НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Илүзә АМАНҒОЛОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 20-04-2018, 12:00


Илүзә АМАНҒОЛОВА
Илүзә Таһир ҡыҙы АМАНҒОЛОВА булам. Сығышым менән Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. 9-сы класҡа тиклем үҙебеҙҙәге мәктәптә уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ лицей-интернатында белем алдым.
Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университеты физик–техник институтының 2-се курсында уҡып йөрөйөм.
Бик күркәм ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Мәктәп йылдарында төрлө спорт ярышында, олимпиадала ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Хәҙер ҙә спорт менән шөғөлләнеүемде дауам итәм.
Киләсәккә хыялым – яҡшы итеп уҡыуҙы тамамлап, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу. Был тормошта бәхетле булыу теләгем дә көслө. Ышанам, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!...

Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-04-2018, 11:29


Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Әсәм теле. Сәсән теле. Туған тел. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү менән Хоҙай Тәғәлә кешегә иң элек тел бүләк иткән. Беҙҙең телебеҙ әсә һөтө менән ингән. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә уны һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Был беҙҙең изге бурыс.
Кеше тәүҙә үҙ теленең матурлығын, изгелеген, ҡиммәтен тойорға тейеш. Шул саҡта ғына уның ниндәй тәрән, хисле, яғымлы икәнлегенә ышана һәм киләсәккә тапшырырға әҙерләнә....

Зефир
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-04-2018, 07:00


Зефир
3 йомортҡаның ағы, 200 г шәкәр, 10 г шәкәр онтағы, 1 ҡалаҡ крахмал менән алма һеркәһе алына.
Йомортҡа ағына аҙлап ҡына шәкәр һалып, ҡуйырғансы күпертергә. Һуңынан һеркә, крахмал өҫтәргә. Зефир матур формала булһын өсөн әҙер массаны кондитер тоҡсайына һалып, һығып сығарырға кәрәк. Артыҡ ҡыҙыу булмаған мейестә 10 – 15 минутта бешеп тә сыға.
...

Зәлиә ВӘЛИЕВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 13-04-2018, 13:12


Зәлиә ВӘЛИЕВА
Атайым менән әсәйемдең беренсе мөхәббәт емеше булып, хозур тәбиғәтле Әбйәлил районының Атауҙы ауылында донъяға килгәнмен. Бала сағым тап ошо йәмле ерҙә үтте.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткәнлектән, Магнитогорск дәүләт техник университетының иҡтисад бүлеген һайлап, уны уңышлы тамамланым.
Район, ҡала кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадалар­ҙа әүҙем ҡатнашам.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, бәйләргә, саф һауала йөрөргә яратам.
Ярты юлда туҡтап ҡалмаған, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора....

Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 12-04-2018, 07:00


Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Үҙ-үҙемде белә башлағандан алып ҡартәсәйемдең йор ҙа, шаян да, йөкмәткеле һәм хикмәтле лә һамаҡтарын, һүҙҙәрен иҫләйем. “Ерәнсә сәсән” әкиәтен, “Урал батыр” эпосын, Аҡмулла, Ш. Бабичтың исемдәрен тап унан ишетеп белдем. “Аҡмулла, Аҡмулла, беҙ башҡортҡа хаҡ мулла”, – тип ҡартәсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөгәнем әле лә хәтерҙә....

Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 9-04-2018, 10:54


Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
– Әсәй, әсәй, ҡара ниндәй ҙур “бишле” алып ҡайттым! Башҡорт теленән! – тине батырҙарса башын өҫкә күтәреп, ғорурланып, Урал исемле малай көндәлеген әсәһенә күрһәтте лә, балалар баҡсаһынан ҡайтҡан һеңлеһенә аяҡ кейемен сисергә ярҙам итте.
– Уңғанымды! Әйҙәгеҙ, балалар, аш беште. Атаһы, туҡтап тор, эш ҡасмаҫ ул!
Яҙҙың ҡояшлы, матур көндәренең береһе ине был. Бер нисә көндән уҡыуҙар бөтә. Йәй яҡынлаша. Ошондай ваҡытта Айгөлгә рәхәт тә, ҡыйын да булып китә. Тыуған ауылын, туғандарын, яҡындарын һағынған ул.
– Айгөл, – үҙенә өндәшкән кеүек кенә, Айнур ҡатынына ҡарап, – Әлиә ҡайтҡан, тиҙәр.
– Эйе. Ишеткәйнем. Был балалар тыңлауһыҙ, йәшәү юҡ, тип ғаиләһен Мәскәүҙә ҡалдырып, кире ҡайтҡан.
– Балалар тыңлауһыҙ...
– Ә ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә бала инек бит......

Йомортҡаһыҙ печенье
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-04-2018, 07:30


Йомортҡаһыҙ печенье
250 г аҡ май, ярты стакан шәкәр онтағы, 1/3 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 4 ҡалаҡ крахмал, 3,5 стакан он, 1 ҡап ванилин кәрәк.
Ҡамырҙы 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Йәйеп, үҙегеҙ теләгән формала ҡырҡып, 180 градус ҡыҙыу­лығындағы мейестә 15 минут бешереп алырға. Мейестән алғас та, печеньеға шәкәр онтағы һибергә. Ауыҙҙа ыуалып ҡына торған тәмлекәстәр килеп сығасаҡ.
...

Динара ҒӘЛЛӘМОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 6-04-2018, 10:45


Динара ҒӘЛЛӘМОВА
Әбйәлил районының Рауил ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға ауаз hалғанмын. Бәләкәй саҡтан йырларға, шиғыр яҙырға, спорт менән шөғөлләнергә яратам. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеhемен.
Әле миңә 17 йәш, Өфө дәүләт сауҙа-иҡтисад колледжының икенсе курсында белем алам. Йыр түңәрәгенә йөрөйөм, төрлө сәхнәлә сығыш яhайбыҙ.
Киләсәктә үҙемде яратҡан һөнәремә арнарға теләйем. Хыялымда шулай уҡ донъя гиҙеп, илдәр күреп сәйәхәт итеү ҙә бар....

Атайлы булһын балалар!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 4-04-2018, 14:57


Атайлы булһын балалар!
“Аталы бала – арҡалы”, “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, “Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер” кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа. Эйе, ғаиләлә атай кешенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – ғаилә именлеген һаҡлаусы ла, балаларына өлгө булырлыҡ кеше лә. Ошо абруйҙы булдырыу – әсәй кешенең дә бурысы.
...

Чебурек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2018, 06:00


Чебурек
1 йомортҡа, тоҙ, 3 стакан он, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 стакан эҫе һыу кәрәк.
Йомортҡаға тоҙ һалып күпергәнсе туҡырға, он, көнбағыш майы ҡушыр­ға, эҫе һыу ҡойоп, ҡамыр баҫырға һәм ярты сәғәткә ултыртып торорға. Эслек өсөн үткәрелгән иткә тоҙ, күп кенә итеп һуған турап һалабыҙ. Чебуректар эшләп, майҙа ҡыҙ­ҙырырға....


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM