RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һәр яҡтан да өлгө булырлыҡ

16.11.2010 һәр яҡтан да өлгө булырлыҡ

һәр яҡтан да өлгө булырлыҡҮҙе уҡыу алдынғыһы, үҙе төркөм старостаһы, үҙе шиғырҙар йыйынтығы сығарыусы өмөтлө йәш шағирә Раушания Уйылданова алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, шуларҙы үтәргә ынтыла
Көн һайын институтҡа барыу ғына студент булыу тигәнде аңлатмай әле. Ысын студент булыр өсөн яҡшы уҡыр­ға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға, ғөмүмән, һәр яҡтан да өлгөр булырға кәрәк. Беҙ һеҙҙе тап шундай студент менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул — БДУ-ның Сибай институты “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегенең 4-се курсында белем алыусы уҡыу алдынғыһы, төркөм старостаһы, шиғырҙар йыйынтығы сығарыусы өмөтлө йәш шағирә Раушания Уйылданова.
– Раушания, үҙең тураһында, ҡасан тәү тапҡыр шиғыр яҙа башлауың хаҡында һөйләп үтһәңсе?
– Мин Баймаҡ районының Ярат ауылында ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын. Ауылымда башланғыс белем алғас, Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға барҙым. Тәүге шиғырымды һигеҙенсе синыфта класташ малайға үҙемдең балаларса мөхәббәтемде аңлатып яҙғайным. Шунан бирле шиғырҙар яҙам. Лицейҙа математик йүнәлештә уҡыһам да, әҙәбиәткә булған һөйөү мине Сибай институтының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегенә уҡырға алып килде.
– Быйыл институттың нәшриәт үҙәгендә “Бар булмышым хыял ғына…” тип исемләнгән шиғырҙар китабың донъя күрҙе. Был китабыңды сығарырға кем тәҡдим итте?
– Ундай пландарым юҡ ине, кафедра мөдире Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова һәм Нәйлә Азамат ҡыҙы Ласынова миңә китап сығарырға тәҡдим итте. Уларға ҙур рәхмәт.
– Беҙгә һинең фән менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһыныуың билдәле. Ошо хаҡта ла һөйләп үтһәңсе?
– Эйе, мине фән бик ҡыҙыҡһындыра. Биш ғилми мәҡәлә баҫтырҙым, шулай уҡ төрлө йыйынтыҡтарға дүрт мәҡәлә әҙерләп ебәрҙем. Киләсәктә уҡыуымды аспирантурала дауам итергә уйлайым. Шулай уҡ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашам. Май айында Алтай Республикаһына барып ҡайттым, әле Ижевск ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһына әҙерләнәм.
– Төркөмөгөҙҙә старостаһың, ғилми лингвистик клубта етәксеһең, уҡыуҙа ла ал бирмәйһең, уларҙың барыһына ла нисек өлгөрәһең?
– Теләк кенә булһын, бар ергә лә өлгөрөргә мөмкин. Мин һәр эште лә еренә еткереп, ысын күңелдән башҡарырға тырышам, студент тормошоноң ҡәҙерен белеп ҡалғым килә.
– Тағы ла ниндәй яратҡан шөғөлдәрең бар?
– Буш ваҡытта китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә, дуҫтарым менән аралашырға, уйын-көлкө яратам, “Яңы башҡорттар” исемле КВН командаһы ла төҙөп ебәр­ҙек.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәреңде белдерер инең?
– Был донъя шундай матур, һәр бер кеше уның ҡәҙерен белеп кенә йәшәһен ине. Ваҡытығыҙҙы бер ваҡытта ла бушҡа үткәрмәгеҙ. Иң мөһиме, алдығыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларҙы үтәргә ынтылығыҙ.

БДУ-ның Сибай институты студенты
Земфира ИСҡУЖИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”