RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маҡсаттары – плей-офф

13.11.2010 Маҡсаттары – плей-офф

Маҡсаттары – плей-оффШулай итеп, яңыраҡ ҡына старт алған КХЛ беренселегенең тәүге этабы ярты юлын үтте тиһәк тә була. Һәм шул арала бәйгегә сыҡҡан 23 команданың туғыҙы, баш тренерҙарын отставкаға ебәреп, яңыларынан күпте өмөт итә. Әлбиттә, был аҙым ҡайһы берҙәренә файҙаға булды. Әйтәйек, турнир таблицаһының иң аҫҡы баҫҡысында һөйрәлеп килгән «Витязь», Назаров килеү менән эшен яйға һалып, һуңғы уйындарҙа еңеү артынан еңеү яуланы. Отҡандары ла лидерҙар иҫәбенән. Башта «Салауат Юлаев» командаһын – 3:2, һуңынан Магнито­горски­ҙың «Металлург»ын 3:1 иҫәбенә еңде. ҡалған командаларҙа әлегә ҙур үҙгәрештәр тураһында әйтеүе иртәрәк, ваҡыт та самалы ғына үтте. Ә бына юғарыла килгән «Локомотив» клубы етәкселеге, киләсәкте уйлапмылыр инде, баш тренерынан арынып, ете йыл элек Ярославль көйәрмәндәренә еңеү шатлығы бүләк иткән пан Вуйтекҡа йәнә мөрәжәғәт иткән. Тегенеһе иһә тәҡдимгә риза булып, «Локомо­тив»ҡа юлланды. Ә инде әлегә ышанысты юғалтмаған белгестәр эҙләнеү юлында. Беренселек башынан уҡ уңышлы старт алған «Металлург» (Магнитогорск) хоккейсылары әлегә үҙ урынын һаҡлап ҡалды. Шулай уҡ берләштерелгән «Динамо» (Мәскәү) командаһы ла, лидерҙан бер мәрәйгә генә ҡалышып, икенсе баҫҡыста нығынды. Йыл да чемпионатты уртаса башлап, хәл иткес уйындарҙа ғына үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, ике йыл рәттән Гагарин кубогын яулаусы «Аҡ барс» клубы был юлы лидерҙар рәтенә һыйынмаҡсы булған. Ул – өсөнсө. Ә бына улар менән өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешеүсе Новосибирскиҙың «Себер»е быйыл аптырата. Әгәр элекке миҙгел һөҙөмтәләренә таянһаҡ, ике йыл рәттән уның 19-сы урындан да күтәрелгәне булманы. Ә бит составында «йондоҙ»ҙар ҙа юҡ. Тимәк, тотороҡло уйынсылар йыйылған, тик хәлкәй­ҙәре плей-оффҡа етерме икән?.. ҡаҙағстандың «Барыҫ»ы ла бик өмөтлө күренә. Ул да йыл һайын плей-оффҡа саҡ эләгеп ҡала торғайны. Быйыл башынан аша һикермәксе була, ахыры. Һуңғы йылдарҙа күпкә позицияһын юғалтҡан «Северсталь» командаһы ла элекке уңыштарын ҡайтарырға ниәтләй. Улар беренселекте уңышлы башлап, тотороҡло ғына һөҙөмтәгә ирешә. Шулай уҡ «Динамо» (Минск) хоккейсылары ла быйыл көйәрмәндәрен ҡыуандырырға уйлай. Улар ҙа, күптәрҙең башына етеп, көслө 10 команда иҫәбендә килә.
Беренселектең берҙән-бер дебютанты – Ханты-Манси Автоно­миялы Округының «Югра» хоккейсылары үҙен бер ҙә бешмәгәнгә һанамай. Әле үк тәжрибәле ағайҙарына үрнәк күрһәтә. Һөҙөмтәләре лә юғары. Улар «Салауат Юлаев»тан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Турнир таблицаһының 12-се баҫҡысында ныҡлы урынлашҡандар. ҡалған командалар һәүетемсә, үҙҙәренә ярашлы урындарҙы биләй, тип әйтер инек. Әгәр Мәскәүҙең «Спартак» менән ЦСКА клубтарын һанамағанда. Улар нишләптер быйыл «соҡор»ҙан сыға алмай ыҙалана. Тәүгеһе билдәле баш тренерын отставкаға ебәреп тә ҡараны. Тик әлегә һөйөндөрөрлөк һөҙөмтәһе юҡ. Әлбиттә, алда әле байтаҡ уйын бар. Нимә генә булмауы ихтимал. Тик һәр команда иң тәү сиратта плей-оффҡа эләгеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған. Тимәк, алда беҙҙе бик ҡыҙыҡлы уйындар көтә.
Ә «Салауат Юлаев»ҡа нимә булды, тигән һорау күптәрҙе борсойҙор. Беҙгә шылтыратыуҙар ҙа, хаттар ҙа һуңғы осорҙа күп килә. Әлбиттә, һорау дөрөҫ, тик уға яуап табыуы, ай-һай, ауыр. Шуны ғына әйтергә була: өфөләр­ҙең өлкән тренеры Игорь Захаркин фекерләүенсә, быйыл команда даими беренселеккә баҫымды әҙерәк кәметеп, төп эшен хәл иткес плей-офф уйындарына йүнәлтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Бер яҡтан уйлағанда, был дөрөҫ тә һымаҡ. Сөнки һуңғы уҙған ике миҙгел һөҙөмтәләренә ҡарағанда, юлаевсылар бар көсөн даими беренселектә еңеүгә сарыф итеп, плей-оффҡа хәлһеҙләнеп сығып, унда оҙаҡ тормай, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Бәлки, шуға ла тактикаһын үҙгәртергә булғандыр. Тик барыбер ҙә уйын аралаш еңелеү был маҡсатты аңлатмайҙыр. Ысынлап та, юлаевсылар көсө үҙенә тиң командалар­ҙы еңә лә, көсһөҙҙәргә мәрәй тарата. Ә бит хоккей һөйөүселәр яратҡан командаһынан тик еңеү генә көтә. Һәр хәлдә, лайыҡлы рәүештә сәкәләшеү. Күптәр, хатта ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә хоккей уйынын бик ярата. Уларҙың бар һөйләгәне хоккей. Хатта оло йәштәге әбей-инәй­ҙәр ҙә сәй эсеп, сөкөрҙәшеп ултыр­ғанда уның хаҡында һүҙ ҡуҙғатмай ҡалмай. Бына бит Башҡортостан халҡы яратҡан «Салауат Юлаев» командаһы өсөн нисек итеп «ауырый». Тағы шуны өҫтәп китке килә: клуб етәкселеге ошо ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң, юлаевсыларҙың уйынын рәтләп, көйәрмәндәрҙе тотороҡло сығышы менән ҡыуандырырға ниәтләй. Быны ваҡыт күрһәтер. Ә әлегә уйынсыларҙың шәхси һөҙөмтәләренә туҡталып үтәйек. «Беренсе тройка» тураһында һөйләп тороуы ла артыҡ. Улар тураһында былай ҙа аңлашыла. Радулов, дөйөм КХЛ күрһәткесе буйынса иң күп мәрәй йыйып, бомбардирҙар исемлегенең башында торһа, Торесен иһә снайперҙар исемлегендә икенсе. Һаҡсы Кутейкин, һөжүмселәрҙе үтеп китеп, юлаевсылар исемлегендә өсөнсө күрһәткескә өлгәшкән. Виртуоз Козлов 15 (9+6) мәрәй менән Кутейкиндан ике мәрәйгә ҡалыша. Свитов, Григоренко, Клепиш беренселекте уңышлы ғына башлағандан һуң, һуңғы арала ҡыуандырғандары юҡ. Зиновьев йәрәхәтләнгәндән һуң үҙ уйынын таба алмай ыҙалана. Константин менән Кирилл Кольцовтар ҙа тотороҡло ғына сығыш яһамай. Сапрыкинға өмөттәр ҙур ине, әммә әле булһа ышанысты аҡламай. Бәлки, плеф-оффта уйнап китер. Яҡташыбыҙ Волков та һаман уңыш­ҡа ирешә алмай интегә. Тиҙлеге лә бар һымаҡ, оҫталығы ла нисауа, тик һөҙөмтәһе генә юҡ. Таратухин иҫәпкә генә йөрөгән кеүек. Яңы һаҡсы, Чехия легионеры Староста ла үҙен күрһәтмәй. Алмаштырғыһыҙ Прош­кин мәргәнлеген юғалтты. Антипов, Счастливый, Блатяк, Твердовский кеүек уйынсылар үҙҙәрен киләсәктә күрһәтер, моғайын.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына