләнешенең сағыштырмаса ҙур булыуы ла асыҡ һөйләй. Унан килеп, сауҙа бәйләнештәренән тыш, Рәсәйҙе Көньяҡ Корея хәрби партнер булараҡ та ҡыҙыҡһындыра. КНДР (Төньяҡ Корея) менән Көньяҡ Корея араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, ниндәйҙер кимәлдә ике ил араһындағы ғына түгел, ике лагерға бүленгән бер үк халыҡты яраштырыу миссияһын үтәү ҙә Рәсәй иңенә төшмәксе. Һәр хәлдә, Д. Медведевтың тел төбөнән шуны аңларға мөмкин.
Иртәгәһенә, йәғни 11 ноябрҙә Д. Медведев Сеулда «Оло егерме» илдәренең саммитында ҡатнашты. Билдәле булыуынса, «Оло егерме» илдәре берләшмәһе, бәләкәйҙән ҙурая барып, егермегә барып етә. Башта бындай саммит «Оло алты» илдәрен генә берләштереп, уға донъяның иҡтисади йәһәттән иң көслө тип иҫәпләнгән АҡШ, Япония, ГДР (Германия), Италия, Франция һәм Бөйөк Британия кеүек илдәре инә. Һуңғараҡ был илдәргә Канада ла ҡушылып, «Оло ете» булып китәләр. 2000 йылдарҙа уларға Рәсәй ҙә ҡушылды. «Оло һигеҙ» шулай барлыҡҡа килгәйне. Торараҡ был исемлеккә иҡтисади йәһәттән ныҡлы үҫешә башлаған ҡытай, Һиндостан, Бразилия кеүек илдәр ҙә ҡушылды. Ә донъя иҡтисади көрсөгө башланғас, донъя иҡтисадына һиҙелерлек йоғонто яһай алырҙай 20 ил етәксеһе 2008 йылдың көҙөндә бергә йыйылышып, көрсөктән сығыу юлдарын эҙләгәйне. Йәғни «Оло егерме» ил­дәренең саммитына тап ошо осрашыу нигеҙ һалды тип әйтергә ерлек бар. Алда әйтеп үткән ил­дәрҙән тыш, 11–12 ноябрҙә Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһы Сеулда үткән саммитта Австралия, Аргентина, Сәғүд Ғәрәбстаны, Мексика, Испания, Индонезия, Голландия, Швеция илдәре етәкселәре һәм хужалар үҙҙәре ҡатнашты. Төп һөйләшеү темаһы булып донъя иҡтисади көрсөгө эҙемтәләрен тиҙерәк бөтөрөү, халыҡ-ара федераль резерв фонды булдырыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Саммитта Рәсәй Президенты Д. Медведев сығыш яһап, һуңғы арала АҡШ доллары менән ҡытай юане араһында барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡтарҙы үҙ-ара килешеп хәл итеүгә, «аҡса һуғышы» асмаҫҡа саҡырҙы. Д. Медведев Бөйөк Британия Премьер-министры Дэвид Кэмерон менән һөйләшеү уҙғарып, уны киләһе йылға Мәскәүгә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Быны инде һуңғы йылдарҙа рәсми Мәскәү менән Лондон араһында булған низағтарҙы яйға һалыуға бер аҙым тип ҡарарға кәрәктер.
Саммит барышында башҡа мөһим осрашыуҙар ҙа булды.
Бөгөн иһә Японияла АТЭС саммиты башланды.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы