НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте

Кисталарҙы нисек дауаларға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // Вчера, 10:00


Кисталарҙы нисек дауаларға?
Бөйөр поликистозын нисек дауаларға? Операция яһатмай ғына кисталарҙың үҫеүен туҡтатып буламы?
Әлфиә.
Мәсетле районы.

Бөйөр поликистозы күп осраҡта тыумыштан була һәм, ғәҙәттә, бер үк ғаилә ағзаларында күҙәтелә. Уны УЗИ йәиһә компьютер томографияһы үтеп кенә асыҡлап була. Ауырыу йыш ҡына үҙен һиҙҙермәй. Кисталарҙың үҫешен туҡтатып булмай, әммә өҙлөгөүҙән һаҡланырға мөмкин. Һалҡын тейеүҙән, ауыр күтәреүҙән, ауыр эштән һаҡланығыҙ. Организмда инфекция сығанағы барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймағыҙ. Бүленеп сыҡҡан бәүелдең күләменә һәм сифатына иғтибар итегеҙ. Теләгегеҙ булмаһа ла, көнөнә кәмендә биш тапҡыр кесе ярау итергә тырышығыҙ. Әгәр ҙә бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килеп, тән температураһы күтәрелә икән, уролог күҙәтеүе аҫтында ялҡынһыныуға ҡаршы дауалау терапияһы башларға кәңәш ителә. Бәүелдә ҡан таптары күренгәндә ятып ҡына торорға кәрәк. Ҡан баҫымын күҙәтеп тороғоҙ. Анализдар күрһәтеүенсә, бөйөр аҡһымды эшкәртә алмаһа, диета тоторға, йәғни ит, балыҡ, эремсек ашауҙы сикләргә тура килер. Әммә туҡланыу калорияға һәм вита­миндар­ға бай булырға тейеш. Кисталар боҙола башлаған осраҡта ғына дауалауҙың оператив ысулына мөрәжәғәт итәләр....

«Көтмәгәндә-уйламағанда»
Медиа // Вчера, 07:00


«Көтмәгәндә-уйламағанда»
«Көтмәгәндә-уйламағанда юлыма осрап, фәлән кеше яҙмышымды ыңғайға бороп ебәрҙе. Уның абруйлы бер һүҙе етте». Шундайыраҡ һөйләшеүҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Йәш саҡта яҙмыш фалын һоноусы, бүләк итеүсе шәхестәргә күптәребеҙ рәхмәтле....

Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // Вчера, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
Әсәһе улына аҡыл өйрәтә:
– Иҫеңдә тот, улым! Кәләштең тәмле ашарға яратҡанын ал. Ул үҙенә һәр ваҡыт нимәлер бешерәсәк һәм һиңә лә ашарға ҡаласаҡ....

Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-11-2017, 16:52


Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙыБөгөн баш ҡаланың Телеүҙәгендә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы.
1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә: майҙандарҙа, клубтарҙа һәм китапханаларҙа репродукторҙарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә «Алло-алло! Өфө һөйләй!» тигән һүҙҙәр яңғырай. Шул ваҡыттан алып Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.
Әле республиканың төп радиоһы оператив, демократик киң мәғлүмәт сараһы булараҡ йәмәғәт тормошонда лайыҡлы урын биләй. «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» редакцияһында 27 хеҙмәткәр эшләй. Алып барыусылар, хәбәрселәр, мөхәррирҙәр һәм тауыш режиссерҙары тыңлаусыларҙы төбәктәге һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра, 30-ға яҡын радиопроект эфирға сыға....

“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 23-11-2017, 08:00


“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Ҡырҡ йәштәрҙәге ир бер нөктәгә төбәлеп тик ултырҙы. Суд барышына әллә ни иғтибар ҙа итмәне шикелле. Хәйер, уның күҙ алдынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар, ябай ауыл өйөндәге тетрәндергес мәлдәр үтте лә үтте...
Рауил, быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай, кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы түҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала ҡоймаға терәлеп ял иткәндән һуң эшен дауам итте. Инеп кенә йығылыр ине, әсәһе йәл. Сөнки бар эш уның өҫтөнә өйөләсәк. Яратҡан Ҡуңыр буғаһы ла малайҙың хәлен аңлап, йыуатыр­ға маташҡандай, уның битен ялап-ялап алды. Бар тәне ҡалтыраған малай диванға килеп ауҙы. Эшенә ҡабаланып йөрөгән әсәһе, маңлайын тотоп ҡарап: “Ут һымаҡһың бит! Мин ҡайтҡансы ятып ҡына тор инде”, – тип сығып китте.
Күпмелер ваҡыттан һуң атаһының иҫерек тауышы ишетелде. Ул яңғыҙы түгел ине. “Һин бында нимәңде ҡарап ятаһың?” – тип улын дивандан алып та ырғытты. Уға эйәреп ингән әшнәһе, малайҙың ауырығанын һиҙеп, ниҙер әйтергә маташты. Тик ата кеше: “Миңә тимәһә ҡырылып бөтмәгәндәрме шунда!” – тип ҡул ғына һелтәне....

Ҡашҡаҙанда - өйрәктәр
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-11-2017, 15:18


Ҡашҡаҙанда - өйрәктәрБаш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында ҡыҙыҡлы урындар бихисап. Ҡыш етеп килеүгә ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта ундағы күлдә йөҙләгән ҡыр өйрәген күрергә мөмкин. Ҡоштарға бер кем дә битараф түгел – берәүҙәр уларҙы ашатырға, икенселәр фотоға төшөрөргә тырыша. Ҡыр өйрәктәре менән һоҡланыусылар араһында тотош ғаиләләр ҙә бар....

"Донъя әсәйҙәр менән йәмле"
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-11-2017, 09:45


"Донъя әсәйҙәр менән йәмле"Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың яңы сыҡҡан "Йәннәт баҡсаһы" исемле китабын йотлоғоп уҡығандан һуң, кемгә тәҡдим итергә тигән һорау тыуҙы, сөнки был китапта Гүзәл апайҙың хажға барып ҡайтҡандан һуң яҙған тәҫьораттары ине.

Ошоно күҙ уңында тотоп, бөгөн беҙҙең китапханала "Донъя әсәйҙәр менән йәмле" исемле "түңәрәк өҫтәл" үтте. Ул тиҙҙән буласаҡ ҙур байрам - Әсәйҙәр көнөнә бағышланды....

14 йыл элек булған, ти, өс егет...
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-11-2017, 07:30


14 йыл элек булған, ти, өс егет...
Бармы ул башҡорт эстрадаһы? Халыҡ ни өсөн концерттар­ға, спектаклдәргә йөрөмәй? Һуңғы арала ошо һорау менән телевидение, радиола бер нисә осрашыу ойошторолдо, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелде. Кемдәрҙер кемдәрҙелер ғәйепләне, нимәлер тәҡдим итте, кемдәрҙер ҡәтғи фекерҙәр еткерҙе....

“Башҡортостан”, “Байҡара”: улар – Баймаҡ таланттары!
Новости / Мәҙәниәт // 22-11-2017, 07:30


“Башҡортостан”, “Байҡара”:  улар – Баймаҡ таланттары! 1990 йылдар башында Баймаҡ районында эстрада тарихында тәрән эҙ ҡалдырған байтаҡ төркөм барлыҡҡа килә: “Темәс”, “Сая”, “Акцент”... Уларҙың һәр береһенең башланыу тарихы билдәле музыкант, кеше – легенда Айрат Вәлиуллинға барып тоташа. 1992 йылда уның идеяһы менән район мәҙәниәт йорто базаһында тағы ла бер йәш төркөм – “Башҡортостан”ға нигеҙ һалына.
...

Остеохондрозға ҡаршы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-11-2017, 11:00


Остеохондрозға ҡаршыОрганизмды йәшәртеүсе, яңыртыусы һәм тергеҙеүсе биш күнегеү тәҡдим итәбеҙ. Бы­уын­дарҙың һығылмалылығын тәьмин итеүсе күнегеүҙәр һәр ваҡытта ла беҙҙең организмдың ҡартайыу процесын көйләүсе иң уңышлы физик әүҙемлек һаналған. Остеохондроз булмаһын тиһәгеҙ, көн дә шуларҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM